Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Ғинуар , 10:47

Фекерҙәр ҡыҙыҡ һәм актуаль

Йәшәгән урын, мөхит, тәбиғәт тә ҙур роль уйнай.

Фекерҙәр ҡыҙыҡ һәм актуаль
Фекерҙәр ҡыҙыҡ һәм актуаль

Башҡортостанда III “Кесе Ватан – Рәсәй көсө” Бөтә Рәсәй муниципаль форумының Төбәк көнө кисә лә дауам итте. “Инвестициялар һәм өҫтөнлөклө режимдар: муниципалитеттар өсөн яңы мөмкинлектәр”  тигән темаға һөйләшеүҙә ҡыҙыҡлы, заманаһы өсөн актуаль фекерҙәр яңғыраны.

Когалымдан килгән Агадуллин Тимур Әкрәм улы: “Юграны күрһәтеп, Рәсәйгә һөйөү уятырға теләйбеҙ”, - тине.

Яҡташыбыҙ, Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе Ирназаров Денис Илдар улының да фекере ҡыҙыҡлы. “Ағиҙел ҡалаһы – Башҡортостан, Татарстан, Удмуртия республикаларының сикттәрендә ултырыуы менән үҙенсәлекле. Был бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә”, - тине.

Сорғоттан килгән ҡунаҡ Трубецкой Андрей Александрович иһә урындағы халыҡтың эш хаҡын күтәреү тураһында әйтеп китте.

Форумдың һуңғы көнө лә ҡатнашыусылар, килгән ҡунаҡтар өсөн фәһемле булды.

#МАЛАЯ_РОДИНА_СИЛА_РОССИИ2026

#Республика_Башкортостан_Уфа

#ВАРМСУ

Фото интернеттан алынды.

Фекерҙәр ҡыҙыҡ һәм актуаль
Фекерҙәр ҡыҙыҡ һәм актуаль
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас