

Кешене ризыҡ йөрөтә, тибеҙ. Ысынлап та, ул ҡайҙа сәселә шунда ғүмер итергә тура килә. Ғафури районының Ҡаранйылға ауылы ҡыҙы Гөлира менән ошо уҡ райондың Юлыҡ ауылы егете Салман алыҫ Себер яҡтарында танышалар. Гүзәл ЗӘЙНЕТДИНОВА – ошо тырыш, матур ғаиләлә тыуған ҡыҙ. Эколог һөнәрен һайлап, тәбиғәт һағында тороусы алдынғы ҡарашлы йәштәребеҙҙең береһе.
Зәйнетдиновтар ғаиләһендә баланы бәләкәйҙән хеҙмәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү төп маҡсат һанала. Нижневартовск ҡалаһында йәшәгән ғаилә баҡса һатып алып, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем шунда эшләргә ғәҙәтләнгән. Бәләкәйҙән Гүзәл һәр бөжәк, үҫенте менән ҡыҙыҡһына. Ҡырмыҫҡа, үрмәксе, күбәләк кеүек йән эйәләрен ипләп кенә тотоп, һыйпап ҡарарға һәм ебәрергә яратҡан. Әле лә кәйефе төшөп китһә, яңғыҙы ғына тәбиғәткә сығып, уйҙарын рәткә һалырға күнеккән. Фатирҙарында әсәһе менән бергә гөлдәр үҫтергән, ярҙамлашҡан, уларҙың холҡон өйрәнеп тәрбиәләгән Гүзәл өсөн ҡомло ерҙә үҫкән һәр үлән ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Шуға мәктәптә лә химия, биология, география фәндәрен яратып өйрәнә. Төрлө илдәр, уларҙың тарихы тураһында эҙләнеү ҙә оҡшай. Инглиз телен яҡшы белгән, һомғол, сибәр башҡорт ҡыҙын тәбиғәткә ҡарата булған һөйөүе уны эколог һөнәрен һайларға этәрә.
Нижневартовск дәүләт университетында ошо йүнәлеш буйынса белем ала. Уны ҡыҙыл дипломға тамамлаған йәш белгес, үҙен студент сағында уҡ фәнни яҡтан эҙләнгән, тәбиғәткә ярҙам итеү тураһында уйланған, урындағы халыҡтың сәләмәтлеге хаҡында борсолған зыялы замандаш итеп күрһәтә. Төрлө темаларға ғилми мәҡәләләр яҙып, Халыҡ-ара форум-конференцияларҙа ҡатнаша. Мәңге йәшел ағастарҙың газ сығарылған урында үҫеү үҙенсәлеге, ҡалала ҡаты ҡалдыҡтарҙы утилләштереү юлы, нефть ятҡылыҡтары сығарылған урындарҙа һаҙлыҡтарҙың бөгөнгө хәле кеүек темаларға эҙләнә, башҡа урындарҙыҡы менән сағыштырып ҡарай, һығымта яһай.
– Башҡортостандан ике мең саҡрым ситтә тыуып үҫһәк тә, Айгөл һеңлем менән, башҡорт халҡы төйәк иткән ерҙең бер өлөшө, тип иҫәпләйбеҙ үҙебеҙҙе, – ти Гүзәл. – Ата-әсәйем беҙҙә Башҡортостанға ҡарата ла ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләп үҫтерҙе. Өйҙә аралашыу ҙа башҡорт телендә. Олатай-өләсәйҙәребеҙ иҫән саҡта йышыраҡ ҡайттыҡ. Ундағы туғандарыбыҙ менән тығыҙ аралашыу менән бергә, ул яҡтағы тәбиғәткә лә ҡыҙыҡһыныу бәләкәйҙән бар ине. Ни өсөн унда ағастар бейек, төҙ булып үҫә, ә беҙҙә шул уҡ ҡайындарҙың оҙонлоғо кеше кәүҙәһе самаһы ғына. Ҡара тупраҡ менән ҡомло ерҙең үҫемлектәргә йоғонтоһо шулай ҙурмы? Бындай сағыштырыуҙар үҫә килә тағы ла артты. Мәҫәлән, ике яҡта ла һаҙлыҡтарҙы киптереү эше күптән алып барыла. Башҡортостанда ул игенселек менән шөғөлләнеү өсөн булһа, беҙҙә нефть ятҡылыҡтарына урын асыр, эшселәргә уңайлыҡтар тыуҙырыу йәһәтенән эшләнелә. Хатта уларҙың өҫтөнә бөгөн ҙур ҡатлы йорттар ҙа төҙөлә. Тик тәү ҡарашҡа буйраҡ һыулы, үҙенең төбөнә һурып ала торған был һыу ятҡылығы ла тәбиғәткә кәрәк. Ер ҡыртышын ярып сыҡҡан шишмәләр менән улар туранан-тура бәйләнгән. Ҡоролоҡ йылдарында һаҙлыҡ ерҙәренән күтәрелгән быу тирә-яҡтағы үҫентегә ҡорорға ирек бирмәй. Һәр ерҙә һәр нәмә тығыҙ бәйләнгән, сәнәғәтте, иҡтисадты үҫтерәм тип кенә тәбиғәт байлыҡтарын юҡҡа сығарыу – ул аҡылһыҙлыҡ, ғәмһеҙлек билдәһе. Ғөмүмән, кеше ҡайҙа йәшәһә лә, тәбиғәткә берҙәй һаҡсыл булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Иң беренсе сиратта уны сүп-сар ояһына әйләндермәйек. Ашаған табаҡҡа ла төкөрмәйек. Һыу йәшәү сығынағы икәнде лә онотмайыҡ. Рәсәйҙең һәр мөйөшөндә уҙғарылған “шәмбе өмәләре”ндә ҡатнашайыҡ, ағас ултыртыу эштәренән ситтә ҡалмайыҡ.
Фәнни белгес булараҡ ҡына түгел, ә тыуған илен, ерен, тәбиғәтен, халҡын яратҡан Гүзәлдең күңелендә ижадҡа ла урын бар. Бәләкәйҙән әҙәби китаптар уҡырға әүәҫ кеше ижади яҡтан да үҫешә, фекерләүе башҡаларҙыҡынан айырылып тороусан. Үткән йыл Белоруссияла Халыҡ-ара экологияға бәйле олимпиада уҙғарыла. Төрлө яҡтан йыйылған 54 команда ҡатнаша унда. Төркөм менән эштәр башҡарыу менән бергә, һәр студенттың айырым эшмәкәрлеге лә иҫәпкә алына. Нижневартовск дәүләт университеты командаһы ҡалаларҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса проектты анализлай һәм һынатмайҙар. Үҙе уҡыған уҡыу йортоноң капитаны Гүзәл иһә “Климаттың үҙгәреүе: ысынбарлыҡмы, әллә мифмы?” тигән темаға эссе яҙып, беренсе урынды ала.
Бөгөн Гүзәл Нижневартовск дәүләт педагогия университетында география фәне уҡытыусыһына магистратурала белем ала. Бер юлы нефть сығарыусы ойошмала инженер-тикшереүсе вазифаһында лабораторияла эшләй. Ул йәшәгән ҡала – Рәсәйҙә билдәле сәнәғәт төбәктәренең береһе. Нефть, газдың ояһында ултырған халыҡҡа, әлбиттә, иң беренсе сиратта экологик яҡтан таҙа һауа, һыу кәрәк. Үткән йылы “СИБУР”-ҙың тере символдары” тип аталған экомәктәптә вожатый һәм лектор булып эшләгәндә, киләсәктә тормошон балалар менән бәйләргә кәрәклеген аңлай.
– Уҡыусылар менән эшләү ҙур тәжрибә бирҙе. Тәбиғәтте һаҡлауға һәм яҡлауға арналған лекциялар ҙа уҡыныҡ, баҡса эштәрендә эшләп тикшереүҙәр ҙә үткәрҙек, – ти Гүзәл. – Шул саҡта география фәне аша йәш быуында тәбиғәткә ҡарата һаҡсыллыҡ, һөйөү тәрбиәләп буласағын аңланым. Киләсәгебеҙҙе матур, өмөтлө итеп күрергә теләһәк, бөгөндән балаларҙы үҙ өлгөбөҙҙә тәрбиәләргә кәрәк. Бәләкәй саҡтан урамда ятҡан сүп-сар йыйып, һуңынан был эшкә иптәштәремде эйәртеп йөрөгәнемде ата-әсәйем әле лә иҫләп: “Беҙ һинең эколог булырыңды шунда уҡ белдек”, – тип көлөп ала. Тимәк, таҙалыҡ, тәртип үҙебеҙҙән башлана, тигән фекер бәләкәйҙән аңыма һеңгән. Магистратураға ошо йүнәлеш буйынса китеүемдең төп сәбәбе шуға ҡайтып ҡала.
Уҡыусы ваҡытында вокаль хор коллективында йөрөгән, бейеү менән шөғөлләнгән, баскетбол яратып уйнаған һәм ярыштарҙа ҡатнашҡан Гүзәл бөгөн дә үҙен төрлө яҡлап үҫтерә. Тынлыҡта ҡалып конструкторҙар төҙөй, сигеү эше менән булаша. Инглиз телен дә тәрәндән өйрәнеүҙән туҡтамай. Халыҡ-ара телдәге ғилми мәҡәләләр менән танышып, Ер шарында экологияға бәйле яңылыҡтарҙы уҡып барырға күнеккән ул. “Киләсәктә Башҡортостанға күсеп ҡайтыу тураһында уйығыҙ юҡмы?” тигән һорауға, Гүзәл: “Йән тартмаһа ла, ҡан тарта, тип әйтәләр бит. Тәпәй баҫҡан ерем ҡырыҫ Себер яҡтары булһа ла, ул да миңә ғәзиз, ҡәҙерле. Ҡырыҫ климатына ла өйрәнеп бөткәнмен. Шулай ҙа Башҡортостанды икенсе тыуған төйәгем, тип һанайым. Ата-әсәйемдең, киләсәктә кейәүҙәребеҙҙе башҡорт милләтенән итеп күрәбеҙ, тип шаяртыуҙары ла йоғонто яһамай ҡалмай. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыта бар. Киләсәктә күҙ күрер”, – тип яуап бирҙе.
Маҡсатлы, белемле йәштәребеҙ ҡайҙа, ҡайһы төбәктә йәшәһә лә Тыуған илебеҙгә файҙа килтереүе ғорурлыҡ тойғолары уята.
Рәзинә УРМАНШИНА.
Нижневартовск ҡалаһы.