90-сы танк дивизияһының 428-се мотоуҡсылар полкы яугирҙәренең 90 процентҡа яҡыны Башҡортостан кешеләренән тора, тигәнде ишеткәнебеҙ бар. Бында яугирҙәрҙең күпселеге өлөшләтә хәрби мобилизацияға ярашлы эләккән. Шуларҙың араһында Тәтешле районының Түбәнге Балтас ауылы егете Анатолий Давлеев та бар. Махсус хәрби операция иғлан ителгән көндән алып ул Ватан һағында.
Уға бик ҡатмарлы һынауҙарҙы үтергә, рух ныҡлығы күрһәтергә тура килә. Хәрби юлды Ҡазан ҡалаһында башлай, аҙаҡ хеҙмәттәштәре менән Ростов өлкәһендә хәрби бурыстарҙы үтәй. 2023 йылдың ғинуарында Луганск Халыҡ Республикаһына инәләр, Северодонецк, Кременная ҡалаларында урынлашалар. Һуңғы ҡала бер йыл буйына уларҙың оборонаһы аҫтында була. Беҙҙең яугирҙәр ҡала халҡына, яралыларға ҡулдан килгән бөтә ярҙамды күрһәтә. Тап шул саҡта ”Гном” беренсе дәүләт наградаһына лайыҡ була, “Һәләк булыусыларҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Шулай уҡ ул М.Шайморатов, II дәрәжә Батырлыҡ өсөн, 428 МСП “Донбассты азат иткән өсөн” миҙалдары менән наградланған.
2024 йылдың июленән яңы специальность үҙләштерә – хәҙер ул пилотһыҙ осоу аппараттары операторы. “Гном”дың әйтеүенсә, дрондар – һуғышта бик кәрәкле һәм һөҙөмтәле ҡорал. ”Уның ярҙамында штурмлаусылар өсөн боеприпастар, аҙыҡ ебәрелә, дошман блиндаждары юҡ ителә. Дрондар яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлай”, – ти оператор.
Мобилизацияға тиклем Анатолий Давлеев Пермь крайында “Энергоком” йәмғиәтендә водитель булып эшләй. Махсус хәрби операция башланғас, тормошон Ватанды һаҡлау бурысы менән бәйләй. Былтыр апрель айында хеҙмәтен дауам итеү буйынса контракт төҙөй. Яугир халыҡтың ярҙамына, үтенестәргә иғтибарлы булыуҙарына рәхмәтле. “Беҙгә гуманитар ярҙамдан башҡа ауырға тура килер ине. Яҡташтарыма рәхмәт белдергем килә. Тәтешле районы хакимиәтенә тынғыһыҙ эшмәкәрлектәре өсөн ҙур рәхмәт!”– ти сержант.
Башҡортостанда Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында чат-бот эш башланы. Телеграм каналында “Башҡортостан” пилотһыҙ ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт” чат-боты асылды. Виртуаль ярҙамсы Рәсәй Ҡораллы көстәренең Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт тураһындағы көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға ярҙам итәсәк.
Уға тиклем контракт буйынса саҡырыу тураһында баш.бат.рф. сайты яңыртылды. Махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн портал Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренең өҫтөнлөктәре тураһында мәғлүмәт менән тулыландырылды.
Төп өҫтөнлөктәрҙе ҡарап үтәйек. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә.
Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт срогын тәҡдим итә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби кеше хеҙмәттән китә йәки яңы контракт төҙөй ала.
Яугирҙәргә белгеслектәрҙе һаҡлау гарантиялана. Хәрбиҙе, уның ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән башҡа белгеслеккә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай
Был өлкәләге контрактниктар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡағыла.
Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа уҡырға инә аласаҡ.
Фото: шәхси архивтан.
Автор: Дина Арсланова