Муниципаль үҫештәге креатив иҡтисадҡа арналған сессияла Рәсәй социологы Артем Космарский креатив иҡтисадты ҡара алтын менән сағыштырҙы. Ул, был индустрия үҙендә айырым кешеләрҙең түбәнге башланғыстарын һәм дәүләт тарафынан хупланған ҙур проекттарҙы берләштерә, тип билдәләне.
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина ижади берләшмәнең ике төп һорауын билдәләне:
– Беренсеһе – яңы проекттар төҙөү өсөн көстәрҙе туплау, икенсеһе – үҙ продукцияһын һатыу баҙарын киңәйтеү, корпоратив заказсыға инеү мөмкинлеген алыу, һатыу эшен киңәйтеү.
Ведомство етәксеһе республикала креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса эште Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың үҙ контроле аҫтында тотоуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Был ултырышта йәнә Бөрө ҡалаһында киләсәктә ҙур үҙгәреш көтөлөүе тураһында ла әйтелде. Мәҫәлән, унда билмәнгә музей асыласаҡ.
#МАЛАЯ_РОДИНА_СИЛА_РОССИИ2026
#Республика_Башкортостан_Уфа
#ВАРМСУ
Фото интернеттан алынды.