+21 °С
Болотло
Бөгөн - Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала "Йәншишмә" гәзитенең 95 йәшлек олпат юбилейы билдәләнде. Сараға гәзиттең ветерандары, 2024-се йылдың лауреаттары, "Йәш хәбәрсе"ләре саҡырылған. Уҡыусыларҙың музыкаль күстәнәстәре менән биҙәлеп барҙы. Шулай уҡ, гәзиттә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән редакция хеҙмәткәрҙәре төрлө маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Киләһе быуындарға "Йәншишмә"нең меңәр йыллыҡ юбилейын билдәләргә яҙһын.