10 декабрҙә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция алдынан, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы күп милләтле Рәсәй халҡының берҙәмлеген һаҡлауға арналған көнүҙәк мәсьәләләр буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо.
Уның темаһы – “Геосәйәси саҡырыуҙар шарттарында Рәсәйҙең милли-мәҙәни берләшмәләре” – илдә һуңғы осорҙа тотороҡлолоҡто емереүгә йүнәлтелгән эштәргә яуап булараҡ һайланды.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылда үткән VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында “Беҙ тарихи хәтергә таянабыҙ” тип белдергәйне. Ошоға бәйле, әлеге фекер алышыуҙа Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген тарихыбыҙҙы боҙоуға йүнәлтелгән эштәргә ҡаршы тороу, хәҡиҡәтте, традицион ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау аша хәстәрләү бурыстары ҡаралды.
Сараның модераторы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Фәндәр академияһының төп ғилми хеҙмәткәре Юлдаш Йосопов, кәңәшмәне асып, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының гуманитар өлкәлә үҫеш үҙәгенә әйләнеүен, республика тарихын өйрәнеүгә нигеҙле ҡараш кәрәклеген билдәләне. Нәҡ ошо аспекттар профессор Булат Аҙнабаевтың “Башҡортостан тарихы концепцияһы” тип аталған докладында ҡаралды. Ғалим әйтеүенсә, марксизм тәғлимәттәре аша өйрәнелгәнлектән, төбәгебеҙ тарихы сикләнгән, ул социаль һәм мәҙәни институттарҙың бер-береһенә ҡушылыуҙағы ҡатмарлылыҡтарҙы аңлатыу һәләтенә эйә түгел.
Профессор “тарихи антропология” алымын ҡулланырға тәҡдим итә. “Һөҙөмтәлә үткән ваҡиғаларҙағы иҡтисади йәки сәйәси серҙәрҙе генә түгел, ә уларҙың эске мәғәнәһен – йәмғиәттең үҙ донъяһын нисек аңлауын, ҡабул итеүен – белергә мөмкин, – ти ғалим. – Был Башҡортостан – этник йәһәттән төрлө, ярым күсмә традициялары, үҙенсәлекле йолалары, хоҡуҡи ғөрөф-ғәҙәттәре булған төбәк өсөн айырыуса көнүҙәк”. Булат Аҙнабаев был идеяға бәйле республиканың ғилми-эксперт мөхитендә күптән әүҙем фекер алышыу барғанын билдәләне.
Виталий Александрович Воропаев (Силәбеләге Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы), Әхмәт Әмин улы Ярлыҡапов (Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты), Эльвира Фәрит ҡыҙы Рязанова (Н.Н. Миклухо-Маклай исемендәге Рәсәй Фәндәр академияһының Этнология һәм антропология институты) тарихи хәтер, мәҙәниәт һәм хоҡуҡ, уларҙың граждандар берҙәйлеген формалаштырыуҙағы өлөшө мәсьәләләрен ҡараны, үткәндәге низағлы ваҡиғаларҙың актуалләшеүенә бәйле хәүефтәрҙе анализланы.
Заман хәүефтәрен тикшереүгә айырым иғтибар бүленде. Был йәһәттән ғалим Азамат Буранчиндың сығышын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар. Ул “Махсус хәрби операция шарттарында сит илдәрҙә этносепаратистик эшмәкәрлек” тигән докладында тотороҡло структураны емереүгә йүнәлтелгән эштәргә системалы анализ яһаны, тарихи хәтерҙе һаҡлау мөһимлеген билдәләне. Атап әйткәндә, Азамат Буранчин Украина власы органдарының коллектив Көнбайыш менән берлектә Рәсәйҙең милли республикаларында төрлө алымдар аша этносепаратистик “янғын” тоҡандырырға ынтылыуын белдерҙе, бының маҡсаты – илдәге хәлде тотороҡһоҙландырырға, Рәсәй дәүләтен емерергә тырышыу. Башҡортостан ошо мәғлүмәт һуғышында “айырым урын” биләй, тине эксперт һәм, һүҙҙәрен раҫлап, Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡтың Хәл-торош үҙәге белешмәләрен килтерҙе: унда республикабыҙ мәғлүмәт һөжүмдәре иҫәбе буйынса Рәсәй субъекттары араһында тәүгеләр рәтендә.
Шулай ҙа сит ил акторҙары маҡсатына өлгәшә алмай. Бының сәбәбен ғалим “төпкөлдәге халыҡтың күпләп махсус хәрби операцияға китеүе, МХО-ның милли аңға тәрән инеүе” менән аңлата.
Ғалим Азат Бирҙин “Рәсәй менән Башҡортостан дәүерҙәр һынылышында: фәлсәфәүи уй-фекерҙәр һәм тарихи аналогиялар” тигән доклад менән сығыш яһаны.
Фотолар Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһынан.
Дилбәр Ишморатова