Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Иҡтисад
21 Февраль 2025, 09:49

Телгә һөйөү балалар баҡсаһынан башлана

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназия ҡарамағындағы «Алтынай» балалар баҡсаһы тәрбиәселәре йәш быуынды туған телгә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтерә. 

Телгә һөйөү балалар баҡсаһынан башланаТелгә һөйөү балалар баҡсаһынан башлана
Телгә һөйөү балалар баҡсаһынан башлана


Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия ҡарамағында «Алтынай» балалар баҡсаһы урынлашҡан. Унда туған телгә, мәҙәниәткә йөҙәрләгән балаға һөйөү тәрбиәләгән, күңелле баласаҡ иленә әйҙәп, саҡырып торған балалар баҡсаһы менән таныштырмаҡсыбыҙ.
2014 йылда гимназия ҡарамағындағы буш торған корпусты балалар баҡсаһы итеп үҙгәртергә ҡарар ҡабул ителгәс, унда капиталь ремонт эштәре башлана. 2015 йылдың көҙөндә,Республика көнөнә ҡарата, 180 балалыҡ 6 төркөмлө баҡса асыла.
Гимназия директоры А.Б. Шаһисолтанованың хәстәрлеге менән тәрбиә усағы һәр йәһәттән уңышлы эшләй. Етәксенең тынғыһыҙ, ныҡышмал булыуы, артабанғы үҫеш йүнәлештәрен билдәләп, аныҡ бурыстар ҡуйыуы, яңы үрҙәргә ынтылырға юл аса.
Яҡтыртылған, яңы төҫ алған өс ҡатлы бинала кескәйҙәрҙе бөтә яҡлап та конкурентлыҡҡа һәләтле шәхес итеп тәрбиәләү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырылған. «Алтынайҙа» кескәйҙәр кинәнеп уйнаһын өсөн ҙур бүлмәләр ҡаралған. Шунда уҡ балалар йоҡлайҙар ‒ был йәһәттән күп урын талап итмәгән карауаттар ярҙамға килә. Арыуҙы таратыу өсөн сенсор, моң бүлмәһе, физик күнегеүҙәр өсөн спорт залы бөтә талаптарға тура килтерелеп эшләнгән.
Мәктәпкәсә белем биреү – мәғариф системаһының беренсе баҫҡысы. Баланы шәхес итеп үҫтереүҙә мәктәпкәсә йәштәге осор әһәмиәтле роль уйнай, балаларға туған тел мөхитендә үҫеү мөмкинлеген иң тәүҙә ата-әсәләр һәм балалар баҡсалары хәстәрләргә тейеш, туған тел аша балала милли үҙаң, милли рух тәрбиәләнә. Әсә телендә тәрбиәләнгән бала ғына үҙ халҡының әхлаҡ ҡанундарын ҡабул итеп, милләтенә, уның теленә һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ысын мәғәнәһендә ихтирамлы була ала, тип һанай беҙҙең педагогик коллектив.
Беҙ беренсе көндән үк эшмәкәрлегебеҙҙе балаларҙың телмәр үҫешенә булышлыҡ итеүсе үҫтереүсе мөхит булдырырға тырыштыҡ. Төркөмдәрҙең стеналарын биҙәүҙә, стендтарҙа башҡорт халҡының милли колоритын ҡулландыҡ. Ата-әсәйҙәр өсөн «Бергә уҡыйыҡ», «Йырлайыҡ», «Бергәләп ятлайыҡ» тигән алтаҡталар эшләп ҡуйҙыҡ. Байрамдарыбыҙҙы ике телдә ойошторабыҙ.
Театр гардеробтан башлана, тигәндәй, беҙҙең дә баҡсаға килеп инеү менән «Һаумыһығыҙ!» тип сәләмләү һәм «Һау булығыҙ!» тип хушлашыу мөһим традиция һанала. Балаларыбыҙ ҙа быға өйрәнделәр, үҙҙәре лә матур итеп сәләмләшәләр.
