Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иҡтисад
4 Март 2025, 08:36

Уңған хужабикәгә шәп бүләк!

"Шоңҡар"ҙан айырыла алманыҡ та ҡуйҙыҡ", - тиҙәр. 

Уңған хужабикәгә шәп бүләк!Уңған хужабикәгә шәп бүләк!
Уңған хужабикәгә шәп бүләк!

Ғафури районының Юлыҡ ауылында алдынғы ҡарашлы, уңған, йор һүҙле халыҡ йәшәй. "Шоңҡар" журналының беренсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында ла был ауылдан ике уҡыусыбыҙ бүләк отоуы быға асыҡ дәлил. Гөлирә апай Кинйәғолова - кәстрүл отто. Гөлирә апай менән  Мөхәмәтгәрәй ағай Кинйәғоловтар "Мағаш" колхозында эшләнеләр. Әлеге ваҡытта күпләп мал тотоп матур донъя көткән һоҡланғыс ғаилә.  Журналыбыҙға бер нисә йыл өҙлөкһөҙ яҙылыусы уҡыусыларыбыҙ улар. "Бер тапҡыр Яңы йылға Себерҙә йәшәгән Алина киленебеҙ, үҙенең ата-әсәһе менән беҙгә, "Шоңҡар" журналына яҙылып бүләк эшләгән ине. Шунан һуң был баҫманан айырыла алманыҡ та ҡуйҙыҡ", - тиҙәр. Киләсәктә лә бергә булайыҡ!  

Уңған хужабикәгә шәп бүләк!
Уңған хужабикәгә шәп бүләк!
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас