Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Иҡтисад
14 Февраль 2025, 06:59

Доға көсө

Ике шайтан осрашҡан. 

Доға көсөДоға көсө
Доға көсө

Береһе, иманһыҙ кеше янында йөрөгәне, яҡшы кейенгән, кәйефе шәп, ти. Ҡыҫҡаһы май эсендәге бөйөр һымаҡ ти. Икенсеһе, дини кеше янында йөрөгәненең хәле ныҡ мөшкөл, ти. Ябыҡ, йолҡош кейемдә, ти. Көр хәлле шайтан икенсеһенең нисек был хәлгә ҡалыуын һорай.  Тегеһе: “Мин янында йөрөгән кеше ашарға ултырһа ла, яңы кейем кейһә лә, берәй эшкә тотонһа ла: “Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим”, - тип башлай ҙа, миңә бер нимә лә эшләп булмай ҙа ҡуя. Янында ултырып ас ҡалам, яңы кейем дә тәтемәй, Аллаһы Тәғәләгә таянып торғас, миңә яуызлыҡтар ҡылып шатланырлыҡ эш тә ҡалмай”, - тип зарланған, ти.

Бар эшебеҙҙе лә: “Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим”, - тип башлайыҡ, дуҫтар! Эштәребеҙ уң, үҙебеҙ ҙә яҡлаулы, һаҡлаулы булырбыҙ! Йома мөбәрәк булһын!

Фото интернет селтәренән алынды.

Доға көсө
Доға көсө
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас