Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Иҡтисад
25 Февраль 2025, 11:37

“Минең балам — бесәй...”

“Был минең бесәйем”, — ти ҡатын интернетта таралған бер видеола. Тик бына бесәй тигәне — битлек, тәпәйҙәр кейгән, ҡойроҡ таҡҡан ҡыҙ.

“Минең балам — бесәй...”“Минең балам — бесәй...”
“Минең балам — бесәй...”

“Был минең бесәйем”, — ти ҡатын интернетта таралған бер видеола. Тик бына бесәй тигәне — битлек, тәпәйҙәр кейгән, ҡойроҡ таҡҡан ҡыҙ. Баланың муйынына бау бәйләнгән, үҙе дүрт аяҡта йөрөй, сүп-сар контейнерына барып еҫкәнә, ҡатындың аяғына һырыла. Уныһы: “Шәп бесәй! Матурҡай”, — тип маҡтап, башынан һыйпай. Видеоны төшөрөүселәр уларға һорауҙар биргәс, ҡатын — баланың өләсәһе, ҡыҙ квадробер икәне асыҡлана.

Квадробика — спортмы, субкультурамы, трендмы, ауырыумы?.. Балаларҙың, үҫмерҙәрҙең битлектәр кейеп, хайуандарса атлауы, үҙен тотошо, ҡыланыуы һуңғы йылда киң таралды. Квадроберҙарға ҡарата халыҡта ҡапма-ҡаршы фекерҙәр тыуа.
Был хәрәкәт Японияла барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә. Кеничо Ито исемле егеттән йәштәштәре йыш ҡына мыҫҡыл иткән. Уны хайуанға оҡшатып, маймыл тип тә үсекләгәндәр. Кеничо Ито туҡтауһыҙ көлөүҙәрҙән арып, депрессияға батып, бер аҙ урманда йәшәй. Шул ваҡытта ул маймыл кеүек дүрт аяҡта йүгереү ысулын уйлап таба. 2008 йылда хайуандарса йүгереп, хатта Гиннесстың рекордтар китабына инә: 100 метрҙы 18,58 секундта үтә. Ошо ваҡиғанан һуң уның даны тарала, егеттең шөғөлө менән ҡыҙыҡһыныусылар барлыҡҡа килә. Бер аҙҙан квадробика үҙенсәлекле спорт төрө булып иҫәпләнә башлай. Йәнәһе, хайуандың ҡылыҡтарын эләкләү һығылмалылыҡты, иғтибарлылыҡты, тиҙлекте арттыра, саф һауала йөрөп, ял итеү мөмкинлеге бирә.
Квадробика спорт төрө булһа, ниңә уның тирәләй бәхәстәр ҡуба һуң? Ниңә депутаттар, чиновниктар был хәрәкәтте тыйырға, рөхсәтен биргән ата-әсәләргә енәйәт эше асырға тигән кеүегерәк тәҡдимдәр менән сығыш яһай? Тәү ҡарашҡа ябай ғына шөғөл кешене аптыратырлыҡ, ата-әсәләрҙе борсоуға һалырлыҡ һөҙөмтәләргә килтерә. Балалар, үҫмерҙәр квадробиканың төп асылынан алыҫлашып, хайуан костюмын кейгәндән һуң кеше булғандарын, был ни бары уйын икәнен онота. Мәҫәлән, урам буйлап дүрт аяҡта йөрөйҙәр, тел менән һыу эсәләр, мискәнән ашайҙар, еҫкәнәләр, яланып йыуыналар, һорауға мыйылдап йә өрөп яуап ҡайтаралар...
Омск ҡалаһында, мәҫәлән, бауға бәйләп, “дүрт аяҡлы” балаһын урамда уйнатҡан ҡатынды видеоға төшөргәндәр. Әсәй кеше спорт майҙансығында ысын эте менән бер юлы ҡыҙын да шулай алып йөрөгән.
Краснодарҙа квадробер ҡыҙыҡай бәләкәй баланы тешләп, “ашай ҙа алам”, — тип өрөргә керешкән. Ә Мәскәүҙә эт булып кейенгән өлкән ир һыйпауҙарын талап итеп үтеп барыусыларға бәйләнгән... Бындай хәлдәрҙән һуң, әлбиттә, квадробика хәүефлеме, хәүефһеҙме, уға көндәлек тормошта урын бармы, юҡмы тигән һорауҙар тыуа.

Ни өсөн балалар квадробика менән мауыға?

Квадробиканы яңы субкультура тиергә лә мөмкин. Ваҡытында эмо, готтар популяр булған кеүек үк, үҫеп килгән быуындың үҙ ҡыҙыҡһыныуҙары бар.
Үҫмер саҡ — психологик яҡтан да, физик яҡтан да үҫешеү, формалашыу мәле. Бала был осорҙа үҙен эҙләй. Ә уртаҡ шөғөл менән берләштергән субкультура үҙеңде икенсе яҡтан һынап ҡарарға, асырға, күрһәтергә мөмкинлек бирә. Яңы тәжрибә үҫмерҙең тормошҡа ҡарашын формалаштыуҙа ярҙам итә.
Субкультура ҙур төркөмдөң өлөшө итеп тойорға, үҫмерҙәргә хас булғанса сиктәрҙе, өлкәндәрҙең “күңелһеҙ” ҡағиҙәләрен боҙорға азатлыҡ бирә. Бала үҙен аңлаған кешеләрҙе осрата, сөнки уның йәшендә ата-әсә менән мөнәсәбәт ҡатмарлаша, дистанция арта.
Шуға ла баланың квадробика менән ҡыҙыҡһыныуына аптырарлыҡ түгел. Бында ул фекерҙәштәр таба, яңы үрҙәргә ирешә, таныштары араһында популярлыҡ яулай ала.
Тағы ла бер сәбәп — тренд артынан ҡыуыу. Сағыу, үҙенсәлекле шөғөл интернетта “йәшәгән” бала өсөн яңы контент ҡына булыуы ихтимал. Өлкән быуын менән сағыштырғанда теле асылыр-асылмаҫ алдан ҡулына телефон тотҡан баланың социаль селтәрҙәргә мөнәсәбәте бөтөнләй башҡа төрлө. Ҡайһы саҡ виртуаль донъя ысынбарлыҡтан хатта мөһимерәк.
Дөйөмләштереп әйткәндә, бала бала булғаны өсөн генә хайуан булып уйнай. Беҙ бәләкәй саҡта малайҙар — атыш, ҡыҙҙар өй уйнап донъяны өйрәнһә, хәҙерге көндә ҡыҙыҡһыныуҙар башҡаса. Йәш быуын өлкәндәргә аңлашылмаған ысулдар менән дә тормошҡа яраҡлаша, өйрәнә, аң даирәһен арттыра.
Насармы, һәйбәтме?

Квадроберҙарға ҡараш ике төргә бүленә. Күптәр был шөғөлдөң ыңғай яғын ғына күрә. Балалар уйнар-уйнарҙар ҙа оноторҙар, тигән фекерҙәләр. “Исмаһам, саф һауала йөрөйҙәр”, — тип билдәләүселәр ҙә юҡ түгел. Эйе, ысынлап та, квадроберҙар буш ваҡытын телефон экранына текләп түгел, ә, мәҫәлән, паркта үткәрә, йүгерә, хәрәкәт итә. Популяр шөғөл балаға физик яҡтан ыңғай тәьҫир итә, мәғлүмәт быуатында аҙ булһа ла мейеһен ял иттерә. Етмәһә, яңы дуҫтар таба, хайуандарға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы арта. Кем белә, бәлки, киләсәктә уларҙан бынамы тигән ветеринарҙар сығыр?
Әммә борсолорға ла урын бар. Бала квадробингка баш-көллө сумһа, яҡшыға түгел. Мәҫәлән, ул көнө-төнө ҡойроҡ, ҡолаҡ тағып йөрөһә, агрессия күрһәтеп, кешеләргә ташланһа, психикаһы боҙола башлаған тигән һүҙ. Уйын менән ысынбарлыҡтың сиктәрен айырмаһа, ысынлап та, ҡурҡыныс. Урамда хайуан һымаҡ бәҙрәфкә барырға маташҡан, дәрестә уҡытыусының һорауына мыйылдап йә өрөп яуап ҡайтарған, бауға бәйләп урамға сығарыуҙарын талап иткән, йорт хайуандары ризығын ашаған хәлдәр юҡ түгел. Тимәк, бала ҡыланыуҙан туҡтаған да йәнлек рәүешендә йәшәй башлаған. “Эт”, “бесәй” дуҫтарың араһында уйнау — бер хәл, ә инде башҡа кешеләр янында маймыл булып ҡыланыу — бөтөнләй икенсе күренеш. Һәр уйындың сиктәре, һәр мауығыу урынлы булһын ине.
Ғөмүмән, квадробинг ҡына түгел, теләһә ниндәй уйын баланың тормошона насар йоғонто яһаһа, ата-әсәй, хәлде үҙ ҡулына алып, үҫмергә ярҙам итергә тейеш.
Ыңғай йә тиҫкәре ҡараштарҙан тыш, әле һығымта яһарға иртәрәк тип әйтеүселәр ҙә бар. Улар фекеренсә, квадробинг кеүек яңы күренештең йоғонтоһо, эҙемтәһе өйрәнеп бөтөлмәгән. Тағы бер ҡараш буйынса, квадробика ни бары киң мәғлүмәт сараларында ғына популяр, ысынында иһә бының менән мауығыусы балалар бик аҙ.
Ата-әсәләргә кәңәштәр

Хайуан булып йүгереп йөрөгән балаһын күргән ата-әсәнең борсолоуын аңларға мөмкин. Дуҫтары уны насарға әйҙәмәйме, йәнлек кеүек сапҡанда йәрәхәт алмаймы тип ҡурҡыта.
Өлкәндәргә уның шөғөлө бөтөнләй оҡшамауы ихтимал. “Балам эт булып кейенһә, мискәнән ашатасаҡмын”, — тип әйтеүселәрҙе ишеткәнебеҙ бар. Әммә ҡәтғи тыйыу, киреһенсә, бунтҡа килтереүе, араларҙы һыуытыуы, яңы конфликттар тыуҙырыуы ихтимал. Борсолоуҙар күңелде өйкәп тормаһын, “минең балам — бесәй” тип аҙаҡ аптырап ҡалмаҫ өсөн үҫмер менән уртаҡ тел табыуға ынтылырға кәрәк.
Иң тәүҙә балағыҙҙың ҡыҙыҡһыныуына ихтирам менән ҡарағыҙ. Үҫмерҙең һеҙгә оҡшмаған, һеҙ аңламаған әйберҙәр менән шөғөлләнергә хоҡуғы бар. Иң кәмендә был мауығыу тураһында мәғлүмәт туплағыҙ, терминдарҙы ятлағыҙ. Шул осраҡта был турала бала менән иркенләп һөйләшә алырһығыҙ.
Аралашҡанда тәүге планда борсолоу йә дәғүә түгел, ә ҡыҙыҡһыныу булһын. Мәҫәлән, ошондайыраҡ һорау бирергә мөмкин: “Бөгөн яңы нәмә белдеңме?”, “Нисек улай хәтәр итеп эшләй алдың ул?”, “Тағы ла ниҙәр өйрәнергә теләйһең?”
Бала менән ваҡыт үткәргәндә уның мауығыуҙарын күҙ уңында тотоғоҙ. Мәҫәлән, бергәләп костюм тегергә йә һатып алырға мөмкин. Хайуандарҙың ҡыланышын күҙәтергә тип уны зоопаркка саҡырырға була. Бындай шөғөлдәр квадробинг менән ҡыҙыҡһыныуының сәбәптәрен асыҡларға ярҙам итер. Кемдәр менән аралашҡанын да белгегеҙ килһә, уның дуҫтарын, мәҫәлән, өйөгөҙгә саҡырырға мөмкин.
Донъяла башҡа төрлө шөғөлдәр барлығын да күрһәтегеҙ. Үҫмер үҙен, үҙенең генә мауығыуҙарын түгел, башҡа кешеләрҙең дә ҡыҙыҡһыныуҙарын күреп өйрәнергә тейеш.
Ошо кәңәштәр балағыҙ менән йылы мөнәсәбәтте һаҡларға, уның тормошо, хис-тойғолары тураһында белергә, дөрөҫ юл күрһәтеүгә ярҙам итер.

Әнисә ТОТМАНОВА.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/girl-cat-hat_1353140

Автор:
Читайте нас