Шоңҡар
+24 °С
Облачно
Иҡтисад
18 Мая , 07:26

Төп эше – музыка, юмор һәм... бизнес

Тегендә-бында сәхнәгә сыға башланым. Оҡшап ҡалды. Егеттәр менән танышып, караоке-клуб, төнгө клуб асып ебәрҙек. Тәҙрәләремде онотоп, шул тормошҡа барып сумдым.

Төп эше – музыка,  юмор һәм...  бизнесТөп эше – музыка,  юмор һәм...  бизнес
Төп эше – музыка, юмор һәм... бизнес

“Йәшәйем. Йырлайым. Шаярам”, – тип яҙған ул “Бәйләнештәр” социаль селтә­рендәге сәхифәһендә. Валерий Назаров – эшҡыуар ҙа, артист та. Нисек ул ошо ике йүнәлеште, ике йөктө бер ыңғай тарта икән? Әйҙәгеҙ, үҙе менән һөйләшеп ҡарайыҡ.

– Валерий, әҙерәк кенә биографияғыҙ менән таныштырып китһәгеҙ ине.
– Милләтем – рус. Өфөлә тыуҙым, үҫтем, йәшәйем, эшләйем. Ғаиләм, ике малайым, бер ҡатыным бар. Бәләкәй саҡтан эшҡыуармын. 12 йәштә гәзиттәр һата башланым. Ресторандарҙа официант, бармен булып эшләнем. “Буҙ ат” тигән төнгө клуб бар ине “Аҡбуҙат” ипподромы янында. Шунда бильярд залы администраторы булдым. Оҫтарып алдым да хәҙер мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ойошторолған бильярд ярыштарында еңеп тик йөрөйөм.
Башҡорт дәүләт университетын ғаилә сәбәптәре арҡаһында тамамлай алманым. Әле Ҡазан мәҙәниәт институтында яңғыҙ йырлау факультетында белем алам. 
– Ситтән тороп йырға уҡып буламы ни ул? Нисә йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан?
– Эйе, йырҙарҙы өйрәнәһең дә сессия мәлендә барып имтихан бирәһең. Бүтән фәндәрҙән дә һынау тотаһың. Беҙҙең ғаиләлә барыбыҙ ҙа уҡый. Өлкән улым Никита – Ырымбур медицина колледжында. Ҡатыным да беҙ өйләнгәндән бирле уҡый ҙа уҡый, уҡый ҙа уҡый. Ул яңы уҡыуҙан туҡтағас, мин уҡырға барҙым инде Ҡазанға. Балаларыбыҙға үрнәк булып тигәндәй. 
Атайым Геннадий Васильевич миңә өс йәштә  әсәйем менән айырылышҡан. Әсәйем Хәниә Ваһап ҡыҙы өс баланы бер үҙе тәрбиәләгән. Ҡустым менән апайым бар. Бигерәк тиктормаҫ инем мин: йә теге нәмәне ватам, йә быны емерәм, өйҙөң аҫтын-өҫкә килтерәм... Малайҙарыма ҡарайым да, бигерәк тәртиплеләр, тип уйлайым. Туҡһанынсы йылдарҙа, мин Өфөлә “тәртип боҙа” башлағас, бөтөнләй боҙолоп китмәһен тип, әсәйем мине ауылға, һеңлеһенә ебәрҙе.  Унда ике йыл йәшәнем – 6-сы, 7-се класта уҡыным. Татарса һөйләшергә өйрәндем. Бүздәк районының Түреш ауылында йәшәйҙәр ине, Миләүшә апай хәҙер мәрхүмә инде, еҙнәй бер үҙе ҡалды... Уларға ҙур рәхмәтлемен.
Туҡһанынсы йылдар, ғөмүмән, йәштәр өсөн оло һынау булды. Дөрөҫ юл һайлау кемдәргәлер ауыр бирелде. Өфөлә саҡта минең тирәлә йәшәгән ҡайһы бер егеттәр  наркоман булып үлеп китте.  Аллаһ мине ундайҙар менән аралашыуҙан ҡотҡарып ҡалды. “Үҙем дә тәрбиәләй алыр инем, юҡҡа ғаиләнән айырып, ауылға ҡайтарып ебәрҙем баламды”, – тип үкенә  хәҙер әсәйем. “Әсәй, – тим мин, – борсолма! Ауылда эшкә өйрәндем. Өҫтөм-башым бөтөн булды. Ныҡ ризамын”. Әсәйем үҙе бик етди ул. Миронды уның менән ҡурҡытабыҙ. “Ашамаһаң, нәнәйеңә ебәрәбеҙ. Ул күп һөйләп тормай”, – тип. 
– Башҡорт теленә ихтирам, һөйөү һеҙҙә нисек барлыҡҡа килде?
– Башҡорт, татар милләте, ғөмүмән, миңә яҡын. Сәхнәлә лә, тормошта ла, тамада булып банкеттар алып барғанымда ла улар менән аралашыу миңә еңел бирелә. Рустар ҙа һәйбәт тә ул. Уртаҡ тел табам. Әммә башҡорттар менән татарҙарҙың менталитеты, шаярыуы, мәрәкәләшеүе, һөйләшеүе оҡшай.
Вәлит Илембәтов менән танышҡас, башҡорт теленә бөтөнләй ғашиҡ булдым. Уның шиғырҙары, телмәре ныҡ матур. Мин дә шиғыр яҙып ҡарайым да ул, үҙемдең шиғырымдан үҙем оялам. Әлегә русса яҙам инде. 
Һуңғы арала мин сәхнәлә йыш сығыш яһайым. Әле бер ниәтем бар – татарса шиғырҙарҙы, хикәйәләрҙе аудиокитап итеп яҙҙырыу. Студиям бының өсөн әҙер. Әлегә башҡортса уҡыу ауырыраҡ бирелә. Йырҙарҙы яҙҙырғанда ла ҡат-ҡат яҙҙырабыҙ. Шулай ҙа башҡорт телен өйрәнеүҙән, үҙләштереүҙән туҡтамайым.
– Ә сәхнәгә ынтылыш нисегерәк килде? Һеҙҙең Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк мәрәкәләрендә уйнағанығыҙҙы ҡарау бик күңелле. Ихлас уйнауығыҙ, сәхнә яратыуығыҙ йөҙөгөҙгә сыҡҡан.
–  2008 йылда беҙ төҙөлөш фирмаһы астыҡ. Ғаилә бизнесы тип атарға ла була, сөнки унда апайым Лариса, ҡустым Альберт һәм мин – бер туғандар эшләйбеҙ. “ЕвроОкна” тигән компания. Егерме йылға яҡын эшләү дәүерендә күтәрелгән дә, тотҡарланған да ваҡыттар булды. Бизнес-клубҡа йөрөнөм. Унда бер идея бирҙеләр – корпоративта йыр йырлап була, тип. Мине берәй нәмә менән ҡыҙыҡһындырһалар, шундай ҡыҙыҡ кешемен инде, донъямды онотоп, керәм дә китәм. Быға тиклем йырлағаным да юҡ ине, ҡыҙыҡ күреп, ике аҙнала бер йыр әҙерләнем. 2017 йыл ине. Корпоративта сығып йырланым. Бер нотаға ла эләкмәнем, тиергә лә була. Машинала китеп барғанда һөрәнләп йырлаған һымағыраҡ инде. Бына ғәжәп – бөтәһе лә ҡул сапты! Күрше өҫтәл артындағы ҡатындар хатта илап ебәрҙе. Корпоративҡа, ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй бит инде. Мөхәббәт тураһындағы йыр ине. Актерлыҡ менән дә алдырғанмындыр, тим – йырымдың аҙағында ҡатыныма сәскә гөлләмәһе тотторған булдым. Тональностың нимә икәнен белмәгәс, түбәнге тауыш менән йырларға тура килде. Шунан дәртләнеп киттем, вокал түңәрәктәре күп бит, шуларға йөрөнөм. Тегендә-бында сәхнәгә сыға башланым. Оҡшап ҡалды. Егеттәр менән танышып, караоке-клуб, төнгө клуб асып ебәрҙек. Тәҙрәләремде онотоп, шул тормошҡа барып сумдым. Унан һуң композитор Урал Рәшитов менән таныштым. “Туған тел” телеканалында мине йөрөтә башланылар. Төнгө клубым, аппаратурам, автобусым бар – мине тотондолар инде үҙ мәнфәғәттәренә. Шунан уларҙан китергә тура килде.
Мин әрһеҙерәк кеше бит ул. 2018 йылда Яр Саллының Сара Садыҡова исемендәге концерт залында “солянка”ла (йыйылма концертта) ҡатнаштым. Шунда Зифа Нагаева менән осраштым. Барҙым да йыр яҙып биреүен һораным. Ул гримеркала ине. Күҙлегенең аҫтынан ғына ҡараны ла: “Һин кем ул?” – тине.  Мин фәлән-фәләнов, йырлағым килә, тим. “Барыһының да йырлағыһы килә”, – ти Зифа апай. Ярай улайһа, тип уйланым да үпкәләмәнем. Артабан бер тамашала тағы осрашып, яҡынданыраҡ танышып киттек тә, ул миңә йырҙар яҙып бирҙе. «Туған тел» каналында Зифа Нагаева алып бара торған «Күҙгә күҙ ҡарашып» тапшырыуында ҡунаҡта булдым. Хәҙер инде күп артистар, композиторҙар менән аралашам. Вәлит Илембәтов йырҙарым өсөн күп матур шиғырҙар яҙҙы, Артур Туҡтағолов та йырҙар бирҙе. Раил Өмөтбаев аранжировкалар яҙҙы. Асҡарҙан Руслан Ниғмәтов менән дә тығыҙ бәйләнештәбеҙ.
Ҡыҙыҡ-Мәҙәк менән танышҡас, минең тормошом аҫты өҫкә әйләнде. Пандемияға тиклем үк танышҡайным Вәлит Илембәтов менән. Пандемия бөткәс, уның менән концерттарға йөрөй башланым. Үҙем автобус водителе, үҙем администратор. Хәҙер тулы зал йыйыу бик ауыр, элек зал шығырым тулы була торғайны, тиһәләр ҙә, быны  Ҡыҙыҡ-Мәҙәккә ҡыҙыҡһыныу һүнеү менән бәйләй алмайым. Уның әле лә үҙ аудиторияһы бар.
Был төркөм менән концерттар ҡуйып йөрөү миңә ныҡ оҡшай. Вәлит Илембәтов бик грамоталы, белемле кеше. Республикалағы һәр ауылды белә. Ниндәй шәхес ҡайһы төбәктән сыҡҡанын да һөйләй. Уға ҡасан был ауыл бөтә яҙғаны, яңынан тергеҙелгәне лә билдәле.  Уны ҡайҙа барһаҡ та таныйҙар. Ҡыҫҡаһы, Вәлит ағай ҡыҙыҡ, шәп кеше ул.
Ниндәй генә уңышлы эшҡыуар булыуығыҙға ҡарамаҫтан, һеҙҙең урынығыҙ сәхнәлә икән, тигән фекергә килдем.
Тамашасыларға оҡшай бит сығышым. Концерттан һуң аралашалар, хат яҙалар, ыңғай фекерҙәрен белдерәләр. Эшем, ғаиләм, балаларым, йәшәргә йортом бар, Аллаға шөкөр. Был донъяла үҙемдең урынымды тапҡанмын. Артығы һис кенә лә кәрәкмәй. Барына ризамын. Матди яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да үҫешеү зарур. Мине халыҡтың белеүе, таныуы ҡыуандыра. Берәйһе: “Һеҙ йырлаған йырҙы мин дә өйрәндем, гармун тартып йырлайым”, – тиһә, ҡыуанып китәм. Мине тыңлап, кемдеңдер кәйефе күтәрелә икән, сығышымдан йәм таба, күңеле була икән – иң мөһиме шул. 
– “Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк” проекты һеҙҙе тағы нимәһе менән үҙенә йәлеп итте?
– Әлбиттә, юмор менән! Минең асыҡ микрофонда, стендапта ҡатнашҡаным бар. Стендаптарҙа рус юморы. Әшәке һүҙҙәрен дә ысҡындырып ебәрәләр. Был оҡшамай. Миңә нескә юмор кәрәк. Интеллектуаль. Башҡорт, татар менталитеты менән. Шуға ла Вәлит ағайҙан үрнәк алып, өйрәнеп йөрөйөм. Билдән түбән шаяртыу беҙгә хас түгел. Мин өлкәндәр аудиторияһына иҫәп тотам, йәштәргә түгел. Өләсәйем менән нисек шаяртып һөйләшер инем, тигән уй һәр саҡ күңелемдә йөрөй. 
–  Тамаша өсөн һеҙгә сценарийҙы кем яҙа?
Вәлит Илембәтов үҙе лә яҙа. Ундағы материалдың күплеге! Утыҙ йыл элек бер генә уйнап һалып ҡуйған сценарийҙары ла бөгөн актуаль. Гел уйлап сығарып ҡына тора. Ярты концертты тәшкил итерлек яҙмалары бар, ҡыҫҡалары ла етерлек. 
Берәйһенең ҡыҙыҡлы идеялары булып, беҙгә яҙып бирһә, бик шат булыр инек. “Һәнәк” журналы хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, һәр һанды уҡып барабыҙ. Вәлит ағайҙың әҫәрҙәре гел был баҫмала сығып тора. Артабан да Ҡыҙыҡ-Мәҙәк менән эшләргә, йөрөргә, халыҡтың да, үҙемдең дә күңелде күрергә теләйем. 
–  Ғаиләгеҙҙә  балаларығыҙ сәнғәт менән ҡыҙыҡһынамы? 
–  Оло малайым Никита яңыраҡ татуировка эшләү менән ҡыҙыҡһына башланы, машинка һатып алды. Эскиздар күп әҙерләй. Рәсемдәре бик матур килеп сыға. Яһалма тирелә татуировка эшләп ҡарай. Бер кемгә лә наколка эшләмә, тип тыям инде. Эшләгәне лә юҡ. Ә һүрәт төшөрөү менән мауығыуын хуплайым. 
Мирон улым бишенсе класта уҡый. Бер көн альбомын килтереп сығарҙы. “Нимә эшләнең, күрһәт әле?” – тигәйнем, маҡтанып, бөтә рәсемдәрен дә күрһәтеп сыҡты. Йәмһеҙ төшөрһә лә күңеле булһын тип, маҡтаныҡ инде. Ә музыкаға шәп улым. Музыкаль мәктәптең дүртенсе класында фортепианоға уҡый. Футбол менән шөғөлләнә.  
Никита мотоцикл, машиналар менән мауыға. 18 йәше тулмаҫтан мотоциклға, машинаға праваға уҡып сыҡты. Шулай ҡыланып йөрөй инде. Матайында елдереп ялҡты ла, әле һатыуға ҡуйған. Ырымбурҙан үҙем ҡайтып, үҙем барып йөрөрмөн, тип машинаға ултырырға хыяллана. Спорт менән шөғөлләнә. Уҡыһа ла, эшләп тә йөрөй. Кешеләргә ашарға ташып. Ярҙам һорағанында: “Һинең аҡсаң бар ҙа инде”, – тиһәм, “пассив килем булырға тейеш” тип яуап бирә. Минән алған аҡсаны “пассив килем” тип атаған була. Медколледжда икенсе курста уҡый. Хәҙер Өфөләге медицина институтының асыҡ ишектәр көнөнә йөрөй башланы.
Ҡатыным Рәзимә Ринат ҡыҙының атаһы Стәрлебаш ауылынан, әсәһе Ғафури районынан. Әлегә ҡатыным эшләмәй. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәйне. Матурлыҡ салондары, компьютер менән сигеү салоны булды. Өйҙә ултырыуың арзанға төшә, тип эшләтмәнем. Ул да медицина колледжын яңыраҡ тамамланы. Медицина белеме менән профессиональ рәүештә косметолог булып эш башларға йыйына.
–  Балаларығыҙ башҡорт телен өйрәнәме?
–  Өйрәнә! Бер көн Мирон өҫтәлдәге тәмлекәсте күреп: “Атай, ә ни эшләп “чак-чак” тип яҙғандар ул, “сәк-сәк” булырға тейеш бит”, – ти. Башҡорт теле менән беҙ ихлас шөғөлләнәбеҙ. Башҡорт телендәге ҡайһы бер өндәр беҙгә инглиз телен өйрәнгәндә ныҡ ярҙам итә. 
–  Ғаилә бизнесы нисек бара? Аңлашылмау­санлыҡтар буламы?
–  Кешеләр ҙә шулай тип һорай ул. Ошо көнгәсә бер тин өсөн дә талашҡаныбыҙ юҡ. Һәр кемдең айырым үҙ хоҡуғы бар. Бер йыл беребеҙгә машина алдыҡ, икенсе йыл – икенсебеҙгә, тигәндәй. Сиратлап фатирлы булдыҡ. Иҫәпләшеп, низағлашып йөрөү юҡ беҙҙең арала.
Бизнестың төрлө саҡтары булып тора. Әле иҡдисади хәлдәр арҡаһында һатып алыусылар ныҡ кәмене. Кризис та булыуы мөмкин. Унан да ҡурҡмайбыҙ. Көрсөккә килеп терәлгән һайын берәй нәмә уйлап таба торғанбыҙ. 
–  Буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?
–  Марафонда йүгерергә яратам. Бер йылы Ҡазанға барып 42 километр йүгереп ҡайттым. Өфөлә лә марафон ярыштарында ҡатнашам. Ҡышҡы йөҙөү (моржевание) менән шөғөлләнәм. Был йүнәлештә лә ярышҡан саҡтарым бар. Әммә ҡышын йөҙөү һаҡлыҡ талап итә. Оҙон дистанцияға йөҙөү хәүефле. Егермешәр минут йөҙөп йөрөргә була ул боҙло һыуҙа. Өфөләге Яҡутов паркы бының өсөн бик ҡулай. Минең өсөн мәкегә төшөп сумып сығыу ҙа ҙур ләззәт. 
Өйҙә һәр ваҡыт зарядка эшләйем. Турник та бар. Бейергә өйрәнәм.  Шәхси йортта торғас, эштән күп нәмә юҡ. Ҡарын да көрәйһең, ихатаңды ла таҙартаһың. Әле ағастарҙы киҫтек, умарталарҙы сығарҙыҡ, тегеләй иттек, былай иттек, тигәндәй. Биш умарта бар ине, дүртеһе генә ҡыш сыҡты. 
–  Йәштәр берәй ниндәй бизнес асырға ла, шундуҡ байырға теләй. Ундайҙарға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
–  Идеяларыңа, маҡсаттарыңа, эшеңә тоғро булырға, шуның менән янып йөрөргә кәрәк. Иң мөһиме шул. Тәүәккәлләп тотонған эшең илһамландырһын, борсоуға һалһын, хатта ҡайһы саҡ ҡурҡытып та алһын. Уңышһыҙлыҡҡа осраған хәлдә, икенсе юлдар эҙләп табырлыҡ булһын. Миңә, тәжрибәле бизнесменға, хәҙер генә шулай аҡыл өйрәтеп ултырыу анһат. Ә элек, уңышһыҙлыҡҡа осрғанада, күп тир түгергә тура килә ине. 
Бизнесты кәсеп менән бутарға ярамай. Стратегик план төҙөп, уға етәкселек итеү – бизнес була. Ә кеше клиент менән үҙе һөйләшә, барып, үлсәү ала, шунан эште үҙе башҡара икән – был кәсеп тип атала. Әгәр һинең бизнес-процесың яйға һалынған икән, бер туҡтауһыҙ өйрәнергә, уҡырға, үҫешергә, тормоштан һис кенә лә артта ҡалмаҫҡа кәрәк була. Кәсепсе ауырып китһә йә отпускыға сыҡһа, уның эше туҡтала. Бизнес та, кәсепселек тә һәйбәт инде ул. Икеһе лә төшөмлө. Тегендә лә, бында ла бәхетле була алаһың. Ҡасандыр минең, менеджерҙарҙың, кадрҙар бүлегенең айырым кабинеттары бар ине. Офиста ғына ултырып эшләнем, етәкселек иттем. Хәҙер мин – ирекле эшҡыуар. Күңел биреп, илһамланып, ижади эшләһәң, бөтә йүнәлештә лә уңышҡа ирешә алаһың. Бизнесың да сәскә атасаҡ. 
Бизнесҡа етәкселек итер өсөн миңә ҡырыҫыраҡ, талапсаныраҡ,  ә сәхнәгә сығыу өсөн йомшағыраҡ булырға кәрәк. Ике йөҙлөлөк кеүек күрәм быны... Административ эштә күп мәсьәләләрҙе етди хәл итәһең. Сәхнәгә сыҡһаң, йылмаяһың, кешеләргә шатлыҡ өләшәһең. Ижад менән бизнес – икеһе ике донъя. Әммә мин икеһендә лә үҙемде таптым, бынан ары ла уларҙа уңышлы эшләргә теләйем.
– Һорауҙарыбыҙға ихлас яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт, Валерий. Эштәрегеҙ уң булһын, барлыҡ ижади хыялдарығыҙ ҙа тормошҡа ашһын!  
 
Тәнзилә Дәүләтбирҙина әңгәмәләште.
Автор:
Читайте нас