+24 °С
Дождь
Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Хөснә Мортаза ҡыҙы һәм Ғәле Абдулла улы Яубаҫаровтар бергә ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәүҙәренә 70 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндәр. Ғаилә башлығына - 95, усаҡ йылыһын һаҡлаусы хужабикәгә - 90 йәш. Икеһе лә ҡырҡышар йыл ал-ял белмәйенсә халҡына тоғро хеҙмәт иткән.
Күркәм, һоҡланғыс парға тағы ла оҙаҡ йылдар бергә йәшәүҙәрен, йәштәргә үрнәк булыуҙарын теләйбеҙ. Иң бәхетле ҡартлыҡ ошолай булалыр. Килешәһегеҙме?
Фото интернет селтәренән алынды.