Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Иҡтисад
20 Февраля 2025, 13:22

Ялған хәбәргә ышанмайыҡ

Кемдер болғансыҡ һыуҙа балыҡ тоторға маташа.   

Ялған хәбәргә ышанмайыҡЯлған хәбәргә ышанмайыҡ
Ялған хәбәргә ышанмайыҡ

Һуңғы ваҡытта төрлө ялған хәбәр таратып халыҡтың башын бутарға маташыу осраҡтары артты. Мәҫәлән, фенол тураһында мәғлүмәт дөрөҫлөккә тап килмәүе асыҡланды. Социаль селтәрҙәрҙә уҡыусыларҙың һәм персоналдың һаулығын фенол йоғонтоһонан һаҡлау өсөн өҫтәмә саралар ҡабул итеү кәрәклеге тураһында документ таралғайны. Ә ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, министрлыҡ сәләмәтлекте фенол йоғонтоһонан һаҡлау сараларын көсәйтеү тураһында хат ебәрмәгән. 

«Был мәғлүмәт дөрөҫ түгел. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белем биреү учреждениеларына хаттар ебәрмәгән, күрһәтелгән номерлы документ теркәлмәгән», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Фото интернеттан алынды. 

Ялған хәбәргә ышанмайыҡ
Ялған хәбәргә ышанмайыҡ
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас