

СВО ветераны фекеренсә, был хеҙмәттең күп өҫтөнлөктәре бар. Иң элек-хәүефһеҙлек кимәле юғары. Бынан тыш, "таҫма артында" алған күнекмәләрен дрон операторы тыныс тормошта, өйгә ҡайтҡас, ҡуллана ала. Мәҫәлән, Ҡытайҙа дрондарҙы төрлө өлкәләрҙә ҡулланалар. Бөгөн был һөнәр Рәсәйҙә лә талап ителә.
Фронт тураһында һүҙ барғанда, ҙур экономия тураһында ғына бармай: танктар һәм дрондарҙың хаҡын сағыштырып булмай. Әммә кеше ресурстарын һаҡлау бик мөһим. Беҙҙең ил хәҙер пилотһыҙ технологиялар өлкәһендә абсолют өҫтөнлөккә эйә. Дүрт йыл дауам иткән осорҙа, етештереү, яһалма интеллект ҡулланып моделдәрҙе камиллаштырыу, тәьмин итеү барыһы ла хәрби рельстарға ҡуйылған. Беҙ был ҡорал төрө буйынса дошманды уҙып киттек, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды яугир.
Әлеге көндә Руслан Минһажев яраланғандан һуң дауалана. Әгәр ҡулы зыян күрмәһә, ул пилотһыҙ ғәскәрҙәргә кире ҡайтыр ине, сөнки уларҙы элиталы тип һанай, ә БПЛА операторы һөнәре перспективалы. Ул үҙе яңы «ҡош»то күҙҙәре ябыҡ килеш йыя алған. Яраланған булыуына ҡарамаҫтан, Руслан пилотһыҙ аппараттар темаһы менән ҡыҙыҡһыныуын дауам итә. Сөнки "дроновод" бөгөн фронттың нигеҙе булып тора.