Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Ноябрь 2025, 17:20

Бер өммәт - уртаҡ яҙмыш

Өфөлә  Рәсәй мосолмандар Диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың эшмәкәрлегенә 45 йыл тулыу уңайынан тантаналы саралар үтәсәк.  

Бер өммәт - уртаҡ яҙмыш
Бер өммәт - уртаҡ яҙмыш

 

Өфө ҡалаһында Рәсәй мосолмандар Диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөйТәлғәт Тажетдиндың эшмәкәрлегенә 45 йыл тулыу уңайынан тантаналы саралар үтәсәк.

Бер өммәт - уртаҡ яҙмыш

Был турала мөфтиәттең мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итә. Уны Башҡортостан  Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре советы һәм Мәскәү ҡалаһының ислам мәҙәниәте, фән һәм мәғарифты хуплау фонды ярҙамы менән Рәсәй мосолмандар Диниә назараты ойоштора. Төрлө фәнни майҙандарҙа Рәсәй һәм сит ил илдәрҙән килгән ислам ойошмалары араһында әңгәмәләр барасаҡ. 12 илдән: Бахрейн, Мысыр, Иордания, Тунис, Төркиә, Ираҡ, Иран, Һиндостан, Германия, Канада, Сәғуд Ғәрәбстаны, Монголия һәм Бдуның ете дәүләтенән рәсми ҡунаҡтар килеүе көтөлә. 18 ноябрьҙә халыҡ-ара "Исламдың идеалдары һәм ҡиммәттәре: бер өммәт – уртаҡ яҙмыш" тип исемләнгән XVI фәнни ғәмәли конференция уҙасаҡ. Сара барышында  "СВО һәм дин", "Заманса матбуғат һәм дини ойошмалар менән эш итеү алымдары", "Бер өммәт – уртаҡ яҙмыш" секциялары эшләйәсәк. Рәсәй мосолмандар диниә назаратының ислам университеты менән БР Башлығы ҡарамағындағы БАКСУ араһында килешеү төҙөләсәк. 19 ноябрьҙә Рәсәй ислам университетында "Камал уҡыуҙары" тип аталған V бөтә Рәсәй студенттар фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙасаҡ.

Фото: информационной службы ЦДУМ России.

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас