

Ул өй аша йәшәне. Ҡарт ҡатын. Йылдар һалған эҙ түгел, ә тәрән яраларға оҡшаған һанһыҙ йыйырсыҡлы. Сап-сал сәсле. Ауыр йөрөшлө. Иҫ киткес килбәтһеҙ аяҡлы. Тәбиғәт кенә ундай яманлыҡты булдыра алмайҙыр. Ул йыш ҡына шул ҡурҡыныс аяҡтарын яланғаслатып, күлде кисеп, уларға һөлөктәр йәбештерә. Ярға сыҡҡанында һөлөктәр ҡалдырған эҙҙәрҙән ҡан шишмәһе аҡҡанын күрһәң, былай ҙа ҡот осҡос аяҡтар тағы ла ерәнгес булып китә. Бары тик хайран итерлек зәңгәр күҙҙәре уның әкиәттәрҙәге яуыз мәскәй түгел, ә ни тиһәң дә, ҡытын-ҡыҙ булыуы тураһында һөйләй. Мин уны ауылға ҡайтҡаныбыҙҙың тәүге көндәренән үк яратманым. Әсәйем дә уны үҙ итмәгән һымаҡ тойола ине миңә.
Әсәйҙең бер ғәҙәтен шәйләп ҡалдым. Әбейҙең беҙҙең ҡапҡа янында күренеүе була, ул, йәһәт кенә өҫтәлдә икмәк, һуған һәм ҡаймаҡлы эремсекте генә ҡалдырып, итте йәшерә. Был хәл йәнемде көйҙөрә. Тик мин бер нәмә лә эшләй алмайым: Хелисат ҡайтып киткәнен түҙемле генә көтөргә ҡала. Ә ҡайтырға ул бер ҙә ашыҡмай. Эргәмә ултырып ала. Әгәр һөйләшеү бармаһа, телевизорҙы ҡабыҙыуҙы һорай. Мин, яратмаған эремсек менән икмәкте сәйнәй-сәйнәй, ҡумтанан нимә ишетелгәнен тәржемә итеп ултырырға тейешмен. Ул һуғыш тураһындағы фильмдарҙы ярата. Ниһайәт, Хелисат сығып китә. Уны ҡапҡағаса оҙатҡас, әсәй кире өйгә инә. Һыуынған итте сығара һәм асыуланып минең алға ҡуя:
— Ул ҡайтып киткәнсе түҙә алмайһыңмы?!
Шулай оҙаҡ дауам итте. 10-сы класҡа күстем. Атай менән әсәйҙең миңә ҡарата мөнәсәбәте башҡа төрлө була башланы. Үҙ фекерем булыуы рөхсәт ителде. Әммә бәләкәйҙән өлкәндәрҙе тыңлап өйрәнгәс, был хоҡуҡ менән ҡуллана алмай ыҙалайым. Мин элеккесә әсәйҙе үпкәләтеүҙән йәки атайҙы асыуландырыуҙан ҡурҡып, әүәлгесә телевизор янындағы Хелисатты түҙеүҙе дауам иттем.
Институтҡа инер өсөн документтар йыя башлағанымда, Хелисат үлде. Уны бөтә ауыл менән ерләнек. Быға тиклем мин күрмәгән-белмәгән күп кешеләр булды. Үгеҙ һуйҙыҡ. Ҡатындар аш бешерҙеләр. Ашты алюмин кәсәләргә ҙур ит киҫәге өҫтәп һалып, һәр кешегә өлөш сығарҙылар. Беҙ, йәштәр, кәсәләрҙе оҙон, ҡабалан ғына ҡағылған ағас өҫтәлдәргә ултыртып сыҡтыҡ. Бөтәһе лә таралғас, аяттан һуң ишек алдын рәтләп йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарға һауыт-һабаны кире ташыныҡ. Ҡайһы бер кәсәләр буш ине, ҡайһы берәүҙәренән картуфлы һурпаһын ғына эскәндәр, ә итенә теймәгәндәр.
Күршеләр менән һауыт-һаба йыуған әсәйгә һуңғы кәсәне алып барғанда, һуҡранып ҡуйҙым:
— Ашамағас, һалмағыҙ тип әйтеп булмаймы? Күпме итте әрәм иттеләр...
Әсәйҙең иң тәүҙә яурындары ҡалтырап ҡуйҙы. Шунан ул яулыҡ осо менән ауыҙын ҡапланы. Тәрән уфтаныу ишетелде лә, биттәре буйлап йәштәр аҡты. Уны ҡатын-ҡыҙҙар уратып алды. Улар араһында булған Халимат инәй миңә йоҙроҡтар менән ташланды:
— Нимә тинең һин уға, эт малай!
— Бер нәмә лә тимәнем! Нимәгә ашамаған кешегә ит һалырға тип кенә һораным.
Быны ишеткәс, Халимат мине тәүҙә наҙлы итеп ҡосаҡлап алды:
— Ва-а, минең алтыным!..
Шунан ҡаты ҡосаҡтарына ҡыҫып, үҙе лә илап ебәрҙе.
...Әсәй өйгә һуң ҡайтты.
Беҙ атай менән шәм яҡтыһында ултыра инек.
— Мин унда һиңә шул тиклем нимә тинем? — тип һораным.
Әсәй яуап бирмәне. Атай нимә булғаны тураһында һорашты. Нисек бар, шулай һөйләп бирҙем. Атай ҙа өндәшмәй тышҡа сығып китте. Әсәй һүҙһеҙ генә өҫтәл әҙерләргә тотондо.
— Мин һиңә тегендә ашарға ирек бирмәнем. Хәҙер ашап ал.
Ул минең алға ит ҡуйҙы. Атай кире килеп инде.
— Итте уны белгәндәр ашаманы, — тип башланы ул һәм әсәйгә ҡараны.
— Ул инде ҙур, — тип әсәй тыныс ҡына өндәште.
Шул кис, 17 йәшемдә, атайымдың һөйләүенән 1944 йылдың 23 февралендә бөтә чечендарҙы, Совет власы дошмандары тип, Себергә күсергәндәрен белеп ҡалдым.
Хелисат йәш сағында үтә һылыу булған. Бик иртә тол ҡалған. Биш бала менән.
— Хелисаттың аяҡтарын күргәнең бармы? — тип дауам итте атай. — Ул үҙ ҡулдары менән астан үлгән 4 балаһын ерләгән. Аҙаҡҡы булып кесеһе мәрхүм була. Бик оҙаҡ ыҙалаған. Ғүмеренең иң аҙағында, үлем алдындағы һаташыуҙа, ул әсәһенән ит һорай. Хелисат үҙенең аяҡтарынан ике киҫәк ҡырҡа. Мейес күмерендә ҡыҙҙыра. Ит әҙер саҡта, ҡыҙ инде тын алмаған була. Ғәзизен үҙе генә ерләй. Беҙҙекеләрҙән янында бер кем дә булмай. Балаһының мәйете менән күмерләнгән киҫәктәрҙе лә күмә. Хелисат ҡыҙы гонаһһыҙ киткәне өсөн ғүмер буйы Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт уҡыны. Ә үҙе ошо хәлдән һуң бер тапҡыр ҙа итте ауыҙына алманы.
Мин аптыраным.
— Кешеләр ҡайҙа булған һуң?
— Ул йәшәгән ерҙә кешеләр булмай. Беҙҙе күсергәндәрендә уны, фронтовиктың әсәһе булараҡ, балалары менән башҡаларҙан айырҙылар. Беҙ — Ҡырғыҙстанға, ә ул Ҡаҙағстанға эләкте. Унан Хелисат яңғыҙы әйләнеп ҡайтты. Улы Еңеү көнөнә тиклем ике көн йәшәп өлгөрмәй. Берлин үҙәгендә үлеп ҡала.
Мин әсәйгә ҡараным.
— Ҡасан зыяратҡа?
— Иртәнсәк. Ҡояш ҡалҡмаҫтан алда.
— Мине лә уят. Атай менән барам.
Иткә мин теймәнем.
...Зыяратта кисәге кеүек үк кеше күп булманы. Мулла ҡәбер янында доға уҡыны. Кешеләр яңы ҡалҡҡан ҡәбергә өнһөҙ генә баш эйеп, тупрағына ҡулдарын һалдылар. Шунан яйлап ҡатындар йыйылған ҡапҡа янынан атланылар. Иң аҙаҡҡы булып ҡәбергә мин яҡынлаштым. Өлкәндәр кеүек һалҡын тупраҡҡа ҡулым менән тейҙем. Унда, ике метр ер аҫтында, күптән түгел минең менән телевизор ҡарап ултырған Хелисат ята. Кеше үлеме менән бәйле дәһшәт минең мейегә үтеп инде һәм бөтә тәнде ҡатырҙы. Иҫемде юғалта яҙҙым. Кем мине тотоп алғандыр, белмәйем, әммә уның ҡулдары кәүҙәмә ҡоларға ирек бирмәне. Ҡапҡа янына етә башлағас, аңыма килдем, ысынбарлыҡҡа кире ҡайттым. Унда, ҡатындар араһында, әсәйем көтә. Уның йөҙөн күреп ҡалдым. Ҡарашында яратыу һәм борсолоу сағыла. Шунан Хелисаттың күҙҙәре иҫкә килеп төштө. Зәп-зәңгәр... Хәҙер мин беләм: ундай күҙҙәр тик бик матур ҡатындарҙа ғына була ала.
Эльсункаев Надирсолта.
Заһиҙә МУСИНА тәржемәһе.