Шоңҡар
+18 °С
Облачно
Иҡтисад
25 Февраля 2025, 05:25

“Олатайым намыҫлы кеше ине...”

Әсәйем ғаиләлә бер генә бала була. Мин – уларҙың берҙән-бер ейәнсәре.

“Олатайым намыҫлы  кеше ине...”“Олатайым намыҫлы  кеше ине...”
“Олатайым намыҫлы кеше ине...”

Ғинуар айында егермеләгән роман яҙған, әҫәрҙәре аша башҡорт халҡының яҙмышын, тарихын, легендар шәхестәрен мәңгеләштергән яҙыусы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығы билдәләнде. Ошо уңайҙан әҙиптең ейәнсәре Алһыу Әнүәр ҡыҙы ХАММАТОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Осрашыуға яҙыусының бүләсәре Нәйлә лә килде. Ул — Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының X класс уҡыусыһы. Олатаһының әҫәрҙәрен туған телендә уҡыған, музыка менән ҡыҙыҡһынған, киләсәктә медецина йүнәлеше буйынса китергә теләгән рухлы бүләсәренә ҡарап, Яныбай Хамматов, ысынлап та, халҡы өсөн янған, ҡыҙына, ейәнсәренә дөрөҫ тәрбиә биргән шәхес икәненә ышанаһың.

Шоңҡарҙар: Алһыу Әнүәр ҡыҙы, һеҙ – өсөнсө быуын ҡала ҡыҙы. Шулай ҙа самауырҙың нимә икәнлеген беләһегеҙҙер?
Алһыу Хамматова: Ҡала ҡыҙы булһам да, бала сағымдың күпмелер өлөшө Шишмә районында урынлашҡан Аҡлан баҡсаһында – элек билдәле шәхестәргә бирелгән дача ерендә үтте. Олатайым мине утын бысырға, самауыр ҡуйырға, мунса яғырға, үлән сабырға өйрәтте. Үҙе март йә апрель айында уҡ шунда бара ла, ҡара көҙ еткәс кенә ҡалаға әйләнеп ҡайта ине.
Ә самауыр миңә шундағы халыҡтың берҙәмлеген, ябайлығын, ихласлығын күҙ алдына килтерә. Ғаиләне берләштереүсе лә ул. Биш литрлы еҙ самауыр мунса инеп сығыуға өҫтәлдә йырлап ултыра. Унда ҡайнаған сәй ҙә тәме менән айырылып тора. Үпкә йөҙгәнсе сәй эсеп, өлкәндәрҙең көңгөр-ҡаңғыр йәшәйеш, ижад тураһында һөйләшкәндәрен тыңлап әүен баҙарына китәһең. Олатайым күршеләренә лә яҡшы булды. Балалары ауырып китһә, халыҡ медицинаһын ҡулланып, банка ҡуя ине. Кәрәк икән, башҡа йомоштарын да башҡара. Магазинға барып аҙыҡ-түлеген дә килтерә ине. Ғөмүмән, намыҫлы, ғәҙел кеше ине. Мәҫәлән, магазинда һатыусы, буталып китеп, аҡсаны күберәк биреп, өйгә ҡайтҡас күрһә, кире алып барып бирә торғайны. Ваҡытында барыһын да эшләргә яратты. Ижади кешеләрҙең ҡайһы берҙәре эске менән мауыға бит. Ул иһә быны бөтөнләй өнәмәне, күптәрҙең йәшел йылан арҡаһында эшлектән сығыуҙарына борсолдо.
Шоңҡарҙар: Олатайығыҙҙың бөйөк яҙыусы икәнлеген ҡасан аңланығыҙ?
Алһыу Хамматова: Минең өсөн ул һәр ваҡыт олатай ине. Бында ниндәйҙер аңлау булманы. Шулай булырға тейеш һымаҡ итеп бала сағымда уҡ ҡабул иттем. Һәр ваҡыт беҙгә яҙыусылар, ижад, сәнғәт кешеләре килә ине. Үҙе лә осрашыуҙарға йөрөнө. Шуға олатай шулай булырға тейеш тә һәр кемдең шундай яҡын, ҡәҙерле кешеһе барҙыр, тип уйлай инем.
Шоңҡарҙар: Ә мәктәптә уҡығанда яҙыусы ейәнсәренә ҡараш ниндәйерәк ине?
Алһыу Хамматова: Талаптар юғарыраҡ булғандыр. Уҡытыусыбыҙ был турала миңә үҙе лә әйтә торғайны. Әммә был хаҡта һөйләп йөрөмәнем, күптәр белмәгәндер ҙә.
Шоңҡарҙар: Һеҙ документта ла Хамматова булып йөрөйһөгөҙмө? Быға атайығыҙ, ирегеҙҙең ҡарашы нисек булды?
Алһыу Хамматова: Атайым үҙе ризалашҡан. Иптәшем тарафынан да бер ниндәй ҙә һорау булманы.
Шоңҡарҙар: Атайығыҙ ниндәй телдә һөйләшә?
Алһыу Хамматова: Атайым Үзбәкстан яғында тыуған, татар милләтенән. Телгә ҡарата талапсан. “Башҡортса белгән кеше башҡа төрки телдәрҙә лә еңел аралаша”, – тип ҡыҙҙарыма ла ҡабатлап ҡына тора. Мин мәктәпкә төшкәндә әсәйем менән өләсәйем, бәлки, рус телендә уҡып үҫһә, киләсәктә үҙе өсөн еңелерәк булыр, тип уйлағандар. Атайым, олатайымдың ҡарары менән мин Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһын тамамланым. Ҡыҙҙарым да шунда белем ала. Ҡала мөхитендә, барлыҡ мөмкинселектәрҙе ҡулланып, киләһе быуындарға телебеҙҙе тапшырырға тырышабыҙ.
Олатайым да телгә ҡарата талапсан булды. Берәй билдәле шәхес: “Мин башҡорт халҡы өсөн тегене эшләнем, быны эшләнем”, – тип күкрәк һуға башлаһа, “Балаларың, ейәндәрең башҡорт телендә уҡый беләме?” – тип һорай ине. “Юҡ, инде. Балаларыма өйрәтергә форсат булманы. Ситкә уҡырға киттеләр. Икенсе милләткә өйләнделәр, кәләш алдылар”, – тип аҡлана башлайҙар. Был осраҡта олатайым: “Башҡортлоғоңдо ташҡа үлсәйем”, – тип әйтә торғайны.
Үҙе иһә, өләсәйем менән өйләнешкән ваҡытта, өйҙә рус телендә, сөнки ябай ауыл балаһына русса ауырыраҡҡа тура килгән. Ә обкомда эшләгән, төрлө урындарҙа сығыш яһаған кешегә рус телен яҡшы белеү мотлаҡ кәрәк. Әсәйемдең теле лә русса асыла. Уны ҡараған ҡатын да мәрйә була. Шуға ла әсәйем башҡортса ныҡлап һөйләшергә егерме йәштәр тирәһендә генә өйрәнә.
Шоңҡарҙар: Һеҙ үҫкәндә олатай тәрбиәһе эләктеме?
Алһыу Хамматова: Уҡыусы саҡта күпселек уларҙа йәшәнем. Үҙе йәшләй генә әсәһенән етем ҡалып, бала сағы ауыр, ҡырыҫ шарттарҙа үтһә лә, бала күңелен аңлай белгән кеше ине ул. Мин белем алған гимназия ла яҡында ғына. Олатайым уҡыуға алып бара, ҡаршы ала. Балалар баҡсаһына төшкәсне, ул ҡараны. Олатай яҙған саҡта шып-шым ғына ултырырға кәрәклеген аңлай инем. Уның менән бер бүлмәлә берәй уйынсығым менән уйнап ултыра торғайным. Ә инде өҫтәл артынан торһа, һөйләшергә мөмкин икәнлеген аңлап барып һырпалана һала инем. Ваҡыты ни тиклем тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, үҙ мәлендә ашата, тышҡа уйнарға алып сыға.
Шоңҡарҙар: Белеүебеҙсә, өләсәйегеҙ Башҡортостандан ситтә тыуған...
Алһыу Хамматова: Эйе, Читала тыуған, әммә унда оҙаҡ йәшәмәгәндәр. Зәңгәр күҙле, һары сәсле ине ул. Үҙе татарса һөйләшһә лә, беҙгә башҡорт теленә һөйөү уятырға тырышты. Туҡһанынсы йылдарҙа – боларыш осоронда магазин-фәләндә башҡорттар тураһында ниндәйҙер кире фекер әйтһәләр, ул шунда уҡ яҡлаша торған ине. Йөҙ-ҡиәфәте менән башҡортҡа оҡшамаған гүзәл заттың был ҡыланышына күптәр аптырап ҡарар булғандар.
Шоңҡарҙар: Өләсәйегеҙ үҙенең тормошо хаҡында һеҙгә һөйләй торған инеме?
Алһыу Хамматова: Күберәген әсәйемә һөйләгән. Уның аша өләсәйемдең дә бала сағы ниндәй ауыр шарттарҙа үтеүен, атаһының юлда үлеп ҡалыуын, ҡайҙа ерләнеүен дә белмәүҙәрен ишетеп үҫтем. Өфөлә яр ситендәге бәләкәй генә мунсала йәшәгән улар. Ваҡыт үткән һайын элекке әйберҙәрҙең ҡәҙерен нығыраҡ аңлайһың.
Мәҫәлән, Аҡланда дачаға ремонт эшләйемме икән, тип бер мәл уйланым да, кире булдым. Ундағы мөхиттә, һәр әйберҙә олатайым менән өләсәйемдең ҡулы тейгән. Шуның менән үтә яҡын, ҡәҙерле улар.
Шоңҡарҙар: Ә олатайығыҙ менән өләсәйегеҙ нисек танышҡандар?
Алһыу Хамматова: Олатайымдың бер туған ҡустыһы Мөхәммәт менән башта таныша өләсәйем. Бер мәл ул комсомолда эшләп йөрөгән, фронтты үткән ағаһы менән ҡыҙҙы таныштырып, маһайып алырға теләй. Һөҙөмтәлә олатайым менән өләсәйем бер-береһенә ғашиҡ булалар. Өйләнешәләр. Силәгенә күрә ҡапҡасы, тип әйтәләр бит. Улар икеһе бер бөтөндө тәшкил иткән һоҡланғыс пар ине.
Өләсәйем кейәүгә сыҡҡанда киске мәктәптә уҡып йөрөгән. Олатайым иһә уны филология факультетына уҡырға өгөтләй. Киләсәктә миңә ярҙам итерһең, ти ул. Өләсәйем Өфө фән һәм технологиялар университетында философиянан уҡытты. Олатайымдың ижадын тулыһынса тиерлек рус теленә тәржемә итте. Һуңынан Мәскәүгә ебәреп, ундағы яҙыусылар әҙәби тикшереү үткәрә ине. Олатайымдың рус телендәге китаптарында тәржемәсе Василий Василевский тип яҙылғас, улар башҡортса беләме икән, тип бала саҡта аптырай инем. Улар бары тик өләсәйемдең эштәрен эшкәртеп, әҙәби телгә һалғандар ғына икән.
Ҡайһы саҡта икеһе ике машинкала бер юлы өйҙә эшләп, ижад итеп ултыралар ине. Бер бүлмәлә олатайым яңы әҫәрен яҙа, икенсе һендә өләсәйем уны ыңғайына рус теленә ауҙара.
Шоңҡарҙар: Олатайығыҙ туғандары менән аралашып йәшәнеме?
Алһыу Хамматова: Бөтә ҡусты-һеңлеләренең белем алыуҙарын, был тормошта үҙ урындарын табыуҙарын теләне. Әммә улар араһында бер туғандарға хас булған йылы мөнәсәбәт тойолманы. Мөхәммәт ағайым яҡын ғына йәшәһә лә, һирәк күрештеләр. Был, бәлки, бәләкәй саҡтарында өйҙә бирелгән тәрбиәнән килгәндер. Сөнки олатайымдың атаһы үҙе балаларын һуғыштырып, бер-береһенә һөсләтеп, уларҙың һуғышҡанын ҡарап ултырыуҙан ҡыҙыҡ тапҡан. Әлеге ваҡытта икенсе әсәйҙән тыуған Фәриҙә исемле һеңлеһе иҫән. Ул Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһында йәшәй. Янына барып йөрөйбөҙ.
Шоңҡарҙар: Олатайығыҙ Исмаҡайға йыш ҡайтып йөрөнөмө?
Алһыу Хамматова: Тыуған ауылына юлы һирәк төштө. Унда күҙ терәп барыр туғандары ла юҡ ине. Хатта атаһы менән әсәһенең ҡайҙа ерләнгәнен дә белмәнеләр.
Шоңҡарҙар: “Алтын юлағым” автобиографик романына олатайығыҙ атаһы тураһында нәфрәт менән яҙа. Уның хаҡында һеҙгә лә һөйләй торған инеме?
Алһыу Хамматова: Күп һөйләне. Был әҫәргә уларҙың яртыһы ғына кергән. Олатайым тыуғанда атаһына илле йәштәр самаһы булған. Үҙ балаһына ҡарата ни өсөн шулай насар ҡыланғандыр? Мәҫәлән, мәктәпкә барып: “Яныбай уҡыйым тип, ғаиләне ҡарашмай”, – тип ошаҡлашып йөрөгән. Шулай булһа ла, ул атаһы алдында уллыҡ бурысы тураһында онотмай. Һуғышта йөрөгәндә атаһы баҡыйлыҡҡа күсә һәм олатайым уны ерләргә һорап ҡайта ала. Икенсе әсәйҙән тыуған туғандарын балалар йортона урынлаштыра. Еңеүҙән һуң, көтөп торған кешеһе булмаһа ла, ул тыуған ауылына ҡайта. Шунда: “Һин берәүгә кәрәкмәһәң дә, иҫән ҡайтҡанһың. Беҙҙең берҙән-бер ҡәҙерле балабыҙ яуҙа ятып ҡалды”, – тип күҙенә ҡарап әйтеүселәр табылған.
Шоңҡарҙар: Яныбай Хамматовтың ҡайһы әҫәре күңелегеҙгә яҡын?
Алһыу Хамматова: Әлбиттә, яҡын кешемдең ижады, һәр әҫәре күңелемә ныҡ яҡын. Шулай ҙа ошо автобиографик романын яратам. Уның аша ата-бабаларыбыҙҙың үткәне, образы күҙ алдында һынлана. Һәр кемгә лә бындай бәхет тәтемәй бит инде. Йәнә “Төньяҡ амурҙары”, “Ҡара яу” әҫәрҙәре – минең өсөн бик көслө ижад емеше.
Шоңҡарҙар: Олатайығыҙҙың башланғыс ижады менән танышһығыҙмы?
Алһыу Хамматова: Ул башҡа яҙыусылар кеүек хикәйә, повестар яҙмай. Ҡәләмен ваҡытлы матбуғатҡа төрлө темаларға очерктар яҙған мәлдә шымарта һәм романдарға тотона. Тик уларын архивтан тапҡаным юҡ. Беренсе китабы “Йондоҙҙар нисек ҡабына?” тип атала. Унда Әбйәлил районында беренсе секретарь вазифаһын башҡарғанда урындағы халыҡтың яҙмышын бәйән итә. Әбйәлилдән һуң уны икенсе бер ҙур район менән етәкселек итергә ебәрәләр. Әммә ул Өфөгә ҡабат юлланып, ижад эше менән генә булырға ҡарар итә. Бала саҡ хыялына хыянат итергә теләмәй. Өләсәйем дә уның һүҙен йөпләй. “Өфөлә эш тапмаясаҡһың. Партбилетыңды юғалтасаҡһың”, – тип ҡурҡытырға, янарға маташыусылар табылһа ла, ул һүҙендә ныҡ тора. Баш ҡалаға килгәс, ысынлап та, башта эш таба алмай. Шунлыҡтан Эске эштәр министрлғына урынлашып, бер нисә йыл унда эшләй, хаҡлы ялға ла шунан китә. Министрлыҡ вәкилдәре шуның өсөн уға шул тиклем рәхмәтле була. Һәр юбилейына килеп, сығыш яһап, үҙҙәренең уға ҡарата хөрмәттәрен күрһәттеләр. Уны ерләгәндә лә “почетлы салют” атып оҙаттылар, ярҙам иттеләр.
Шоңҡарҙар: Һеҙҙең өйҙә олатайығыҙҙан ҡалған үтә лә ҡәҙерле ҡомартҡы бармы?
Алһыу Хамматова: Әсәйем ғаиләлә бер генә бала була. Мин – уларҙың берҙән-бер ейәнсәре. Уларҙан миңә бөтә нәмә лә ҡалды. Өләсәйем иҫән саҡта олатайымдың эш кабинеты шул килеш кенә торҙо. Әле Белорет ҡалаһындағы Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназия­һында уның музей-кабинетын асырға уйлайым. Шуға унда ҡайһы бер йыһаздарын, китаптарын алып барҙым. 21 мартта унда Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуыға арналған кисә үтергә тейеш. Шунда, бәлки, музейҙы ла аса алырбыҙ. Ҡайһы бер нәмәләрен өләсәйем Милли әҙәбиәт музейына ла тапшырҙы. Күҙлектәре, дәфтәрҙәре, ручкалары, хатта юйғыстары ла әлегәсә фатирҙа бар.
Дачала үҙгәрештәр юҡ тиерлек. Ул ултыртҡан шыршылар, кедрҙар үҫә. Тәбиғәтте яратты, уның балаһы булып ҡалды олатайым. Күптәр унда ата-әсәләренән, олатай-өләсәйҙәренән ҡалған йорттарҙы һатты. Әммә беҙ иҫтәлек итеп тоторға тырышабыҙ. Йәнә бер идеям бар. – Белорет гимназияһындағы унынсы класс уҡыусыларын сентябрь айҙарында саҡырып, Аҡланға экскурсия ойошторорға ине. Йәш быуынға ҡыҙыҡ, фәһемле булыр ине тип уйлайым. Сөнки күп билдәле шәхестәр үлемһеҙ әҫәрҙәрен тап шунда ижад иткән, һәр йорт унда ниндәйҙер тарих һөйләй.
Минең өсөн яҡын ҡомартҡы – ул олатайымдың ябай ғына өҫтәле. Шул өҫтәл артында уның “Бөртөкләп йыйыла алтын” романы яҙылған. Һуңынан олатайыма яңы йыһаз алғас, ул әсәйемә ҡала. Ул уҡыусы, студент саҡтарында унда дәрес әҙерләй. Һуңынан мин ул өҫтәл артында ултырып, тәүге хәрефтәрҙе яҙырға өйрәндем, юғары уҡыу йортон тамамланым. Олатайым: “Берәй музейға тапшырырһың”, – тип әйтә торғайны. Әммә уны ҡалдырырға булдым. Ҡыҙҙарыма ла: “Ошо өҫтәл артында ултырып уҡыһағыҙ, уңышлы кешеләр булырһығыҙ”, – тип ҡабатлап торам.
Шоңҡарҙар: “Бөртөкләп йыйыла алтын” әҫәренең төп геройы Ғәйзулланың прототибы Яныбай Хамматов үҙе шикелле...
Алһыу Хамматова: Эйе, Ғәйзулла – ул олатайымдың тормошонан алынған образ. Ысынлап та, ул үҫмер сағында алтын йыуыу эшендә ҡатнаша. Шахтала төрлө ауырлыҡтар күргән сағында йәрәхәтләнеп тә ҡуя. Бер мәл аҫҡа төшөп барғанда лифтер йоҡлап китә лә, олатайым лифтҡа аяғын эләктерә. Аяғы һына. Ошондағы халыҡ менән тығыҙ аралашыуы, ауыр эште үҙ елкәһендә татыуы, көнкүрештәрен үҙ күҙҙәре менән күреүе, уларҙың психологияһын, образдарын романда йәнле итеп һүрәтләүгә булышлыҡ итә лә инде. Башта яҙған саҡта реаль шәхестәрҙең хатта исемдәрен дә үҙгәртеп тормай. Аҙаҡтан ғына үҙгәреш индерергә тура килә. Сөнки: “Һеҙ минең атайым тураһында яҙғанһығыҙ”, “Һеҙ минең туғандарымды тасуирлағанһығыҙ” тигән йөкмәткеле хаттар килә башлай.
Шоңҡарҙар: “Бөртөкләп йыйыла алтын” романының лейтмотивы, алтын бәхет килтермәй, тигән фекергә ҡайтып ҡала. Олатайығыҙ экологияға ҡарата ниндәй ҡарашта булды?
Алһыу Хамматова: Ул бер нимәгә лә битараф булманы. Вайымһыҙлыҡ уның холҡона хас түгел. Туҡһанынсы йылдарҙа тәбиғәткә ҡарата аяуһыҙлыҡ күрһәтелә башлағас, әсенә торғайны. Ожмахҡа тиң ерҙәребеҙҙе һаҡлап ҡалырға, уларҙы киләһе быуындарға нисек бар шул килеш ҡалдырырға кәрәк икәнен яҡшы аңланы. Халыҡ йыш ҡына шылтыратып унан ярҙам да һораны. Төрлө урынға үҙ фекерен белдереп хаттар яҙҙы.
Шоңҡарҙар: Олатайығыҙҙың яратҡан яҙыусыһы булдымы икән? Кемдең ижады менән даими танышып барҙы?
Алһыу Хамматова: Олатайым күп уҡырға яратты. Элек яҙыусыларҙың яңы китаптары нәшер ителгән каталог була торғайны. Өләсәйем менән икеһе китаптарҙы бергәләшеп ултырып һайлайҙар. Шунда уҡ билдәләп баралар һәм почта аша алдырып уҡыйҙар ине. Шундай бер ғәҙәте булды – яңы танышҡан әҫәрҙә оҡшаған, оҡшамаған урындарын ручка менән һыҙып билдәләп ҡуйырға яратты. Был китаптар әле лә күп һаҡланған. Инглиз яҙыусыһы Джеймс Гринвудтың “Маленький оборвыш” романын яратты. Был әҫәрҙең үгәй әсәһенең кәмһетеүҙәренә, атаһының вайымһыҙлығына түҙмәйенсә өйөнән ҡасып сығып китеп, урам балаһына әйләнгән, үҫмер сағынан төрлө ауыр эштәрҙә эшләгән, шул уҡ ваҡытта яҡшы, йәмғиәттә кәрәкле кеше булырға хыялланған төп геройы менән яҙмыштары уртаҡ булғанғамы, үҙ итә ине. Лев Толстойҙың ижадын хөрмәт итте. Уның үҙен дә “Башҡорт Толстойы” тип йөрөткәндәр. “Һуғыш һәм солох”, “Төньяҡ амурҙары” романдарының кимәлен сағыштырып ҡарағандан һуң барлыҡҡа килгән фекер инде был.
Шоңҡарҙар: Олатайығыҙҙың музыкаль яҡтан һәләттәре бар инеме?
Алһыу Хамматова: Гармунда уйнай ине, тип әйтәләр. Тик мин уның гармун тотоп ултырған сағын күргәнем булманы. Йырлағанын ишеттем. Башҡорт халыҡ йыры “Илсе Ғайса”ны башҡарған ваҡытта таҫмаға яҙҙыртып алып ҡалғанбыҙ. Февраль айында З. Вәлиди исемендәге милли республика китапханаһында үтәсәк презентацияға әҙерләп алып барырға йыйынабыҙ.
Шоңҡарҙар: Яҡташтарынан кемдәр ныҡлап аралашты?
Алһыу Хамматова: Заһир Исмәғилевтең килеп йөрөгәнен иҫләйем. Көн һайын тигәндәй телефондан һөйләштеләр. Уның биографияһы тураһында олатайым китап та яҙа. Әммә ул уҡыусыһына барып етмәй. Нәшер ителмәйенсә ҡала. Сабир Шәрипов, Рәйес Исмәғилев, Гүзәл Ситдиҡова өйөбөҙгә йыш ҡына килә торғайнылар.
Шоңҡарҙар: Нәшер ителмәгән китаптарын, бәлки, нәшриәткә тапшырырға кәрәктер?
Алһыу Хамматова: Уларҙың барыһы ла машинкала баҫылған. Компьютерға күсерер өсөн әлеге мәлдә ваҡыт яғы тығыҙыраҡ.
Шоңҡарҙар: Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан сығарылған “Алтын юлағым” романын халыҡҡа еткереү буйынса һеҙҙең тарафтан ниндәйҙер эштәр башҡарыласаҡмы?
Алһыу Хамматова: Бәлки, презентациялар үткәрербеҙ. Белорет районы халҡы ла уның сығыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Уның донъя күреүендә әсәйемдең хеҙмәте ҙур. Ғүмеренең һуңғы йылдарында олатайымдың автобиографик романы менән генә эшләне, шул маҡсат менән генә янып йәшәне. Нәшриәткә алып барып тапшырғас, бер нисә айҙан һуң донъя ҡуйҙы.
Шоңҡарҙар: Олатайығыҙ баҡыйлыҡҡа күскәс, өләсәйегеҙ үҙен нисек тотто юҡһынғандыр инде...
Алһыу Хамматова: Өләсәйем үтә сабыр, хис-тойғоларын артыҡ белдереп барған кеше түгел. Үҙен һәр ваҡыт ҡулға ала белә ине. Әлбиттә, ҡырҡ туғыҙ йыл иңдәрен-иңгә терәп, утты ла, һыуҙы ла бергә үткән тоғро тормош юлдашыңды юғалтыу еңел булмағандыр. Олатайым үлгәс, архивын тулыһынса системалау, библиографик күрһәткесен төҙөү буйынса эшләне. Етмешен үткәс, олатайымдың ҡайһы бер әҫәрҙәрен компьютерға күсерер өсөн, был техника менән эшләргә өйрәнде. Ә бына әсәйем атаһын юғалтҡас, өс йыл самаһы үҙенә урын таба алманы. Күҙҙәре гел еүеш йөрөнө. Өләсәйем дә: “Үлгән артынан үлеп булмай. Тыныслан”, – тип йыш әйтә ине. Мин кейәүгә сығып, оло ҡыҙым тыуғас ҡына, күңеле бер аҙ тынысланды, ейәнсәренә ҡарап йыуанды.
Шоңҡарҙар: Ә һеҙ үҙегеҙ хәҙерге башҡорт әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы?
Алһыу Хамматова: Уҡыусы тәжрибәм ныҡ ҙур. Элек ҡулыма эләккән һәр китаптың эстәлеге менән танышып бара инем. Әлеге ваҡытта һәр гәзит-журналдың төркөмдәрендә теркәлгәнмен һәм ваҡытым булғанда унда баҫылған әҫәрҙәрҙе уҡырға тырышам.
Шоңҡарҙар: Һеҙ һүҙ менән дә оҫта эш итә белгән, һүрәт төшөрөргә һәләтле кеше. Ни өсөн медицина юлын һайланығыҙ икән?
Алһыу Хамматова: Мәктәпте тамамлағанда ике юл бар ине – худграф һәм медицина. Уйланып, аҡыл дәүмәлдәренә һалып ҡараным да, рәссам табип була алмай, ә табип рәссам була ала, тигән фекергә килдем. Ижад кешеһе өсөн үҙ урыныңды табыуы бигерәк тә ауыр. Шулай ҙа яратҡан шөғөлөмдән айырылғаным да юҡ. Балалар өсөн китаптарҙы биҙәйем. Өс китабым сыҡты. Шарль Перроның “Ҡыҙыл башлыҡ” әкиәтен тулыһынса тәржемә иттем. Был эшкә тотоноуымдың үҙенә күрә сәбәбе лә бар. Оло ҡыҙым Әйшә тыуғас, уның менән башҡорт телендә генә һөйләштек, телевизорҙан “Сәңгелдәк”те генә ҡараны. Әммә бәләкәй баланы нимә менәндер ҡыҙыҡһындырырға кәрәк, шуға ла һөйләшмәгән йәнһүрәттәрҙе генә ҡуя инек. З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан балалар өсөн китаптарҙы алдыҡ. Шул уҡ ваҡытта сит ил әҙәбиәтендәге билдәле әкиәттәр менән дә уны таныштырғы килә ине, шуға ла “Ҡыҙыл башлыҡ”ҡа тотондом. Нығыраҡ ҡыҙыҡһындырырға һүрәттәрен дә эшләнем. Шулай итеп, ҡыҙым өсөн генә бер китап әҙерләнем. Әсәйем минең эштәремде Динә Талхинаға күрһәтә. Ул: “Бындай шәп материал бер бала өсөн генә булырға тейеш түгел”, – тип нәшриәттә баҫтырырға тәҡдим итә. Һуңынан “Күмәс өй” тигән тәржемә китабым баҫылды. Йәнә С. Аксаковтың “Алһыу сәскә” әҫәренә сығарылған китапта һүрәттәре минеке.
Олатайым әсәйемде яҙыусы булырға өндәне. “Һинән яҙыусы сығыр ине”, – тип йыш ҡабатлай ине. Әммә әсәйем тәржемәсе юлын һайланы һәм был өлкәлә ҙур уңыштарға өлгәште, тип әйтә алам. Уның уңышлы тәржемәсе икәнлеген күргәс, Рауил Бикбаев, Ғайса Хөсәйенов кеүек әҙиптәр ҙә ҡайһы бер хеҙмәттәрен рус теленә тәржемә иттерҙеләр. Һуңынан мөрәжәғәт итеүселәр күп булды. Тик ул: “Минең төп эшем – атайымдың ижад емеше менән эшләү, уны киң аудиторияға сығарыу”, – тип баш тарта. Һәләтле кеше бар яҡлап та һәләтле, тип әйтәләр бит. Әсәйемә лә был тарафтан мул өлөш эләккән. Музыка мәктәбен тамамлай, тегергә, һүрәт төшөрөргә лә оҫта ине. Ул үҫкән саҡта ауыр ғына шарттарҙа йәшәгән олатайым менән өләсәйем матур тәрбиә лә бирә белгәндәр, ваҡытында күреп, һәләттәрен дә үҫтергәндәр.
Шоңҡарҙар: Бәлки, ҡыҙҙарығыҙ олаталарының юлын дауам итер?
Алһыу Хамматова: Әйшә ҡыҙым әлеге ваҡытта Мәскәүҙә Тимерязев академияһында биология буйынса белем ала. Ул да минең кеүек һүрәт төшөрөргә ярата. Бәләкәй ҡыҙым Нәйлә медицинаны һайларға уйлай. Унда ла рәссамлыҡ һәләте бар. Гитарала уйнай.
Шоңҡарҙар: Улар ҙа Хамматовалармы?
Алһыу Хамматова: Улар аталарының фамилияһын алдылар – Атнағоловалар.
Шоңҡарҙар: Мөмкинселек булһа, олатайығыҙға әле нимә тип әйтер инегеҙ, нимәләр тураһында һорашыр инегеҙ?
Алһыу Хамматова: Бала, үҫмер саҡтары тураһында күберәк һорашыр инем. Иҫән сағында быға артыҡ әһәмиәт бирмәйһең бит инде. Әҙәбиәте менән халҡы күңелендә, хәтерендә һәр ваҡыт тере булыуы хаҡында әйтер инем. Замандаштары араһында көнләшеүселәр ҙә бар ине. Хатта күҙенә тура ҡарап: “Етәр, яҙыуыңдан туҡта”, – тип әйтеүселәр ҙә табылған. Әммә ул бер романды тамамлау менән икенсеһенә тотона, икенсе тема өҫтөндә эҙләнә башлай ине. Шундай тынғыһыҙ йән булды. Үҙе бер ваҡытта ла исем юллап, әрһеҙләнеп йөрөмәне. Хатта Яҙыусылар союзына керер ваҡытта документтарын юғалталар. Ваҡытында романдарын нәшер итер өсөн дә аяҡ салыусылар табыла. “Әҫәрҙәремде китап итеп сығарһалар, уҡыусыма барып етһә, етә. Мин халҡыма хеҙмәт итәм”, – тип әйтә торған ине. Тура һүҙле булды. Файҙалы кеше менән дуҫлашып, ярамһаҡланып йөрөү, тупһалар тапап һораныу уның өсөн бөтөнләй ят нәмә. Шуға ул иҫән саҡта халыҡ һораһа ла, Башҡортостандың Халыҡ яҙыусыһы исеме бирелмәне. Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан республика етәкселеге тарафынан ижадына иғтибар артыуына шатбыҙ.

 

Һөйләшеүҙе Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА
яҙып алды.

Автор:
Читайте нас