Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иҡтисад
6 Февраль 2025, 05:23

Йәштәр менән бындай осрашыуҙар кәрәк

Осетин ҡыҙы башҡорт халыҡ бейеүҙәрен өйрәнергә теләй.

Башҡорт экономик-юридик колледжының Ырымбур ҡалаһы филиалы студенттары менән Ырымбур ҡалаһы башҡорттарының ҡоролтайы етәксеһе Марат Самат улы Сарбаев, Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең Ырымбур ҡалаһы филиалы етәксеһе Аурика Салауат ҡыҙы Ишҡыуатова, методист Земфира Рәжәп ҡыҙы Ғайсина, "Яйыҡ" ансамбленең һәүәҫкәр йырсылары һәм бейеүселәре осрашты.  Йәш быуынды башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, йолалары, аш-һыуы менән таныштыралар. "Яйыҡ"тарҙың йырлы-бейеүле күстәнәсе лә студенттар күңеленә хуш килә.

"Студенттар араһында төрлө милләт кешеләре уҡый. Башҡортостандан килгәндәре лә байтаҡ. Барыһы бергә дуҫ-татыу йәшәй. Осрашыу йәнле уҙҙы. Барыһына ла оҡшаны. Бер осетин ҡыҙы Марат Самат улының гармунда уйнауын һорап, үҙҙәренсә бейеп тә алды. Башҡорт халыҡ бейеүҙәрен өйрәнергә теләге барлығын белдерҙе", - ти "Яйыҡ" ансамбленың солисы, сығышы менән Ғафури ҡыҙы Гөлнар Яҡшыбаева-Шайлина. 

 

Йәштәр менән бындай осрашыуҙар кәрәк
Йәштәр менән бындай осрашыуҙар кәрәк
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас