Шоңҡар
-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Февраль , 13:49

Радий Хәбиров Башҡортостан мәктәптәрендә ревизия үткәрергә ҡушты

- Буллингты өндәшмәй ҡалдырыу тәжрибәһен туҡтатмайынса, тәртип урынлаштыра алмаясаҡбыҙ.

Радий Хәбиров Башҡортостан мәктәптәрендә ревизия үткәрергә ҡушты
Радий Хәбиров Башҡортостан мәктәптәрендә ревизия үткәрергә ҡушты

3 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. Унда видеоконференция режимында төп министрлыҡ, ведомство, муниципалитет етәкселәре, шулай уҡ мәғариф, хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары вәкилдәре ҡатнашты. Өфөләге 16-сы гимназияның  туғыҙынсы класс уҡыусыһы уҡытыусыларға һәм класташтарына һөжүм итеүе һәм мәктәптәрҙәге хәүефһеҙлек осрашыуҙың төп темаһы булды.

- Буллингты өндәшмәй ҡалдырыу тәжрибәһен туҡтатмайынса, тәртип урынлаштыра алмаясаҡбыҙ. - Балаларға баҫым яһау факттары раҫланһа һәм ауыр эҙемтәләргә килтерһә, белем биреү ойошмалары етәкселәре лә яуаплы булырға тейеш, - тип белдерҙе ул.

Республика башлығы мәктәптәрҙә буллинг факттарын асыҡлау маҡсатында ревизия үткәрергә, белем биреү учреждениеларында психология хеҙмәттәренең эшен көсәйтергә, шулай уҡ уҡытыусылар һәм уҡыу йорттары хакимиәттәре өсөн ашығыс осраҡтарҙа аныҡ һәм мотлаҡ саралар күрергә ҡушты.

Фото: пресс-служба главы РБ.

 

Автор: Айнур Акилов
Читайте нас