+24 °С
Ямғыр
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы бер белем усағының ашханаһында уҡыусы ҡыҙ итле аҙыҡ ашағанда тешен һындырған. Юҡ, һөйәккә түгел. Фарш араһынан болт килеп сыҡҡан. Әлеге ваҡытта был эш буйынса тикшереү бара. Теше һынған һәм ауыҙ ҡыуышлығы йәрәхәтләнгән баланың әсәһе судҡа мөрәжәғәт иткән. Уларға етмеш мең һум күләмендәге компенсация һәм утыҙ биш мең һум штраф түләнергә тейеш.
Фото интернет селтәренән алынды.