Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иҡтисад
2 Март 2025, 16:02

Балалар баҡсаһына бүләк итә

Рәйес ағай Абдрахмановты ауылдаштары киң күңелле, йомарт, ярҙамсыл кеше итеп белә. 

Балалар баҡсаһына бүләк итәБалалар баҡсаһына бүләк итә
Балалар баҡсаһына бүләк итә

"Шоңҡар" журналының беренсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында Ғафури районының Юлыҡ ауылында йәшәүсе Рәйес ағай Абдрахманов үтек отҡан ине. Ялдарҙа бүләк хужаһына барып етте. 

Хаҡлы ялда булһа ла, егерме өс йыл мәктәптә хеҙмәттән уҡытҡан, автомобиль менән идара итергә өйрәткән Рәйес ағай әле лә ҡул ҡаушырып ултырмай. Уның етмеш башлап умартаһы бар. Ҡышын иһә бал ҡорттары өсөн рамдар эшләү менән мәжғүл. 

Рәйес ағай Абдрахмановты ауылдаштары йомарт, киң күңелле, ярҙамсыл кеше итеп белә һәм хөрмәт итә. Элегерәк ауылда техника әҙ саҡта, "Тиҙ ярҙам"  ролен дә үтәй, тәүлектең ниндәй ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, ауылдаштарын дауаханаға алып бара ине.  Әле үтекте Юлыҡ ауыл мәктәбендә урынлашҡан "Аҡсарлаҡ" балалар баҡсаһына бүләк итәсәге тураһында әйтеп ҡалды. 

Балалар баҡсаһына бүләк итә
Балалар баҡсаһына бүләк итә
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас