

Фестивальдың беренсе көнө фронт йырҙарына арналды. Опера йырсылары уларҙы сәхнәлә башҡарҙы. Йырсы был йоланы башлап ебәреүсе бөйөк Дмитрий Хворостовскийҙы йылылыҡ менән иҫкә алды.
"Ул альбом яҙҙырып, бөтә донъяны урап сыҡты. Мнең өсөн, Асҡар Абдразаков һәм Василий Ладюк кеүек оҫталар менән бергә башҡарыу бик ҡәҙерле һәм тулҡынландырғыс. Мин был йырҙарҙы ҙур ҡыуаныс менән башҡарам", — тине Оксана Волкова.
"Минең атайым һуғыш балаһы, ул концлагерҙа булған. Йырлағанда, мин кешеләрҙең күҙҙәре аша уларҙың хис-тойғоларын тоям. Һәр икенсе кеше ҡушылып йырланы. Был йырҙар беҙҙең йөрәктә, беҙҙең йәндә", — тине йырсы.
Фото: Армия мәҙәниәте көндәре фестивале матбуғат хеҙмәте.