Быйылғы йылға төп бурысты өс һүҙ менән билдәләй алам – БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН! - Радий Хәбиров
***
Махсус хәрби операция – ул ниндәйҙер локаль хәрби конфликт ҡына түгел. Уның характеры сикле операция ҡыҫаларынан киңерәк. МХО – глобаль конфликттың бер өлөшө. Ғәҙел донъя тәртибе өсөн көрәш бара. Көнбайыш элиталарының бөтә планета өҫтөндә гегемония урынлаштырыу теләгенә ҡаршы көрәш – Хәбиров.
***
Беҙҙең дошман – Украинаның туғандаш халҡы түгел. Беҙҙең дошман – киренән баш ҡалҡытҡан неонацизм. Тиҫтәләрсә йылдар буйына Рәсәйҙе көсһөҙләндереү, бүлгеләү һәм юҡ итеү маҡсатын ҡуйып, коллектив Көнбайыш уны оятһыҙ рәүештә үҫтерә. Ул беҙгә яҡын булған илде беҙгә ҡаршы йүнәлтелгән ҡапҡанға әйләндерҙе. Ә украин халҡы – ҡаты нацист ҡәбәхәттәренең тотҡононда – Радий Хәбиров.
***
Хәбиров: Хатта ошо залда ла фронттың теге яғында туғандары, яҡындары, дуҫтары ҡалған кешеләр байтаҡ. Һеҙҙең ҡайғығыҙ – беҙҙең дөйөм ҡайғыбыҙ. Беҙ уларға ҡаршы һуғышмайбыҙ. Беҙ уларҙың аҡылдарын нәфрәт иткән кешеләр менән көрәшәбеҙ. Бөгөн, 80 йыл элек кеүек үк, туғандаш украин халҡын милләтселек сигенән азат итеү өсөн көрәшәбеҙ.
***
Бер нәмә лә үтмәй, бер нәмә лә тиҙ генә төҙәлмәй. Һәм элекке кеүек булмаясаҡ. Беҙ шундай ҡаршы тороу стадияһына еттек, хәҙер Рәсәй яугирҙарының ҡаһарманлығы һәм ныҡлығы ғына беҙҙең өсөн тыныс һәм хәүефһеҙ тормош булдырасаҡ. Шуға күрә беҙгә хәҙер ЕҢЕҮ ӨСӨН бар көсөбөҙҙө һалырға кәрәк. Шундай ауыр ҡаршы тороуҙа еңер өсөн йәмғиәтебеҙҙең тулыһынса бергә тупланыуы кәрәк. Барыһының да һәм һәр беребеҙҙең дә берләшеүе – Хәбиров
***
Бик ҡаты эмоциональ һәм мәғлүмәт баҫымының, беҙгә ҡаршы булған тиҫтәләгән дәүләттәрҙең ҡаты тәнҡитенең бөтә ауырлығы бер кеше – Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путин иңендә генә ята алмай һәм улай булырға тейеш тә түгел, тип иҫәпләйем. Тураһын әйтергә кәрәк, беҙ – Президентыбыҙ менән. Беҙ уның тирәләй тупландыҡ. Һәм Президентыбыҙ илебеҙҙең Юғары баш командующийы булараҡ ҡуйған бурыстарҙы тулыһынса үтәйәсәкбеҙ – Хәбиров
***
Миңә ҡаршы килеүҙәре ихтимал, йәнәһе, һөйләшеүҙәр бара бит. Ысынлап та, «тыныслыҡ килешеүе төҙөү» буйынса төрлө аҙымдар яһала. Шул уҡ ваҡытта беҙ аныҡ аңларға тейешбеҙ – нимә генә булмаһын, ләкин стратегик характерҙағы махсус хәрби операцияның Ватаныбыҙҙың тиҫтә йылдарға һәм быуаттарға киләсәген билдәләгән бурыстары тулыһынса хәл ителергә тейеш – Хәбиров
***
Үҙ ваҡытында ҡанлы һуғыштар йомғаҡтары, күренекле сәйәси эшмәкәрҙәр тырышлығы менән ныҡлы төҙөлгән, ҡатмарлы компромистар юлы менән булдырылған халыҡ-ара хоҡуҡтың классик системаһы бөгөн катастрофик хәлдә. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бөгөн халыҡ-ара хоҡуҡ үҙенең көйләү функцияһын үтәмәй, халыҡ-ара именлекте нығытыуға эшләмәй – Хәбиров
***
Кешеләр берләшкәндә генә көслө. Рәсәй дәүләтен нығытыуҙың күп быуатлыҡ традицияларын дауам иткән, Ватан мәнфәғәттәрен ҡыйыу һәм принципиаль яҡлаған көслө лидерың булғанда, һин уға һис шикһеҙ ышанаһың – Хәбиров
Фото: Олег Яровиков / ИА «Башинформ»