+24 °С
Ямғыр
Гөлсәсәк Әширова - Өфө фән һәм технологиялар университетының өлкән уҡытыусыһы. Башҡорт телендә официаль булмаған исемдәр, ҡушаматтар темаһына диссертация яҙа.
"Фән - ҡыҙыҡлы һәм ауыр тармаҡтарҙың береһе. Түҙемлек һәм талапсанлыҡ талап итә. Күберәк эҙләнгән һайын Сократтың: "Мин үҙемдең бер нимә лә белмәйем", - тигәнлегенең ысынбарлыҡҡа тап килеүенә инанаһың ", - ти Гөлсәсәк Әширова.
Йәш ғалимәнең яңынан-яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ.