Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Ғинуар , 17:09

Радий Хәбиров #Өйҙә йәштәр фестивалендә ҡатнашыусылар менән осрашты

Беҙҙең маҡсат - республикабыҙҙы үҫтереүгә күмәкләп өлөш индереү.

Радий Хәбиров #Өйҙә йәштәр фестивалендә ҡатнашыусылар менән осрашты
Радий Хәбиров #Өйҙә йәштәр фестивалендә ҡатнашыусылар менән осрашты
30 ғинуарҙа Өфөнөң Көрәш һарайында Башҡортостан студенттарының икенсе фестивале тамамланды. Быйыл ул 2500 меңдән ашыу йәш егет һәм ҡыҙҙы, шул иҫәптән Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалалары юғары уҡыу йорттарында белем алыусы биш йөҙгә яҡын студентты йыйҙы. Уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.
 
"Беҙҙең йәштәребеҙ һәләтле, аҡыллы, матурҙар тип, һәр ваҡыт әйтеп киләм. Беҙҙең маҡсат - республикабыҙҙы үҫтереүгә күмәкләп өлөш индереү. Һеҙ киләсәктә республика менән лайыҡлы идара итерһегеҙ, тип тулыһынса ышанабыҙ. Республикабыҙҙан ситтә уҡыған байтаҡ йәштәрҙең ҡайтыуын беләм. Махсус рәүештә һеҙҙе саҡырҙыҡ. Сөнки беҙҙең принцип бик ябай: ҡайҙа ғына уҡыһағыҙ ҙа, ҡайһығы ғына илдә булһағыҙ ҙа, һеҙ барыбер беҙҙеке, Башҡортостандыҡы, һеҙ беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле йәштәр. Һеҙҙең һәйбәт юғары уҡыу йорттарында, колледждарҙа белем алыуығыҙ бик яҡшы, ситтә йәки Башҡортостандамы мөһим түгел, һеҙҙе һәр саҡ көтәбеҙ. Бында колледждарыбыҙҙан байтаҡ студенттар килгән. Һеҙ бик дөрөҫ ҡарар ҡабул иткәнһегеҙ, сөнки республикабыҙҙың һөнәри белем биреү системаһы илебеҙҙә иң яҡшыларҙың береһе ҙанала. Һеҙ юғары профессиональ белгестәр булып сыҡһын өсөн уңайлыҡтар булдырабыҙ.
Беҙ, өлкән быуын, сәскә атҡан Башҡортостанды һеҙгә тапшырыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, ә һеҙ ҡыйыу булығыҙ! Юлығыҙҙа уңыштар теләйем", - тине Радий Хәбиров.

Төбәктең алдынғы компаниялары интерактив күргәҙмәләр менән ҡатнашыусыларға төрлө өлкәләге һуңғы ҡаҙаныштар һәм инновациялар менән танышырҙы. Кисә матур концерт-дискотека менән тамамланды. Сараның төп хедлайнерҙары - популяр артистар һәм диджейҙар: Фогель, BABY Ti и DJ VITA SAMURAЙ. Улар үҙенең йырҙары менән тыңлаусылар иғтибарын йәлеп итеп,берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.

Айназ Мостафин фотолары.
Автор: Айнур Акилов
Читайте нас