Балалар баҡсаһында белем биреү рус телендә алып барылһа ла, беҙ балаларҙы кескәйҙәр төркөмөнән ике төркөмгә бүлеп эш алып барабыҙ: беренсе төркөм – башҡортса һөйләшкән һәм башҡорт телен аңлаһа ла һөйләшә белмәгән балалар. Улар менән эште башҡорт телендә үткәрәбеҙ, аралашыу мәҙәниәтен тәрбиәләргә тырышабыҙ. Икенсе төркөм – башҡа милләт балалары. Дәрестәрҙә һүҙлек эше менән сикләнәбеҙ. Әммә ул балалар ҙа көндәлек тормошта башҡорт телен ишетә, уйындарҙа ҡатнаша, балаларға тәржемәһе таныш булмаған һүҙҙәр башҡорт телендә әйтелеп, шунан рус телендә әйтелә. Дәрестәрҙә күберәк ҡыҙыҡлы уйындар уйнау, әкиәт тыңлау, шиғыр, йырҙар өйрәнеү, уйынсыҡтар ярҙамында аҙ күләмле спектаклдәр сәхнәләштереү, диалогтар төҙөү, күрһәтмә материалдар ҡулланыу телде үҙләштереүҙә һиҙелерлек һөҙөмтәләр бирә. Ғөмүмән, дәрестәрҙе уйын формаһында үткәреү башҡа милләт балаларында башҡорт теленә булған ҡыҙыҡһыныуҙы икеләтә арттыра. Уйындар шулай уҡ өндәрҙе, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә ярҙам итә. Балалар уйын барышында һөйләмде тиҙерәк аңлайҙар, яңы һүҙҙәр менән тиҙерәк танышалар.
Һәр баланың мөмкинлектәренә ышанырға, уның тәбиғәттән бирелгән һәләттәрен аса белергә кәрәк. Сөнки кескенә булһалар ҙа, уларҙың үҙ фекере, үҙ һүҙе, үҙ донъяһы бар. Баҡсала балаларҙың зиһенен киңәйтеү, эске донъяһын байытыу яғынан тәрбиәселәр ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйҙәр. Эстетик зауыҡ тәрбиәләү йәһәтенән «Тылсымлы бармаҡтар» (етәксеһе - И.Б. Хабибуллина), «Йәш рәссәм» (етәксеһе- Р.М. Хәйернасова) түңәрәктәре ойошторолған. Балаларҙа халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына, милли йолаларға ихтирам тыуҙырыуҙа, сәхнә оҫталығына, шиғыр һөйләү маһирлығына өйрәтеүҙә «Алтынай» (етәксеһе - И.Б. Байзигитова, Г.С. Фәтҡуллина), «Өләсәйем һандығы»(етәксеһе- Г.М. Хабибуллина), «Йәйғор» (етәксеһе – Р.А. Марданова)түңәрәктәренең роле бик ҙур. Кескәйҙәргә тыуған яҡты өйрәтеү буйынса «Йәш эҙәрмәндәр» – (етәксеһе–Л.И. Әптикова), инглиз теле (етәксеһе- З.М. Шәрипова), бейеү(етәксеһе - Л.М. Мухамадиярова) һәм физик яҡтан сыныҡтырыу (етәксеһе- Л.Р. Салахутдинова) буйынса ла түңәрәк эштәре алып барыла.
Балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙең йыр-моңға булған һәләтен асыуға, йор һүҙлелеген үҫтереүгә, сәхнәгә ылыҡтырыуға айырым иғтибар бүленә. Шуға күрә лә бындағы тәрбиәләнеүселәр төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, бәйгеләрҙә уңышҡа өлгәшә. Баҡсаға йөрөгән балалар йыл һайын ҡалала үткәрелеп килкән «Алтын бишек» шиғыр һөйләү, «Һаумы, һаумы, Әкиәт», «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурстарында әүҙем ҡатнашып призлы урындар яулайҙар.
Башҡорт ҡоролтайы ағинәйҙәре менән берлектә лә эш алып барабыҙ. «Өләсәйҙәр һәм ейән-ейәнсәрҙәр» бәйгеһен үткәрҙек. Әлеге бәйге рухи бәйләнеште, ололарҙың биргән һабаҡтарын, ғаилә традицияларын сағылдырыуы менән һоҡланыу уятты. Сәсән телле, йыр-бейеүгә маһир, хәстәрлекле өләсәйҙәр булғанда ейән-ейәнсәрҙәр ҙә әҙәпле, итәғәтле, хеҙмәт һөйөүсән булып үҫә. Балалар баҡсаһында ла улар үҙҙәрен тотоуҙары, иплелеге, тыйнаҡлыҡтары менән айырылып тора.
