Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Март , 20:33

Әсәйҙәрегеҙҙе йышыраҡ ҡосаҡлағыҙ

Иҫән саҡтарында ҡәҙерҙәрен беләйек... 

Әсәйҙәрегеҙҙе йышыраҡ ҡосаҡлағыҙ
Әсәйҙәрегеҙҙе йышыраҡ ҡосаҡлағыҙ

Рәсәйҙең спорт тарихында исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшеваның әсәһе Зөлфиә ханымдың йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күскәнен беләбеҙ. Бөгөн уның гүр эйәһе булыуына ун өс йыл булған икән. “Әсәйҙәрегеҙҙе йышыраҡ ҡосаҡлағыҙ, яратыуығыҙҙы әйтегеҙ. Күпме ваҡыт үтһә лә, ҡәҙерле кешемде юғалтыуыма һаман да тыныслана алмайым”, - тип яҙа үҙенең сәхифәһендә ҡыҙы.

Ысынлап та, әсәйҙәребеҙҙең иҫән саҡтарында ҡәҙерҙәрен беләйек...

Әсәйҙәрегеҙҙе йышыраҡ ҡосаҡлағыҙ
Әсәйҙәрегеҙҙе йышыраҡ ҡосаҡлағыҙ
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: