Быйылғы ҡыш селләһеҙ генә үтеп бара. Шулай ҙа, йылытыу ҡорамалдарының төҙөкһөҙлөгө арҡаһында янғын сығыу осраҡтары бар. Стәрлебаш районының Буҙат ауылында йәшәүсе 81 йәшлек әбейҙең йортонда янғын сыҡҡан. Ул үҙе һөйләүенсә, кисен, йоҡлар алдынан ике электр йылытҡысын тоҡандырып ята һәм бәхеткә күрә, янғынды иҫкәртеүсе ҡоролманың тауышына хужабикә ваҡытлыса уяна. Янғын телдәре стенаның бер мөйөшөн ялмай башлаған була. Әбейгә күршеләре ярҙамға килә һәм ваҡытында ҡыҙыл әтәстең алдынан алып өлгөрәләр. Янғын һүндереүселәр килгәс, өйҙө елләтә һәм оло йәштәге хужабикәгә медицина ярҙамы күрһәтә.
Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ.
Фото интернет селтәренән алынды.