Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Декабрь 2025, 21:05

Тарихи биналарҙы һаҡларға кәрәк

Төп маҡсат-тарихи биналарҙы һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә уларҙы заманса ҡулланыу өсөн яраҡлаштырыу, шулай итеп, улар төбәк иҡтисадының бер өлөшө булып китә.

Тарихи биналарҙы һаҡларға кәрәк
Тарихи биналарҙы һаҡларға кәрәк

 

Республикала инвесторҙар реставрацияға ташламалы кредит алыу мөмкинлегенә эйә

2024 йылдың февралендә Рәсәй Президенты 2030 йылға кәм тигәндә мең мәҙәни мираҫ объектын реставрациялау тураһында йөкләмә бирҙе. Был эш менән Хөкүмәт һәм төбәктәр менән бергә ДОМ.РФ шөғөлләнә.

Төп маҡсат-тарихи биналарҙы һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә уларҙы заманса ҡулланыу өсөн яраҡлаштырыу, шулай итеп, улар төбәк иҡтисадының бер өлөшө булып китә.

Бының өсөн Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм ДОМ.РФ инвесторҙарға дәүләт ярҙамы сараларын әҙерләне. Программа бюджеттан тыш аҡса иҫәбенә һәйкәлдәрҙе тергеҙеү мөмкинлеген бирә.

Махсус платформала инвесторҙарға:

Объекттар каталогы: Рәсәйҙең 81 төбәгенән 1600-ҙән ашыу һәйкәл тураһында мәғлүмәт.

Программа шарттары: тергеҙеү проекттарына льготалы кредит биреү тураһындан ентекле мәғлүмәт.

Подрядсылар базаһы: мәҙәни мираҫ объекттары менән эшләү өсөн лицензияһы булған 730 компанияға инеү.

Реставрация өсөн объектты сайтта табырға мөмкин: https://наследие.дом.рф

Башҡортостан Республикаһындағы объекттар: https://наследие.дом.рф/каталог/список?region=02&sortField=published&sortOrder=DESC  

Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы.

Рәмилә Мусина

Автор:
Читайте нас