Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иҡтисад
16 Март 2025, 13:25

"Китап-байрам"ы тураһында һоҡланып һөйләйҙәр

Дағстан яҙыусыларының күптәре Башҡортостанда “Китап-байрам”ында булғандар. Беҙҙең республикала әҙәбиәткә шул хәтлем ҙур иғтибар бүленеүе тураһында әйттеләр. Мостай Кәримде үҙҙәренең шағирҙары итеп һанайҙар. Ә Айгиз Баймөхәмәтовҡа ҡарап һоҡланалар.

"Китап-байрам"ы тураһында һоҡланып һөйләйҙәр"Китап-байрам"ы тураһында һоҡланып һөйләйҙәр
"Китап-байрам"ы тураһында һоҡланып һөйләйҙәр

Юлдағы, ғәйепһеҙгә рәнйетелгән кешенең теләге ҡабул була, тиҙәр. Һәр ваҡыт, юлыбыҙға изге күңелле, яҡшы кешеләр осраһын ине, тигән теләктә өйҙән сығам. Дағстанға барырға самолетҡа ултырыр алдынан ғына баш мөхәрриребеҙ Айгиз Ғиззәт улын осраттыҡ. Дағстан Яҙыусылар Союзына 90 йыл тулыу айҡанлы юбилейға китеп бара икән. Беҙҙе лә сараларға саҡырҙы.

Союз Махачҡаланың уртаһында урынлашҡан. Ике ҡатлы бинала бер нисә гәзит-журнал редакцияһы, Рәсүл Ғамзатовтың музейы ла бар. Күптәре Башҡортостанда “Китап Байрамы”нда булғандар. Беҙҙең республикала әҙәбиәткә шул хәтлем ҙур иғтибар бүленеүе тураһында әйттеләр. Мостай Кәримде үҙҙәренең шағирҙары итеп һанайҙар. Ә Айгиз Баймөхәмәтовҡа ҡарап һоҡланалар.

Башҡорт теленә ауаздаш телдәр барлығы тураһында һораша торғас, ҡумыҡ халҡы менән туған телдәребеҙҙә бер-беребеҙҙе аңлауыбыҙ асыҡланды. “Ҡарсыға” тип аталған, ике айға бер нәшер ителгән, ҡумыҡ балалары һәм үҫмерҙәре өсөн тәҡдим ителгән редакцияла булдыҡ. Баш мөхәррире Насрулла Байболатов, Дағстандың халыҡ шағирәһе Шейит-Ханым Алишева менән телдәребеҙҙең уртаҡ яҡтары тураһында һөйләштек. Башҡа төрки телдәрҙәге кеүек үк, беҙҙең иҫкергән һүҙҙәр уларҙың телмәрендә һаман да бар икән.

90 йыллыҡ юбилейға килгән яҙыусы-шағирҙар, ғалимдар, төрлө республиканан килгән ҡунаҡтар менән дөйөм фотоға төшкәндә Алтынай менән Асияны алдарына алмашлап ултырттылар. Бала йәнле булыуҙары менән бергә, мосолман исемдәре ҡушылыуы ла күңелдәренә  хуш килде шикелле.

Шағир Алигаджи Магомедов, Омар Аварский тигән тарихсы ағай менән саранан һуң да әңгәмәләштек. Уртаҡ проблемалар, уй-ниәттәр бар икәнлеге асыҡланды. Минең проза өлкәһендә яҙыуымды белгәс, аптырап ҡуйҙылар. “Хәҙерге йәштәр күпселек шиғыр яҙыуға тотона бит”, – тинеләр. Улар ҙа әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеү тураһында хыялланалар. Күберәк аудитория уҡыуын теләйҙәр. Шулай уҡ, йәштәрҙең туған телдәренә битараф ҡалыуҙарына борсолалар. “Өйҙә үҙебеҙсә һөйләшәбеҙ. Уҡытырға тырышабыҙ. Тик рус телендә аралашыуға атлығып торалар инде”, – тип уфтандылар. Дағстанда ун дүрт тел дәүләт теле булараҡ һынала. Улар араһында, ысынлап та, үҙ асылыңды һаҡлап ҡалыу ҙа еңелдән түгелдер. Бергәләшеп поэзия йортон, Рәсүл Ғамзатовтың һәйкәлен барып ҡараныҡ.

"Китап-байрам"ы тураһында һоҡланып һөйләйҙәр
"Китап-байрам"ы тураһында һоҡланып һөйләйҙәр
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас