Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Февраль , 09:10

Пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн полигон булдырыла

Белем биреү үҙәге булдырыласаҡ, унда яңы белем биреү программалары, кадрҙар әҙерләнәсәк, ярыштар үткәреләсәк, шулай уҡ махсус операция ветерандарын гражданлыҡ һөнәрҙәренә ҡайтанан уҡытыу ҡаралған.

Пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн полигон булдырыла
Пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн полигон булдырыла

 

        Проект Өфөнән Сибайға тиклем 35 мең квадрат километр биләмәлә инфраструктура, ултыртыу майҙансыҡтары һәм дронопорттар булдырыуҙы күҙ уңында тота.

«Пилотһыҙ берләштерелгән технологиялар» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһында профилле төбәк ғилми-производство үҙәген йыһазландырыу планлаштырыла. Белем биреү үҙәге булдырыласаҡ, унда яңы белем биреү программалары, кадрҙар әҙерләнәсәк, ярыштар үткәреләсәк, шулай уҡ махсус операция ветерандарын гражданлыҡ һөнәрҙәренә ҡайтанан уҡытыу ҡаралған.

Был йүнәлештәге эштәргә килгәндә, төбәктә министрлыҡтар, ведомстволар, предприятиелар һәм юғары уҡыу йорттары ҡатнашлығында БАС дирекцияһы булдырылған. Башҡортостан ил субъекттарының «дронофикация» рейтингында өс лидер иҫәбенә ингән. Бынан тыш, республика Рәсәйҙә пилотһыҙ аппараттарҙы ауыл хужалығында ҡулланыу методикаһын раҫлаған беренсе төбәк. Әлегә башҡа төбәктәрҙә бындай документтар ҡабул ителмәгән.

 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас