Кемел Тоҡаев
Билдәһеҙ эҙ (4)
Повесть
— Уныһына һүҙ юҡ, — тип Толстов аҡлана. — Эштәре ауыр, эйе. Шуғалыр ҙа уларҙың ҡайһы береһе ғәҙел булмайҙыр. Мин үҙем тураһында ғына әйтәм.
— Ә мин, — тип хыялланып йылмая майор, — күк шинелдәге кешене күрһәм, үҙебеҙҙең мыйыҡлы милиционерҙы иҫкә төшөрәм. Ниндәй шәп кеше ине!
Мыйыҡлы постовой, ысынлап та, майорҙың яҙмышында ҙур роль уйнаны. Әгәр милиционер ҡасандыр ҡыҫылып килеп ингән Родионовты тулы трамвайҙан төшөрөп ебәрһә, ул бер ҡасан да Маринаһын осратмаҫ ине. Әммә постовой уны ҡыуманы. Уҫал итеп ҡараны ла, боролоп үҙ юлында булды. Ә Родионов ҡыҫыла-ҡыҫыла төпкәрәк үтеп, матур ғына ҡыҙ эргәһенә килеп баҫты. Сибәр уға бер йылмайҙы ла стадионға барып еткәнсе наҙлы ҡараштарын ташлап-ташлап алды. Родионов бәхетенән етенсе күктә ине. Был ҡыҙ менән ул шығырым тулы трамвайҙа ер сигенә лә барырға әҙер. Янында ошолай йылмайып ҡына торһон.
Родионов ныҡ оялсан булды. Курстағы ҡыҙҙар менән аралашманы, хатта уларҙан ҡасып-боҫоп йөрөнө. Был ҡылығына дуҫтары ла төрттөрөргә яратты. Ә трамвайҙа үҙе аңғармаҫтан ҡыйыуланды ла ят ҡыҙға һүҙ ҡушты. Баҡтиһәң, ул да стадионға китеп бара, «Спартак»тың көйәрмәне. Родионов «Спартак» өсөн дә, «Локомотив» өсөн дә көймәй, әммә шул мәлдән ул да «Спартак»ты яратырға ҡарар итте. Матчтан һуң ҡайтышлай Родионов:
— Марина, беҙ тағы ла күрешербеҙме? — тип һораны.
— Ә нимәгә, Виктор? — тигән булды ҡыҙ.
Бындай яуап көтмәгән Виктор юғалып ҡалды. Ҡыҙарҙы, оялды, бер һүҙ әйтә алманы. Ә Марина унан күҙен алмай, әйтерһең, һәр күҙәнәген өйрәнә. Егет егет һымаҡ инде. Күк күҙле, ҡалын иренле. Ныҡ оялсан... Ҡыҙ уны, ахырҙа, йәлләне:
— Ярай, осрашырбыҙ, — тине.
— Ә ҡайҙа? — тип һораны егет.
— Һеҙ трамвайға ҡыҫылып килеп ингән урында, — тип ихлас көлдө Марина.
Дуҫтары шунда уҡ Викторҙағы үҙгәреште һиҙҙе.
— Бөгөн «Спартак» арыу уйнаны, — тине ул шат йылмайып иптәштәренә. — Иҫем китеп ҡараным!
— Туҡта-туҡта. Ҡасандан алып һин «спартаковсы» булып киттең? Сереңде һөйләй һал, әйҙә!
Сере тиҙ асылды. Тиҙҙән бөтәһе лә Виктор механик заводта эшләгән ҡыҙ менән дуҫлашҡанын белә ине. Кемдәргәлер был пар оҡшап етмәне. Виктор, юғары уҡыу йортон тамамлағас, икенсе ергә ебәреләсәк. Курста ҡыҙҙар бөткәнме? Берәйһен кәләш итеп алаһың да икәүләшеп ҡайҙа ебәрәләр, шунда бараһың. Әммә Виктор бер кемгә лә, бер һүҙгә лә иғтибар итмәне. Уға Марина оҡшай, башҡалар бармы-юҡмы — барыбер. Йәштәр йыш ҡына трамвай туҡталышында осраша торғайнылар. Ә теге мыйыҡлы постовой уларҙы күргән һайын, серле йылмайҙы.
Бына нимәгә Родионов хәҙер милиционерҙы йылы итеп телгә ала. Ул кеше, әйтерһең, Виктор менән Маринаның мөхәббәтен һаҡлап тороусы. Майор алған хаттарын ҡабаттан ҡарап сыҡты, уйҙары менән ул Маринаһы, ҡыҙы эргәһендә. Уларҙы һағындырта шул. Марина эшләп тә, уҡып та йөрөй. Тиҙҙән институттың электромеханик факультетын тамамлаясаҡ. Ҡатыны үтә тәүәккәл булып сыҡты: һуғыш бара, кешеләр башына көн дә ауыр һынауҙар төшә, ә ул үҙендә уҡырға ла, ҡыҙын тәрбиәләргә лә көс таба. Родионов уның өсөн ҡыуанып бөтә алмай, Маринаның етеҙлеге уға ла дәрт бирә. Ә ҡыҙсығының һүрәттәре йөрәген йылыта. Ул шулай алыҫта йөрөгән атаһына үҙенсә сәләмдәр ебәрә.
Майор хаттарға ҡарап, уйы аша ғына яҡындары менән һөйләшеп, хәтирәләргә бирелде. Әммә яйлап ултырырға ярамай, хеҙмәт саҡыра. Ул, ауыр көрһөнөп, хаттарҙы сумкаһының төбөнә йәшерҙе лә, өҫтәленә документтарын теҙеп, ең һыҙғанып эшкә тотондо. Белова... Ни өсөн ул башынан сыҡмай? Фотоһын һоратып алырға кәрәк. Моғайын, военкоматта йә штабта табылыр. Белованың дуҫтарын да эҙләп ҡарарға кәрәк. Әммә Родионов быларҙың береһен дә эшләп өлгөрмәне, уға күрше частың шәфҡәт туташы складҡа барышлай һәләк булғанын хәбәр иттеләр. Тап шул машинала Белованы ла күргәйне.
Нимә булды икән? Нисек инде бер ҡыҙ үлгән, ә уның эргәһендә барғаны бер йәрәхәтһеҙ ҡалған? Бәлки, ҡыҙҙы машинанан этеп ҡолатҡандарҙыр? Яңғыҙ кешенең быға көсө етеүе икеле. Тимәк, шофер ярҙам иткән. Родионов Белованың, вафат булған шәфҡәт туташы Кондакованың шәхси эштәрен алды ла күрше частың штабына юлланды. Был фажиғә тәфтишсене дөрөҫ юлға сығарырға тейеш.
***
Майор кире әйләнеп килгәнсе, ҡараңғы төшкәйне. Землянкала тын да алып булмаҫлыҡ тынсыу. Родионов тышҡа сығып тәмәкеһен тоҡандырҙы. Һорау алырға саҡыртылған кеше әле килеп етмәгән. Майор, ағас төбөндә урмандағы һиллекте, унда-бында ишетелгән часовойҙарҙың тауышын тыңлап, тәмәкеһен көйрәтте.
— Был эшем эйәләре нимә эшләргә белмәй китә, шикелле. — Родионов кемдеңдер һуҡраныуын ишетте. Эңерҙе йырып, шофер күренде. — Шуның өсөн ошо сама ара үтсе әле! Үҙе, моғайын, алғы һыҙыҡҡа килергә шөрләгәндер әле, мине саҡыртып ята...
— Кемде эҙләйһегеҙ? — Родионов унан һораны.
— Следователде, төкөрәйемме үҙенә!
— Киттек, — тине лә майор, землянкаға үтте. Уның артынан һаман ауыҙ эсенән мөңгөрләгән шофер эйәрҙе. Родионов өҫтәл артына ултырғас, водитель түҙмәй:
— Ҡайҙа ул үҙе? — тип һораны.
— Мин — тәфтишсе, — тине Родионов. — Ултырығыҙ.
— Ох, үпкәләмәгеҙ, — тип шофер аҡланырға тотондо. — Һеҙ икәнегеҙҙе белгән булһам...
— Ҡайҙа эстегеҙ? — Родионов уның ғәфү үтенеүенә иғтибар итмәне. Бындай һорау бирмәҫ ине, шофер урынында бәүелә биреп ултыра, ә күҙҙәре ҡыҙарған.
— Мин эсмәнем. Мин бөтөнләй эсмәйем.
— Эсәһегеҙ. Дөрөҫөн әйткегеҙ генә килмәй. — Родионов тауышын күтәрҙе. — Ҡыйыулығығыҙ етмәй, ҡурҡаҡһығыҙ.
— Шунан нимә, иптәш майор? — тине шофер, күрәһең, майорҙың һүҙҙәре зитына тейҙе. — Саҡ ҡына эстем шул. Һалдатмын бит. Эстем, әммә иҫерек түгелмен. Ә был бик мөһим...
— Һалдат! — Майор ҡыҙҙы. — Һеҙҙең арҡала бер ғәйепһеҙ кеше үлгән!
— Һеҙ нимә?! — Шофер һиҫкәнеп китте. — Мин кузовтан ҡолаған кешеләр өсөн яуап бирмәйем. Ул Кондакованың көнө еткән булғандыр, былай булһа...
— Күпме эстегеҙ?
— Саҡ ҡына — бер стакан спирт, — тине шофер, башын аҫҡа эйеп. — Сибәр ҡыҙ һыйлағанда юҡ тип тороп буламы? Кем белгән, улай булырын. Бына бит нисек килеп сыҡты... Бер ғәйебем юҡ...
— Кем һыйланы?
— Кем-кем? Белова инде.
— Һеҙҙең менән тағы кемдәр булды?
— Шул Белова ғына. Юҡ тип әйттем, юл алдынан ярамай, тип тә ҡарайым. Ҡуймай бит! Тәким эсереп ҡуйҙы, — тип мыңғырланы шофер. — Өшөгән инем, арытылғайны. Зыяны теймәҫ тип уйланым...
— Артабан нимә булды?
— Шунан ул складҡа йүгерҙе, аҙаҡ инеп алырһың, тип һораны. Кондакованы алдым да, Белова артынан һуғылмай ғына ҡуҙғалайым тип уйлағайным да кузовта әйберҙәрен ҡалдырған. Уның артынан инергә тура килде. — Шофер ашыға-ашыға һөйләргә кереште, майор тыңлап бөтмәй ҡулға алыр тип ҡурҡты. — Кондакова үҙе лә ғәйепле инде. «Беловаһыҙ ҡуҙғалмайбыҙ! Беҙ уның менән госпиталдә бергә яттыҡ», — ти ҙә ҡуя.
Белованы ултыртып алдыҡ, ул шәберәк барығыҙ тигәс, ҡыуҙым ғына. Шунан ҡапыл кабинаға туҡылдатҡандарын ишеттем. Туҡтаһам, Кондакова юлда ята, башы ярылған. Инде үлгән ине, бер һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәне. Кәүҙәһен тейәнек тә, часҡа алып килдек. Шул.
— Кондакованы яҡшы белә инегеҙме?
— Нишләп белмәй, ти? — Шофер йәнләнеп китте. — Беҙҙең часта ул берәү генә, бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ.
— Беловаға уның тураһында һөйләгәйнегеҙме? — Майор шоферҙың әйткәндәрен ҡағыҙға яҙа-яҙа һорау биреүен дауам итте.
— Һөйләнем. Ул үҙе лә һорашты. Кондакова менән әхирәттәрбеҙ тине, күрешкем килә, тип әйтте. — Шофер ҡулын һелтәне. — Белова менән һөйләшеп тә тормаҫ инем, үҙе ултырып алды бит.
— Белова менән Кондакованың осрашҡанын күрҙегеҙме?
— Юҡ. Белова осрашам да осрашам тине лә, урынға килеп еткәйне, йылп итеп юҡ булды. Ышанмаһағыҙ, Белованың үҙенән һорағыҙ.
Был юлы майор шоферға ышанды. Белова аңлы рәүештә кеше алдында Кондакова менән күрешеүҙән ҡасып йөрөгән. Аңлашыла ла: Кондакова ысын Белованы күргәне бар, таный. Шуға ла шаһиттар булмағанда Кондакованан ҡотолорға булған. Шуның өсөн дә шоферҙы эсергән. Кузовта Кондакова менән яңғыҙҙан-яңғыҙ ҡалғас, Белова уның муйынын һығып үлтергән дә кәүҙәһен машинанан ташлаған. Эсеп алған шофер бер нәмә лә һиҙмәй ҡалған.
Родионов шофер менән һөйләшкәндән һуң шунда уҡ Белованан һорау алырға теләгәйне, кире уйланы. Кондакованың үлеме ҡулға алыу өсөн дәлил түгел. Шофер иҫерек булған, ә Кондакова иғтибарһыҙлығы арҡаһында кузовтан ҡолаған тигән версия кеше ышандырырлыҡ. Белова хәлде мотлаҡ шулай тип аңлатасаҡ. Юҡ, дошманды ҡулынан эләктерергә кәрәк. Белова менән ҡабаланырға ярамай. Майор ординарсыһын саҡырып алды ла:
— Ефремовты үҙең менән алып, Малярҙың ҡәберенә бар. Йәшенегеҙ ҙә шул тирәне күҙәтегеҙ. Мин бойороҡ бирмәйенсә, бер нәмә лә эшләмәгеҙ, — тине.
Толстов артынан майор үҙе лә сыҡты. Тик уйлаған операцияһына тотонор алдынан лейтенанттың хәлен белергә булды. Родионов Малярҙы землянкаһында тапты. Ул өҫтәл артында нимәлер яҙа ине.
— Нимә яҙаһың, Сережа? — Родионов тәүге тапҡыр уға исеме менән мөрәжәғәт итте. Маляр, майорҙы күргәс, тертләне, ә йөҙөнә ҡайғы сатҡылары сыҡты.
— Өйгә яҙам. Әсәйгә улы ҡурҡаҡ, һатлыҡйән булыуы тураһында хәбәр итәм.
Родионовҡа лейтенант йәл булып китте. Маляр, әйтерһең, бәләкәсәйеп киткән, күҙҙәре төпкә батҡан, йөҙө ап-аҡ. Көтөлмәгән ҡайғыны ауыр кисергәне шунда уҡ күренеп тора.
— Хат менән ҡабаланма, Сережа. Минең менән тәүҙә бер ергә барып киләйек, — тине майор.
Лейтенант Родионовҡа ышаныр-ышанмаҫ ҡына ҡараны. Йөҙөндә шаяртыуҙың эҙе лә булмағанына, ысынлап та, ҡайҙалыр барырға саҡырғанына инанғас, Маляр йәһәт кенә ҡағыҙҙарын йыйып алды. Бер нисә минуттан улар күренер-күренмәҫ һуҡмаҡ буйлап имән яғына атлайҙар ине. Төн ҡараңғылығы башҡаларҙың күҙенән һаҡлай. Әммә был ҡараңғылыҡ уларҙың да күҙен бәйләп, дошмандарҙы йәшерә. Шуға ла Родионов тирә-яҡтағы һәр өндө тыңлай. Лейтенант уның артынан ипләп кенә атлап килә. Уның йөрәге дарҫлап тибә, һәр нервыһы тартылған. Лейтенантҡа был тойғо таныш: алда нимә булырын белмәү, билдәһеҙлекте көтөү һәр саҡ ауыр.
Родионов башта Толстов менән Ефремовты эҙләп табырға уйлағайны, әммә ҡараңғыла бер кемде лә күрмәүе уны туҡтатты. Улар ҡайҙалыр ошо тирәлә булырға тейеш. Майор менән лейтенант элекке ҡарауыл блиндажын үтеп киттеләр ҙә имәнгә яҡынланылар. Родионов Малярға урынында ҡалырға ҡушты, үҙе ҡараңғылыҡҡа сумып, йәшенеп ергә ятты. Бер сәғәт үтте, ике сәғәт... Әммә һиҫкәндерерлек бер өн-тауыш ишетелмәне. «Ҡунаҡ» килергә ашыҡмай. Ильин Родионовҡа көндөҙ шылтыратып, контроль рация тағы бер радиохәбәрҙе эләктереүе тураһында әйткәйне. Теге яҡтан агентҡа картаны фронт линияһы аша үткәреп, алып килергә тигән бойороҡ биргәндәр.
Тауыш, теге выҡыттағы һымаҡ уҡ, ирҙәрҙеке. Был майорҙы аптырата. Родионов агент — ҡатын-ҡыҙ, ә ул ҡатын-ҡыҙ Белова икәнендә шикләнмәй. Бөгөн төндә карта артынан бер нисә кеше килеүе лә ихтимал, был эште ҡатмарлаштырасаҡ. Һауала ай күренде, төн уртаһы етте, тирә-яҡ нисек тынлыҡта ҡатып ҡалған, шул килеш ҡала бирҙе. Родионов хыянатсыны сабыр ғына көтөүен дауам итте. Һөйәгенә тиклем өшөнө, ҡалтырана башланы, әммә ҡыбырлап, үҙенең бында икәнен белдертергә ҡурҡты. Шул мәлдә ул алыҫта кемдәрҙер һөйләшкәнен ишетеп ҡалды. Тауыштар яҡанайғандан яҡынайҙы, әкренләп имән эргәһенә үк килеп етте. Бер нисә кеше һөйләшкән кеүек. Майор пистолетын алырға ынтылды. Имән эргәһендә кемдеңдер шәүләһе пәйҙә булды. Кеше бер күренеп ҡала, бер ағас артында кире юғала.
— Күҙәтеп килгәнегеҙҙе беләм, — тине ниндәйҙер ҡыҙ. — Йәшенмәгеҙ.
— Тағы тынлыҡ урынлашты. Шунан ҡыҙ йәнә телгә килде:
— Йәшенмәгеҙ, тием. Килегеҙ бында, мин һеҙҙе күрәм бит.
— Киләм-киләм, — тип яуап ҡайтарҙы ир.
Сәйер. Кемдәр унда һөйләшә? Ир тауышы ишетелгәс тә, тағы бер һын имән артына инеп юғалды. Толстов менән Ефремов ҡыҙға яуап бирҙеме икән? Уларға йәшенергә, бер нәмә лә эшләмәҫкә тигән бойороҡ булды бит. Әллә лейтенант һөйләшәме? Юҡ, Маляр майор эргәһенә шыуышып килеп етте, баҡтиһәң, ул эргәлә генә булған. Унда кемдәр һуң?
Дауамы бар.