Балаларҙың ата-әсәләре беҙҙең менән бер тулҡында тибрәлә, был дөйөм эшебеҙ - балаларға уҡытыу-тәрбиә эшен алып барыу шарттарын уңайлыраҡ, сифатлыраҡ итеү өсөн икәнен яҡшы аңлайҙар, шуға ла һәр башланғыстарыбыҙҙы күтәреп сығырға ғына әҙер торалар, балалар баҡсаһында үткәрелгән бар конкурстарҙа ла актив ҡатнашалар.
Ата-әсәләр менән берлектә «Сөмбөлә», «Науруз», «Һабантуй» байрамдары йыл да үткәрелеп килә. Был сараларҙың төп маҡсаты булып сабыйҙарҙы башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән таныштырыу, башҡорт халыҡ уйындарына, шаян йырҙарына, таҡмаҡтарына ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тойғоһо уятыу тора.
Киләһе бәйге тураһында ла әйтеп китмәй мөмкин түгел, ул ата-әсәләр араһында уҙғарылған Йоҡла балам, йом күҙең исемле бишек йырҙары бәйгеһе. Онотолоп барған боронғо бишек йырҙарын яңынан тергеҙеп, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын киләсәк быуындарға еткереүҙе, туған телебеҙҙе үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған матур башланғыс булып тора ул.
Бишек йырын ишетеп үҫкән балалар, тыуған моңдарҙы сәңгелдәктән үк бала рухына һеңдергән ата-әсәйҙәр, олатай – өләсәйҙәр, бәйгелә сәмләнеп һәм дәртләнеп ҡатнашты.
Ҡалабыҙҙың «Ашҡаҙар» гәзите биттәрендә беҙҙең балалар баҡсаһының тормошо даими яҡтыртылып тора. Шуға күрә лә аҙаҡҡы йылдарҙа ата-әсәләр: «Башҡорт мөхите булған балалар баҡсаһына балаларыбыҙҙы алып киләбеҙ, үҙебеҙ һөйләшә белмәһәк та балаларыбыҙ телде белһен», тип киләләр. Аҙаҡҡы йылдарҙа балалар һаны кәмеүгә килһә лә, беҙҙең балалар баҡсаһында был хәл тотороҡло.
Коллектив бик талантлы, балаларға белем нигеҙҙәрен һалып ҡына ҡалмайҙар, төрлө ҡыҙыҡлы саралар уйлап табып уҙғаралар. Беҙҙең тәрбиәселәр шәхсән дә, балалар менән дә бик күп төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа, хәҙер инде онлайн бәйгеләрҙә ҡатнашып торалар. Фотоконкурс булһынмы, флешмоб, шиғырҙар бәйгеһе булһынмы, тәрбиәселәр балалар менән үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтә, призлы урындарға лайыҡ булалар. Мәҫәлән, гимназиябыҙҙа йылда үткәрелеп килгән «Кейекбаев уҡыуҙары» Республика фәнни-ғәмәли конференцияһының актив ҡатнашыусылары. Ҡала кимәлендә үткәрелгән «Алтын бишек» шиғыр һөйләүселәр конкурсының базаһы булып торабыҙ. Шулай уҡ, ҡала кимәлендә туған телдәрҙе өйрәтеү буйынса эшләгән тәрбиәселәрҙең методик берекмәһе лә беҙҙең балалар баҡсаһында уңышлы эшләп килә.
2021 йыл – «Тәрбиә һәм белем биреү башҡорт телендә алып барылған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы» I регион-ара конкурсының призеры ла булдыҡ.
