Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ғинуар , 13:09

Ярҙам итергә тырышыу – ул халыҡтың эске асылынан килә

Беҙ ҙур һынауҙар осоронда йәшәйбеҙ. 2026 йыл да, һис шикһеҙ, еңел булмаясаҡ.

Ярҙам итергә тырышыу –  ул халыҡтың эске асылынан килә
Ярҙам итергә тырышыу – ул халыҡтың эске асылынан килә

Радий Хәбиров Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығына, йылылыҡ һәм энергия менән тәьмин итеү объекттарын өҫтәп, һаҡланыусы объекттар исемлеген киңәйтеү тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
***
Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә предприятиеларҙың уңышлы эшләгән хеҙмәт коллективтарына генерал Шайморатов орденын тапшырыу буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
***
Махсус хәрби операция мәсьәләләрен уңышлы хәл итеү өсөн нигеҙ булып иҡтисадыбыҙҙы нығытыу тора, ул «бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн» тигән маҡсатта эшләргә тейеш. Был башҡа мөһим социаль бурыстарҙы икенсе планға күсереүебеҙҙе аңлатмай. Бер үк ваҡытта ике бурысты – махсус хәрби операцияға һөҙөмтәле булышлыҡ итеү һәм республиканы үҫтереүҙе хәл итеү – беҙҙең идара итеү командаһының ысын оҫталығы тап ошонда күренәсәк тә инде.
***
Тәүге көндәрҙән үк беҙ Рәсәйҙең яңы төбәктәренә туғандарса ярҙам күрһәтәбеҙ. Шефлыҡҡа алынған Луганск Халыҡ Республикаһында 238 торлаҡ, социаль һәм инфраструктура объекты тергеҙелгән. Быйыл тағы 157 объектты тергеҙергә ниәтләйбеҙ. Ауыр хәлдә булғандарға ярҙам итергә кәрәк! Туғандаш Донбасс еренә күптән көтөлгән тыныслыҡ килгәс, иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте әүҙем киңәйтәсәкбеҙ – Хәбиров
***
Ярҙам итергә тырышыу – ул беҙҙең мәҙәни код, ул халыҡтың эске асылынан килә – Хәбиров.
***
Беҙ ҙур һынауҙар осоронда йәшәйбеҙ. 2026 йыл да, һис шикһеҙ, еңел булмаясаҡ. Бөтә яуаплы бурыстарҙы намыҫ менән хәл итербеҙ, сынығырбыҙ һәм тағы ла көслөрәк булырбыҙ. Геройҙарыбыҙ тиҙҙән иҫән-һау һәм еңеү менән ҡайтыр, тип ышанам – Хәбиров.

Фото: Олег Яровиков / ИА "Башинформ"

Автор:
Читайте нас