Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Март , 16:21

Үҙ яртымдың әсәһе

Ғәҙәттә, ир-егеттәр тарафынан, ҡәйнәләр тураһында туҙға яҙмаған көләмәстәр генә һөйләнелә. Был яҙманы уҡығас, күҙҙән йәштәр эркелде. 

Үҙ яртымдың әсәһе
Үҙ яртымдың әсәһе

Ҡара ла ғына урман,

Ҡараңғы төн,

Яҡшы ла аттар кәрәк үтергә...

Ошо йырҙы моңло итеп ҡәйнәм йырлай торған ине. Ир затынан булһам да, конкурста ҡатнашырға булдым. Ҡатындарҙың ғына ҡәйнәләре түгел, ирҙәрҙеңдә ҡәйнәләре бар бит...

 Кәләш алып 29 йыл ҡәйнәле булып йәшәп ҡалдым. Ҡәйнәм гүр эйәһе инде, йәне йәннәттәлер тип ышанам, сөнки шундай һәйбәт, изге, йомарт кеше ине.

,,Хеҙмәт ветераны” 8 бала әсәһе, оло йөрәкле ҡәйнәмдең үҙенә лә 26 йыл бергә, аяҡтары йөрөмәгән ҡәйнә менән йәшәргә тура килә.

Мин, ир кеше булараҡ, ҡатын -ҡыҙҙың уй хистәрен, ҡылыҡтарын күп саҡта аңлап та етмәйемдер, әммә ҡәйнәмде бына бер күреүҙән, бер һөйләшеүҙән үк аңлай торған инем. Эскерһеҙ, мөләйем, кешелекле, кеселекле булыуы менән айырылып торҙо. Йылда ураҙа тотто. Ололар ғына түгел, хатта йәштәр ҙә: ,,Әбей, юлға сыҡҡан да һин осраһаң, юлдар уңып ҡайта”, -  тип килеп, хәйер биреп китә торған инеләр.

Бына шулай, эшләгән эштәре, һөйләгән һүҙҙәре, биргән кәңәштәре менән беҙҙе һөйөндөрөп, бар кешегә тик яҡшылыҡтар ғына теләп йәшәй торғайны. 29 йыл ҡәйнәле булып йәшәнем. Үҙ атам - әсәм булмағас, ҡәйнәмдә миңә үҙ әсәм кеүек булды. Ҡәйнә менән кейәү тураһында күпме көләмәстәр һөйләнһә лә, һәр ҡайһыбыҙҙың йөрәк түрендә ҡәйнәгә ҡарата оло ихтирам яталыр тип уйлайым.

Ҡәйнәм, ҡәҙерлем!

Үҙ яртымдың әсәһе.

Йомшаҡ һүҙле, оло йәнле

Балалар өләсәһе.

Ҡәйнәләргә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ,

Ҡәйнә лә бит - берәү әсәһе.

Йәшәү йәмен тойоп бергә - бергә,

Йәшәйһе лә әле, йәшәйһе.

Франгил Ғәлиев. Межгорье ҡалаһы.

Үҙ яртымдың әсәһе
Үҙ яртымдың әсәһе
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: