Тау башында балҡый бер ҡала,
Ул ҡала Өфө тип атала...
Ысынлап та, Башҡортостандың баш ҡалаһы матурлығы, төҙөклөгө, һәйкәлдәрҙең күплеге менән күптәрҙе хайран итә. Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районынан Өфөгә туғандарына ҡунаҡҡа килгән Гөлназ Пупышева, Гөлсинә Моратова, Миңзиә Мостаевалар беҙгә килгәс һоҡланыуҙарынан шаҡ ҡатҡандар. "Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев тураһында китаптарҙан уҡып ҡына белә инек. Һәйкәлен күргәс, ғорурлыҡ тойғолары кисерҙек", - тиҙәр улар. Ә хеҙмәттәшебеҙ Заһиҙә Мусинаның "Килен"ен М. Ғафури исемендәге Башҡорт Дәүләт драма театрына барып ҡарағас, илашҡандар. Төп геройҙы йәлләп.
Ҡунаҡтарға баш ҡалабыҙ оҡшауына шатбыҙ. Ә һеҙҙең Өфөлә яратҡан урындарығыҙ бармы?