Тырыш коллектив үҙҙәренең тәжрибәһе менән дә булешә: мәктәп директорҙары өсөн балалар баҡсаһы һәм мәктәп араһындағы күсәгилешлелек мәсьәләләре буйынса ҡала семинар- практикумы уҙғарылды. Унда гимназия коллективы үҙенең эш тәжрибәһе менән бүлеште: күрһәтелгән оҫталыҡ дәрестәре, педагогтарҙың сығыштары,театрлаштырылған тамаша бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды. БДУ- ның Стәрлетамаҡ филиалының педагогика һәм психология факультеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү ҙә сараның юғары дәрәжәлә үтеүенә булышлыҡ итте. Семинарҙа ҡатнашыусылар, белем усағы ҡарамағында балалар баҡсаһының эшләүе кескәйҙәрҙең мәктәп тормошона еңелерәк өйрәнеүенә ярҙам итә тигән фекерҙе белдерҙе.
Йәштәре еткәс, «Алтынай»ҙағы балалар гимназияға уҡырға төшәсәк. Бының өсөн балалар баҡсаһына йөрөүсе һәм мәктәптә уҡыусы балалар араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу төп маҡсат итеп алынды. Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр бергә эшләгәндә һәм балалар баҡсаһы менән башланғыс мәктәп араһында тығыҙ элемтә булғанда ғына, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығып була. Сөнки, балалар баҡсаһы һәм мәктәп белем биреүҙең бер үк йүнәлештә эшләүсе ике сиктәш быуыны.
Шуға күрә уҡыу йылы башында уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр менән берлектә бәйләнешлек планы төҙөп эш планы булдырыла. Балалар баҡсаһының тәрбиәселәре, музыка етәкселәре һәм уҡытыусыларҙың эш тәжрибәләрен уртаҡлашҡан кәңәшмәләр, йыйылыштар уҙғарыла.
Мәҫәлән, октябрь айында мәктәп уҡытыусылары һәм «Алтынай» балалар баҡсаһының сығарылыш балалары ата-әсәләренең йыйылышы булып уҙҙы. Шулай уҡ Башҡортостандың тыуған көнөнә арнап мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө балаларының матур сараһына гимназияның беренсе класс уҡыусылары ла ҡунаҡҡа саҡырылды. Сығарылыш төркөмө тәрбиәселәре һәм яңы уҡыу йылына башланғыс классты ҡабул итеүсе уҡытыусы менән бинар дәрестәр үткәреү ҙә системаға һалып алып бары ла. Бинар дәресте төҙөгәндә тәрбиәсе менән уҡытыусы берлектә маҡсат, ҡуйыласаҡ бурыстарҙан сығып ҡулланыласаҡ алымдар, технологиялар билдәләнелә, план төҙөлә һәм һәр педагог дәрестә үҙенең өлөшөн үткәрә. Бындай дәрестәр педагогтарға ғына түгел, ә балаларға ла бик фәһемле һәм ихласлап ҡатнашалар.
Балалар баҡсаһында алған тәрбиә кешенең киләсәк тормошона нигеҙ һалыуын төплө аңлай «Алтынай»ҙар. Был осорҙа балала тәбиғәткә, тирә-йүнгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләнә. Ул яҡшылыҡты яуызлыҡтан айыра белергә, шәфҡәтлелеккә, изгелеккә, әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәргә өйрәнә.
Белем биреү учреждениеһы ҡарамағында балалар баҡсаһы ойоштороу яңы күренеш тип иҫәпләнһә лә, ата - әсәләр ҙә, педагогтар ҙа бындай күсәгилешлелекте ыңғай баһалай. Бала саҡ осоро – үҙе бер ҡабатланмаҫ мөғжизәле донъя. Үҙенсә матур, үҙенсә был серле донъяла тормошобыҙ дауамы – яңы шәхестәр тәрбиәләнә. Яҡшы тәрбиә үҙ шытымдарын бирер, киләсәктә «Алтынай»ҙа киң ҡарашлы, ҡыйынлыҡтар алдында юғалып ҡалмаған, илебеҙ яҙмышын билдәләрҙәй шәхестәр үҫеп сығыр, тип ышанғы килә.                                                                                                                                    "Алтынай" балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Хөснөтдинова Гөлсәсәк Хәсән ҡыҙы. 

Телгә һөйөү балалар баҡсаһынан башлана
Телгә һөйөү балалар баҡсаһынан башлана
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас