Бөгөн - Бөтә донъя изгелек көнө билдәләнә.
Гөлназ Уразова - Мәләүез ҡалаһында йәшәй. Икенсе балаһына декрет ялында ултырғанда йәш әсәй, бәйләп һатҡан әйберҙәренән килгән килемдең бер ни тиклем өлөшөн, оҙайлы ваҡыт дауаханала ятҡан балаларға бирә. Шулай уҡ уларға үҙ ҡулдары менән эшләгән уйынсыҡтар ҙа бүләк итә.
“Ҡайһы саҡта үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнап, тирә-яҡта нимә барғанын, башҡаларҙың нисек йәшәгәнен онотоп китәбеҙ, – ти Гөлназ, ҡасан ирекмәнлек эшенә тотоноуын иҫләп. – Бер мәл үлемесле генетик ауырыуға дусар булған Эмиль Ғайсиндың ауыр хәле тураһында интернетта күреп ҡалдым да үҙемә урын тапманым. Үҫеш яғы артта ҡала башлағас, табиптар төрлө диагноздар ҡуйып дауалап ҡарайҙар. Файҙаһы ла теймәй, бәләкәй пациенттың хәле, киреһенсә, көндән-көн ауырлаша. Израилгә операцияға әҙерләгән мәле ине. Ауыр хәлдә ҡалған ғаилә менән бәйләнешкә индем. Артабан ҡалала үткән сараларҙа һатыу эшен ойошторғанда хәйриә эше менән булыша башланым. Миңә эйәреүселәр, теләктәшлек белдереүселәр ҙә тиҙҙән табылды. Һатылған әйберҙәрҙең күпмелер өлөшөн Эмилгә ебәрә башланыҡ. Израилдә операция уңышлы үтте, мейе һөйәге күсерелеп ултыртҡан көндән алып ул хәҙер, алты йыл, икенсе тыуған көнөн үткәрә.
Ғөмүмән, тирә-яҡҡа иғтибар менән ҡараһаң, үҙ мәнфәғәтеңде генә ҡайғыртып йәшәмәһәң, ауыр хәлдә ҡалған, беҙҙең иғтибарға, ярҙамға мохтаж кешеләрҙең күп булыуын тора-бара нығыраҡ аңғара башланым. Бигерәк тә саҡ йәшәй башлаған балаларҙың айҙар, йылдар дауамында ғүмере дауаханала үтеүе һиҫкәндерҙе. Мәләүез ҡалаһында ғына ундайҙар һәр ваҡыт бер нисәү була. Ә Өфө, Стәрлетамаҡ кеүек ҙур ҡалаларҙа уларҙың һаны тиҫтәнән, йөҙҙән артып китә. Нимә менән, нисек ярҙам итә алабыҙ һуң беҙ? Әлбиттә, һәр сабый яңы уйынсыҡҡа ҡыҙығып ҡарай. Йәнә дарыу, ҡиммәтле ҡоролмалар, улар янында тәүлек әйләнәһенә тороусы махсус ялланған бала ҡараусыларға түләү өсөн ата-әсәләренең генә хәленән килмәй. Беҙ уларҙы өҫтәренә ишелеп төшкән сир-ҡайғы менән яңғыҙ ҡалдырырға тейеш түгелбеҙ. Йәнә, бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй, тигәндәрен дә онотмаҫҡа кәрәк”.