“Кадет” позывнойлы исемле Салауат батыры ҡыҫҡа ваҡытлы ялы мәлендә Салауат районының “Беренселәр хәрәкәте” активистары менән осрашты.
Яугир уҡыусыларға хәрби хеҙмәте хаҡында һөйләне һәм пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Балалар дрондар менән эш итеү һәм БПЛА-ға ҡаршы көрәшеү алымдары тураһында күп мәғлүмәт белде, шулай уҡ үҙҙәрен оператор ролендә һынап ҡараны.
“Кадет”ҡа ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм тиҙ арала Еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Оборона министрлығы пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә контракт хеҙмәтен тәҡдим итә. Тулы мәғлүмәт менән башбат.рф сайтында танышырға була. Телефон: 122 (шылтыратыу түләүһеҙ).
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Салауат районының “Беренселәр хәрәкәте”.