Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Иҡтисад
19 Марта 2025, 13:03

Миҙгелле ауырыуҙар

Яҙын-көҙөн күп хроник сирҙәрҙең ҡоторғанын белә инегеҙме?

Миҙгелле ауырыуҙарМиҙгелле ауырыуҙар
Миҙгелле ауырыуҙар

Яҙ һәм көҙ айҙарында йышыраҡ ауырыйһығыҙмы? Баҡһаң, был миҙгелдәрҙә сирҙәр аҙа икән.

“Тәбиғәт йоҡонан уянғанда һәм йоҡоғо талғанда поликлиникаларҙа сирлеләрҙең һаны артыуын күрергә була. Сөнки яҙын һәм көҙөн күп хроник сирҙәр аҙыусан. Халыҡ, хәрәкәттә – бәрәкәт, ти. Иң беренсе сиратта иртәле-кисле саф һауала атлап йөрөгөҙ. Йәнә витаминдар ҡабул итеү, рационда йәшелсә, емеш-еләккә өҫтөнлөк итеү, аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла йоҡо туйғансы йоҡлау һәм, әлбиттә, яҡшы кәйефтә булыу сир менән түшәккә ятыуҙан ҡотҡарыр”, - ти медицина фәндәре кандидаты, “PREMIUM” клиникаһының баш табибы, невролог, эпилептолог, рефлексотерапевт Ғабдрахманова Инга Данир ҡыҙы.

Миҙгелле ауырыуҙар
Миҙгелле ауырыуҙар
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас