Ил именлеген һаҡлау элек-электән ир-егеттәр өсөн тыуған төйәге, халҡы алдында изге бурысы тип һаналған. Бөгөнгө геройыбыҙ “Большой” позывнойлы яҡташыбыҙ Тыуған иле өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер булған ысын ир-егет, ил мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн ҡулына ҡорал ала. Йәшләй генә күпте кисереп өлгөргән. Махсус хәрби операция биләмәһендә алғы һыҙыҡта алышҡан, ҙур һәм бәләкәй геройлыҡтар ҡылған, ҡаты яраланып бер аяғын юғалтып, тыуған еренә әйләнеп ҡайтҡан.
Ғазинур Юлмөхәмәтов 1992 йылдың 1 мартында Миндәк ауылында ябай эшсе ғаиләһендә донъяға килә. Килмәк мәктәбен тамамлағандан һуң физкультура уҡытыусыһы булыу теләге менән Белорет педагогия колледжына уҡырға инә. 2010 йылда армияға алына, Киров өлкәһендә уҡсы булып хеҙмәт итә. Ватан алдында изге бурысын үтәп тыуған яҡтарына ҡайта. Ауылдарында янғын часына эшкә урынлаша. Бары янғын һүндереүселәр генә был хеҙмәттең ни тиклем хәүефле һәм көсөргәнешле булыуын аңлай һәм белә. Тәүлек әйләнәһенә кешеләргә ярҙам итергә әҙер булырға тейешһең.
Ул көндө Ғазинур бөгөнгөләй яҡшы хәтерләй. Хеҙмәттәше Вадим Йомағужин менән һөнәри белемдәрен күтәреү өсөн Белорет ҡалаһына китеп барғанда, эргәләренән сиреналарын ҡабыҙып ҙур тиҙлек менән янғын һүндереү машинаһы үтеп китә. Егеттәр шунда уҡ ҡайҙалыр бәлә сыҡҡанын аңлайҙар һәм машина артынан юлланалар. Ваҡиға урынына килеп еткәс, ҡурҡыныс хәл күрәләр. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәгән йортто тулыһынса ялҡын ялмап алған була. Егет күп уйлап тормай ут эсенә ташлана, йорттоң янып, емерелә башлауына ҡарамаҫтан, ул ваҡытта инде аңын юғалтҡан оло йәштәге ир менән ҡатынды табып сығара. Ошо ҡаһарманлығы өсөн үҙен “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлайҙар. Күпмелер ваҡыттан һуң Себер тарафтарына юллана яҡташыбыҙ, унда бер нисә йыл янғын часында эшләп Учалыға ҡайта, Шахта төҙөү идаралығына крепежсы булып эшкә төшә. Махсус хәрби операция башланғас “Большой” яу ҡырына барырға бер-нисә тапҡыр уҡталып ҡуя. Әммә Аделина ҡыҙы атаһының теләгенә ҡаршы төшә, ебәрмәй. Шулай ҙа 2022 йылдың сентябрендә Ғазинур махсус операцияға барырға ҡырҡа ҡарарға килә, ә бер аҙҙан өлөшләтә мобилизация башлана. Ҡулына повестка алыу менән военкоматҡа юллана ул. Хәрби әҙерлекте Ҡазанда үтә. 27 Учалы егете башта бергә эләгә, һуңынан уларҙың күбеһе башҡа подразделениеларға бүленә.
Тәүҙә Ғазинур Мәүлитбай улы икенсе һыҙыҡта була. Һуңынан ул алғы һыҙыҡҡа, һөжүм итеү төркөмөнә күсә, уҡсы була. Ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ егет аҙаҡ һөжүм төркөмө командиры итеп тәғәйенләнә. Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияның иң ҡатмарлы йүнәлештәрендә, ауыр алыштарҙа һуғыша. “МХО-ға барырға ҡурҡманыңмы?” – тип һорашам. “Юҡ, бер ниндәй ҙә ҡурҡыу тойғоһо булманы. Сөнки һәр бер ир-егеттең төп бурыстарының береһе – Ватанды һаҡлау. Илеңде, туғандарыңды яҡларға кәрәклеген белгәс, ситтә ҡалып булмай”, – ти ул. Ғазинур әйтеүенсә, берҙәмлектә, Ватаныңа тоғролоҡта көс тояһың.
Бер төндә Ғазинур Юлмөхәмәтов төркөмдәрендәге өс иптәше менән дошмандың терәк пунктын тар-мар итергә юллана. Ҡараңғы, бер нимә күренмәй, шул ваҡыт яугир юлда ятҡан “Лепесток” минаһын абайламай аяғы менән баҫа. Ҡот осҡос ауыртыуҙан егет йығылып китә. Шул саҡта ул аяғының яраланғанын күрә. Ныҡ итеп ауыртыуға сыҙай алмаһа ла, яҡташыбыҙ юғалып ҡалмай, үҙенә ауыртыуҙы баҫа торған укол эшләп, ҡанһыраған аяғына жгут һала ла ҡулына граната ала. Ниндәй генә хәлдә лә дошман ҡулына биреләсәгем юҡ, үлһәм-үләм, әммә үҙем менән бер нисә дошманды булһа ла алып китәм, тип көтә башлай. Бәхетенә күрә, ғүмере бөтмәгән була “Большой”ҙың. Иптәштәре килеп етеп, тиҙ арала яу яланынан сығаралар һәм санавиация менән Мәскәүгә госпиталгә оҙаталар. Биш ай дауаланырға тура килә, үкенескә күрә, аяғының бер өлөшөн юғалта. Ниндәй генә ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, төшөнкөлөккә бирелмәй, ауыртыуҙарға тешен ҡыҫып түҙә, киләсәккә яҡты өмөт менән баға. Бер аҙҙан протезлы була, бәләкәй бала һымаҡ яңынан атларға өйрәнергә тура килә уға. Хәҙер инде ул мәлдәр артта ҡалған, Ғазинурҙы протез менән йөрөй тип уйламаҫһың да. Спорт менән шөғөлләнә, велосипедта, машинала елдерә. Эргәһендә һөйгәне лә уның һәр аҙымын дәртләндереп, ҡанатландырып тора. Эльвира Сәмихованы ҡала-районыбыҙҙа белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Ул ирекмән, Ғазинур менән МХО-ла ҡатнашыусылар менән сираттағы осрашыу ваҡытында танышалар. Ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт уты ҡабына. Янында ышаныслы тыл булғанда, тау-таш аҡтарырға әҙер ул.
Ғазинур менән аралашҡас, уның көслө рухлы булыуына һоҡландым. Ул, һәр йәш кеше кеүек үк, киләсәккә йөҙ төрлө пландар ҡора. Реабилитация үтеп бөткәндән һуң эшенә ҡайтырға ниәтләй. Ә әлегә маҡсаты бер – егеттәребеҙгә Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бар көсөн һалыу! Бына ҡайҙа ул заманыбыҙҙың ысын геройҙары!
Әлиә ДАУЫТОВА.
Учалы районы.