Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иҡтисад
5 Март 2025, 04:30

Өлөгөлө башҡорт ғаиләһе

"Рухлы ғаилә" номинацияһында еңгән Шайлиндар ғаиләһе Башҡортостандан ситтә йәшәй. 

Өлөгөлө башҡорт ғаиләһеӨлөгөлө башҡорт ғаиләһе
Өлөгөлө башҡорт ғаиләһе

Яҙҙың тәүге көнөндә "Башҡорт ғаиләһе көнө" билдәләнә. Ошо байрам уңайынан Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" тигән асыҡ республика конкурсы уҙҙы. Башҡортостандан ситтә йәшәгән йәш ғаиләләрҙең ҡатнашыуы икеләтә шатлыҡлы күренеш. 

"Бик матур сара булды. Юғары кимәлдә үтте. Бөтә нәмә уйланылған. Шундай матур ғаиләләрҙе күреп, һоҡланып, илһамланып ҡайттыҡ. Ошондай күркәм байрамда ҡатнашыу бәхете тейеүенә бик шатбыҙ, күңелдәрҙә мәңгелеккә ҡалыр был сағыу тамаша. Ҡыҙҙарыбыҙ: "Тағы ҡатнашыр инек бындай сараларҙа", -  тип ҡайттылар. Лауреат булмаһаҡ та, "Рухлы ғаилә" номинацияһында еңеүебеҙ икеләтә ҡәҙерле. Башҡортостандан ситтә йәшәп, рух, милли үҙаң төшөнсәләрен балаларға еткереү еңелдән түгел, шуға баһалама ағзалары быларҙы беҙҙең ғаиләлә күргән икән, был бик мөһим", - ти Ырымбур ҡалаһынан килгән Гөлнар Яҡшыбаева-Шайлина конкурс тураһында тәьҫораттары менән бүлешеп.

 

Өлөгөлө башҡорт ғаиләһе
Өлөгөлө башҡорт ғаиләһе
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас