Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Ноябрь 2025, 12:40

Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө

“Татарин” позывнойлы МХО яугиры ялға ҡайтты. Яугир Мәсетле районының Оло Аҡа ауылынан. Урындағы мәктәпте тамамлай. Һуңынан Красноуфимск аграр колледжында электрик һөнәрен ала. Армия хеҙмәтен Һарытау өлкәһенең ракета ғәскәрҙәрендә үтә.

Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө
Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө

Татарин” позывнойлы МХО яугиры ялға ҡайтты. Яугир Мәсетле районының Оло Аҡа ауылынан. Урындағы мәктәпте тамамлай. Һуңынан Красноуфимск аграр колледжында электрик һөнәрен ала. Армия хеҙмәтен Һарытау өлкәһенең ракета ғәскәрҙәрендә үтә.

Һуңынан Екатеринбург ҡалаһындағы Рәсәй дәүләт профессиональ-педагогия университетында электроэнергетика-электротехника йүнәлеше буйынса уҡый. Һөнәре буйынса Советский ҡалаһында эшләй, ғаиләһе менән шунда йәшәй. Хәҙер Оло Ыҡтамаҡ ауылында үҙ өйҙәрен булдырып, донъя көтәләр.

Яҡташыбыҙ 2022 йылда Ханты-Манси автономиялы округынан мобилизациялана. Ҡырымда мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, һаҡ взводы командиры, прапорщик званиеһына эйә. Ошо йылдың июленән Запорожье йүнәлешендә махсус тәғәйенләнештәге бригадала штурмлаусы була. Күптән түгел, ҡасабаларҙың береһен азат иткәндә, бригадаға БПЛА һөжүм итә һәм “Татарин”дың аяғы яралана. Госпиталдә дауалана, хәҙер һаулығын нығытыу өсөн ялға ҡайтарылған.
– Тәүге тапҡыр МХО зонаһында булғанда ни өсөн бында икәнлегемде аңлап та етмәнем. Аҙаҡ, һуңғараҡ, бөтә нәмәне – дошмандың аяуһыҙ ҡылыҡтарын, емереклектәрҙе – үҙ күҙҙәрем менән күргәс, беҙҙең бында кәрәк булыуҙы аңланым. Башҡортостан егеттәре минең менән йәнәш хеҙмәт итә. Һуғыш яланында дошмандың күп техникаһын һәм ҡоралын күрҙем, уларҙың барыһы ла ҡыйратылған ине. Мәсетле районынан һәм баш-ҡа ерҙән маскировка селтәр-ҙәре, окоп шәмдәре кеүек гуманитар ярҙам даими килә. Был бик ҡыуаныслы, беҙ республиканың ярҙамын тоябыҙ. Шулай уҡ илдең төрлө төбәктәренән балаларҙан күп хаттар алабыҙ, улар күңелде йылыта. Беренсе хат 2023 йылда өлкән улымдан килде. Өйҙән хәбәрҙе уҡыу шатлыҡлы һәм тулҡынландырғыс булды, – тип һөйләй хәрби.
Тыуған ерендә “Татарин” өсөн яҡындары борсола һәм ҡайтыуын көтә. Уның ғаиләһе – ҡатыны Зөлфиә, өс улы һәм, әлбиттә, ата-әсәһе – иң тоғро таянысы. Өлкән улы Марат Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһында уҡый, уға 13 йәш; Әмил балалар баҡсаһына йөрөй; ә Морат әле бәләкәй, шуға әсәһе менән өйҙә. Ире Ватанын яҡлағанда балаларҙы һәм йортто хәстәрләү – ҡатындың иңендә.
“Татарин” Жуков, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары һәм баш-ҡа наградалар менән бүләкләнгән. Яугир һуғыштың тиҙ арала тамамланыуын, ерҙә тыныслыҡ урынлашыуын һәм егеттәрҙең имен-һау өйҙәренә ҡайтыуын теләй.
Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин уға Рәхмәт хаты, ҡумыҙ һәм “Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ. Башҡортостан” хәрәкәтенән йылы толстовка тапшырҙы. Ул Мәсетле яугирына батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн рәхмәт әйтте, тиҙерәк һауығыуын теләне.


Луиза ЗАКИРОВА.

 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас