Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иҡтисад
5 Февраль 2025, 13:00

"Ҡумыҙ йөрәге" этнофестивале үтте

Ирендәр ярылып, бармаҡтарға сөйәл сығып бөттө.   

Был аҙнала, ике көн дауамында, "Атайсал" үҙәгендә Р. Заһретдинов исемендәге "Ҡумыҙ йөрәге" этнофестивале үтте. Башҡорт халыҡ артистары Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Артур Ғайсаров, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Илһам Байбулдин этнофестивалдә ҡатнашыусыларҙы ҡумыҙҙа уйнарға, өзләргә өйрәткән. Филология фәндәре докторы, фольклорсы Розалиә Солтангәрәева "Урал батыр" эпосы һәм өзләү" тигән темаға оҫталыҡ дәресе үткәргән.

Башҡорт халҡының был музыка ҡоралында уйнарға өйрәнеүселәргә сара оҡшаған. "Ҡумыҙҙа өйрәнәм тип, ирендәр ярылып, бармаҡтарға сөйәл сығып бөттө. Әммә ҡәнәғәтмен", - ти этнофестивалдә ҡатнашыусыларҙың береһе Сәүиә Басырова-Ғәзизова. 

"Ҡумыҙ йөрәге" этнофестивале үтте
"Ҡумыҙ йөрәге" этнофестивале үтте
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас