Ер йөҙөндә булмышы менән һәр яҡлап та "профессор"ҙар була. Уларҙың белмәгән эше, кермәгән ишеге, күрмәгән нәмәһе юҡтыр, тип уйлайһың. Хатта улар янында үҙеңде тәжрибәле уҡытыусы янында беренсе класс балаһы итеп, хатта балалар баҡсаһына йөрөгән теле асылып бөтмәгән кескәй еүеш танау итеп тояһың. Бәлки һауала ҡанаттарын йәйеп осҡан мөһабәт бөркөткә ерҙә шыуышҡан селәүсен кеүек ҡарайһың. Ниңәлер уларҙың үҙен тотошо, унан сәселгән ут-ялҡын шулай тойҙорта.
Ул һинең эшеңде шундай итеп тәнҡитләп ҡуя ки, был һүҙҙәрҙән һуң һин үҙеңде бөтөнләй булдыҡһыҙ итеп тояһың, хатта башҡаса ошо эште теүәл итеп башҡара алмаҫыңа инде шигең дә тыумай.
Был юлы ла шулай булды. Латифа ҡунаҡҡа күстәнәсте үҙе бешереп алып барырға ярата. Күңелеңде биреп, бар оҫталығыңды файҙаланып, мотлаҡ бисмиллаңды ҡушып, тәмле аш килеп сыҡһын өсөн ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәттән бирелгән, аш бүлмәһендә генә асылған әсәй булыу оҫталығын һалып, һөйөү хистәре менән бәпләп бешерелгән аҙыҡ уны ашаған кешелә ҡапыл ғына һоҡланыу, күҙҙәренән шатлыҡлы нурҙар, йөҙөндә бәхетле йылмайыу тыуҙырыу - һинең ашыңа ҡуйылған "баһа" булырға тейеш.
Бына шул була ул оҫталыҡ!
Ә бына һинән дә оҫтараҡ, улай ғына ла түгел, камиллыҡтың иң юғары нөктәһенә үрләп еткән булдыҡлы алдында һин ысынлап та эшкинмәгән булып сығаһың.
Латифаның бауырһағы күптәргә оҡшай, маҡтап бөтә алмайҙар. Тәмле генә түгел, уны ауыҙ иткән кешене бәхетле итә кеүек. Шуға ла ул дәртләнеп китеп тағы ла тәмлерәк итеп бешерергә тырыша. Йылы һүҙҙән күңел сәскә атҡандай була, таждары йәйелеп китеп, нурҙар тарата.
Сираттағы ҡунаҡҡа ла Латифа бауырһағын бешереп алып барырға булды. Үҙенә ҡалһа, тәжрибәһенән сығып әйтә ала - бик матур килеп сыҡты ул.
Ҡунаҡтар килә башлаған да инде. Латифаны хужабикә рәхмәттәре менән ҡаршы алды: "Ҡайһылай ҡабарып, күрмәлекле, һоғондорғос матур булып бешкән! Рәхмәт мең тапҡыр. Мин үҙем өлгөрә лә алмаҫ инем, бындай камиллыҡ килеп тә сыҡмаҫ ине. Улым ярата бауырһаҡты. Ҡунаҡ өҫтәле унһыҙ ҡыҙыҡ түгел, тип тә ҡуя. Килен алһаҡ, һинән, бешереп өйрәт әле, тип һорарға тура килер ул. Әйҙә, үт, әхирәт".
Ҡунаҡтар артыҡ күп түгел ине. Йылы ғына аралашыу араһында ҡайтыр ваҡыт та һиҙелмәй килеп еткән. Латифа ла хужабикә биргән күстәнәстәрен һалып алып, үҙ күргәндәре менән ҡосаҡлашып, ҡайтырға кейенде. Итектәрен кейә башлаганда, бер ҡунаҡтың, миңә тик бауырһаҡ ҡына кәрәк, бындай тәмлене ашағаным юҡ ине, тигәне ишетелеп, шатланды. "Һы, ашағаным юҡ, имеш! Уның нимәһенә иҫең китә? Ғәҙәттәге бауырһаҡ инде. Әллә майы ҡыҙып етмәгән, әллә газы насар эшләй, әллә эргәһендә генә тормаған. Бынауҙарының төҫө тигеҙ түгел бит һуң", - тигәнгә Латифа терт итеп китте. Бәйй, әллә ҡабаланып китеп, еренә етмәй ҡуйғанмы? Шунда һүҙгә өсөнсө ҡатын ҡушылды: "Харап тигеҙсе, хатта һин әйткәнсә булһа ла һуң, аштың тәмле булыуы мөһимерәк тип уйлай инем ул мин", - тине. Һөйләшеүҙе хужабикә бүлде: "Әйҙәгеҙ әле, сәй яңырттым, ҡабатлап сәй эсеп алайыҡ".
Латифаның күңел ҡояшына дегет буянылармы ни! Кисә магазиндар буйлап йөрөп, бауырһаҡ бешереү өсөн кәрәк иң сифатлы, яңы ғына етештерелгән нәмәләр алып, кәйефле ҡайтып инеп, доғаларын уҡып, һуңынан йырлай-йырлай бешергән саҡтары, бауырһаҡты тирмә рәүешендә теҙгәндә һәр береһе ыңғай ғына ятҡанына һөйөнгәндәре ҡайнап ултырған сәйнүктән бөркөлгән пар кеүек таралды.
Ошо ҡунаҡтан һуң тағы ла тырышыбыраҡ бешерҙе ул бауырһағын. Тик баяғы ханым менән ҡунаҡтарҙа, ҡөрьән аштарында әленән-әле осрашырға тура килеп, бауырһаҡ тәнҡит утында ҡалып, "ҡара көйөк" һымаҡ күренә башланы. Латифа хәҙер күстәнәскә сәй һәм магазин аҙығы йөрөтөүҙе ғәҙәткә индерҙе. Бауырһаҡты ул үҙ ғаиләһе өсөн генә бешерҙе.
Бөгөн улар һеңлеләренең улына килен һоратырға йыйына. Кеше күп түгел, ә "эш" яуаплы. Ҡунаҡ барышында ир-ат балконға һауа һуларға сыҡҡан арала хужабикә ҡыҙыҡ ҡына үтенес әйтте. "Әйҙәгеҙ әле минең өсөн бер кадр фотоға төшәйек. Ҡоҙасама күрһәтер өсөн. Отчет тиәйемме шул,", - шкаф эсенән йәһәт кенә ҙур бер батмусҡа теҙеп өйөлгән бауырһаҡты сығарҙы. Ҡунаҡтар алдына ҡуйып, фотоға төшөргәс, кире ала һалып ҡуйҙы. Ҡунаҡтарҙың һораулы йөҙөнә ҡарап: "Гөлсимә ҡоҙасам ҡоҙасаларҙы һыйларһың, тип килтереп киткәйне. Ҡарап тороуға матур күренгәс, түҙмәй, береһен ҡабып ҡарарға булдым. Алай ҙа ҡапҡанмын: үҙе тоҙло, үҙе ҡаты. Әллә майы иҫке булған, әскелт тәме лә бар. Мин үҙемдең аш өҫтәленә башҡалар бешергән аҙыҡты бик ҡуйырға тырышмайым. Шулай ҙа ҡоҙасам әллә ҡасан уҡ, бауырһаҡты мин бешереп килтерәм, риза булмаһаң, ныҡ үпкәләйем, тигәс, үҙем бешермәгән инем шул. Был бауырһаҡты ҡунаҡтарға ҡуйып, оятлы була яҙҙым. Башҡаса улай ризалашмайым инде, һабаҡ булды", - тине.
Гөлсимә, Гөлсимә. Латифа бауырһаҡ бешереү буйынса "профессор"ҙың кем булыуын шунда уҡ хәтеренә төшөрҙө.