Шоңҡар
+21 °С
Ясно
Иҡтисад
12 Июля , 13:45

Зәнәзәбилә Повесть (6) Гөлдәр ҒӘБИТОВА

Әбдерәхмәндең башына тере ҡуҙ төртөп торған Зәнзәбиләне күреп, уҡытыусының күҙе маңлайына менде.

Зәнәзәбилә  Повесть (6)  Гөлдәр ҒӘБИТОВАЗәнәзәбилә  Повесть (6)  Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Зәнәзәбилә Повесть (6) Гөлдәр ҒӘБИТОВА

* * *

Зәнзәбилә, йыуырға  әҙерләгән  төргәктәрен кер йыуа торған ялғашҡа һалып Йылайыр йылғаһына табан  атланы, уның артынан урындыҡҡа япҡан оло балаҫты елкәһенә һалып Әбдерәхмән дә эйәрҙе. “Йәй эҫе торғанда ҡаралтыны йыуып-киптереп ҡалыр кәрәк, Алла бирһә, йома көнө Сәғәҙей менән Рәхимә килен дә ҡайтырға тейештәр. Улар ҡайтҡансы донъя мәшәҡәтен бөтөрөп, Мәһәҙейҙән һарыҡ һуйҙырып,  күрше-тирәгә килен сәйе лә эсереп ҡалыр кәрәк. Бата уҡытып бергә  йәшәп ятыуҙарына нисә ай  булып китте, Сәғәҙейҙең үҙ әсәһе булмағас,  Зәнзәбилә йоланы боҙа тип әйтмәһендәр. Килен дә бик илгәҙәк кенә,   күк кенә күҙле һылыу ҡыҙыҡай.  Миңә лә   бик эҫенеп бара. Һайлай белде кәләште Сәғәҙей.  Әрменән ҡайтты ла  бына тигән кәләшен дә табып алды.

Уҡытыусы Әмерхандың бер туған һеңлеһе бит киленкәй, бигерәк тәртипле, матур ҡыҙ. Әле   үҙҙәренсә донъя ла ҡороп ебәрҙеләр. Сәғәҙей Йолалы шахтаһына эшкә төштө, уҡып та йөрөй.   Эшен дә бик ярата,   ҡайтһа, атаһына һөйләп бөтә алмай шул эшен. Хөсәйенде  лә саҡырып ҡарағайны ла  ул шахтаға эшләргә, уныһы  ризалашманы.

Хөсәйен   үҫмер сағынан иреклек  ярата, атаһына оҡшап   гел урман-тауҙар ҡыҙыра, йә һунарға сығып китә, йә балыҡҡа, йә колхозға дуға бөгә, ҡамыт, арба эшләй, көрәк, салғы һаплай, йә дегет ҡайната. Үҙенә эш табып ҡына тора. Ярай инде, ҡустыларын иттән, балыҡтан өҙмәй, буш ҡул менән ҡайтып инмәй. Аллаға шөкөр, Әбдерәхмән дә ҡул араһына инеп бара, бигерәк мал йәнле малай булып сыҡты әле. Һарыҡ көтөү, мал ҡарау эштәрен берәүгә лә бирмәй, тик үҙе башҡара. Мәһәҙейҙең малайҙары үҙе кеүек   бик сабыр, тыйнаҡ, тәртипле. Ярай, Аллаға шөкөр, донъябыҙ теүәл генә бара. Колхоз быҙауҙарын ҡарағас ни, миңә лә аҡмаһа ла тамып тора. Көҙөн ашлыҡ бүлеп бирәләр колхоздан,  бүтәнен дә эш хаҡына яҙҙырып алып була лавканан. Бөгөн барып манпасый, сәй, ул-был   алыр кәрәк килен сәйенә.”

Төрлө-төрлө уйҙар менән Зәнзәбилә Йылайыр йылғаһы буйына килеп етте. Башта балаҫты үләнгә һалып Әбдерәхмән менән икәүләп бик оҙаҡ  тапай-тапай, селек һепертке менән ышҡып йыуҙылар. Аҙаҡ ағым һыуға һалып, балаҫтың һабыны бөткәнсе сайҡаттылар. Тамам таҙарғас, ҡулдың көсө еткәнсе ныҡ итеп һыҡтылар. Шунан,  балаҫты кире елкәһенә һалып, Әбдерәхмән йорт яғына атланы.

– Анау ҙур  имәндең  эргәһенәрәк  һайғауға эл балаҫты, һыуы имәнгә  аҡһын, әтеү,  атағыҙ әйтмешләй, Ҡашҡаровтарҙың  ғаилә  имәне йә ҡороп ҡуйыр мынау эҫелә.   Бер-ике күнәк һыуҙа ҡой  имәндең төбөнә,йәме!

Йома көнөнә йорт-ҡура таҙаланды, Мәһәҙей менән Хөсәйен  таң менән һарыҡ һуйҙылар, имән аҫтына тырансанан өҫтәл, ултырғыстар яһап ҡуйҙылар, ихатала өс аяҡлы ҡаҙанда аш бешерҙеләр.

Зәнзәбилә килеп сөсикмәк, һарыҡтың эс майына ғына бауырһаҡтар бешереп алды. Йома сәйенә Сәғәҙей менән Рәхимә лә ҡайтып өлгөрҙөләр. Күмәкләп  имән аҫтына йома сәйе эсергә теҙелеп  ултырҙылар. Мәһәҙей  менән улдары     һәр ваҡыттағыса өндәшмәй генә сәй эсһәләр,  Зәнзәбилә менән Рәхимә кеткелдәп көлөшөп тә алалар, ауыл хәбәрҙәрен дә һаталар, килен менән ҡәйнәнең тауышы табынды йәмләп кенә  торҙо.   Йома сәйенән һуң, Мәһәҙей мәсеткә йүнәлде, Хөсәйен менән Сәғәҙей ятыуға йәйен тоторға киттеләр, ә  Рәхимә менән Зәнзәбилә өҫтәлгә тәмлекәстәрен теҙҙеләр, аш йүнәттеләр. Күп тә үтмәй  килен сәйенә  күрше-тирәләге ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды.  Башта йола буйынса, Рәхимә бикәстәренә,  ҡәйнештәренә  бүләк таратты: ҡыҙҙарға – төрлө төҫтәге таҫмалар, тараҡтар, малайҙарға   ҡулъяулыҡтар эләкте.  Еңгәй бүләгенән  һуң, килендең ҡулбашына көйәнтә менән күнәк элеп һыу  күрһәтеү йолаһын башланылар.

Ҡашҡарҙың был осонда йәшәгән ауылдаштары   сәй һыуына “Мәһәҙей ҡоҙоғона” йөрөйҙәр. Үҙ ваҡытында Мәһәҙей    таш аҫтынан сығып ятҡан көмөш һыулы шишмәне ҡаҙыңҡырап, таҙартып, ҡоҙоҡ эшләп ҡуйған ине. Һыуы бигерәк тәмле булғас, бөтә кеше  сәйлек һыуҙы хәҙер шунан ташый. Халыҡ телендә “Мәһәҙей сөбөрләге” тигән исем дә биреп ҡуйҙылар. Бөгөн киленгә һыу юлын күрһәтергә ярты урам – бисә-сәсә, балалар йыйылды. Ҡоҙоҡҡа барып еткәс, башта бөтәһе лә услап   теште ҡамаштырып торған һалҡын шишмә һыуын тәмләнеләр, аҙаҡ күнәктәрҙе тултырып, бәүелтмәй-сайҡатмай ғына  ауыл яғына йүнәлделәр.  Килен сәйе    йыйылған апай-инәйҙәрҙең киленгә бағышлап теләк әйтеүенән, һәм киленгә бүләк тапшырыуҙан башланды. Иң беренсе булып Рәхимәнең иңенә кәзә мамығынан бәйләнгән ап-аҡ ҡына  шәлде Зәнзәбилә килтереп  һалды, итәгенә  шул уҡ мамыҡтан бәйләнгән йомшаҡ башалтай, бейәләйҙәр ҡуйҙы ла:

– Рәхимә килен, еңел аяғың менән индең беҙҙең йортҡа, ошо аҡ шәлдәй  күңелең саф, телең йомшаҡ булһын, аяғың төклө, ҡулың эшсән, нигеҙең бала-сағаларға  бай булһын! – тип теләктәр теләп, килендең арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйөп алды.

Зәнзәбиләнән һуң, Мәһәҙейҙең һеңлеләре, апалары, еңгәләре, килендәре. барыһы ла  Рәхимәне арҡаһынан һөйөп, теләктәр теләп, килтергән бүләктәрен бирҙеләр.

Аҙаҡтан күмәкләп,  имән аҫтына ултырып  тәмле һарыҡ итенән бешкән тәмле бишбармаҡ ашанылар, хәбәрҙәрен һата-һата оҙаҡ итеп шишмә һыуынан сәй эсеп, кискә табан ғына таралыштылар.

Зәнзәбилә  менән  Рәхимә тиҙ генә  һауыт- һабаны йыуыштырып, йорт  эшен бөттөләр ҙә, аҙаҡ килен бүләктәрен   ҡарарға тотондолар. Нимә генә юҡ ине: мунсаҡтар, төрлө-төрлө яулыҡтар, сигелгән таҫтамалдар, ҡулъяулыҡтар...  Иртә етем ҡалып, ағаһының ҡул аҫтында үҫкән Рәхимәгә   был йола бик шатлыҡлы ваҡиға булды. Ул шатлығынан  Зәнзәбиләне ҡосаҡлап алды:

–  Бейем, һиңә ҙур рәхмәт инде, мине ныҡ яҡын итеп байрам яһаның! – тип һыйынды. Зәнзәбилә бер һүҙһеҙ генә ҡыҙҙы ҡосаҡлап алды, сәстәренән һыйпаштырҙы, арҡаһынан һөйҙө. Бер ваҡытта ла иркәләнеп  йә иркәләп өйрәнмәгән Зәнзәбиләлә  йәш килен  яңы тойғолар уятты, ул киленен үҙ ҡыҙы һымаҡ күреп яратты.

– Апай, апай! – тип ҡысҡырған тауышҡа

Зәнзәбилә тертләп китте.  Ҡапҡанан ялан тәпәй йүгереп Әбдерәхмән килеп инде:

– Апай, ағайымдар  ҙуур балыҡ тотто! – тип ҡулдарын йәйеп күрһәтте Әбдерәхмән.

Ысынлап та, ҡапҡанан оло йәйенде ҡолағынан таяҡҡа индереп  ике яҡтан күтәргән  Сәғәҙей менән Хөсәйен күренде.

– Аһ, аһ, быныса ҙур, йәшәгән ҡарт  йәйенде ҡайҙан тоттоғоҙ? – тип аптырап китте  Зәнзәбилә.

– Рәсүл туғайы янындағы ятыуҙан, – тип һөйләне ауыҙы ҡолағына еткән Хөсәйен. Был йәйенде инде нисә йыл  атайым тота алмағайны!  Бер нисә тапҡыр һөйләгәне бар ине, шул ятыуҙа ҙур йәйен күрҙем, тип.

– Ыстағафирулла! Шулай ҙа балыҡ була микән ни? – тип ҡушылды Рәхимә. Был бит баланы йоторлок йәйен!

– Атай, Мишәр туғайы янында ла күргәйне бер йыл ҙур йәйенде. Бәлки, шул йәйен яҙ көнө һыу буйлап үрләгәндер, – тип ҡушылды Әбдрәхмән.

– Быныса балыҡты нишләтәбеҙ һуң? – тип аптыранды Рәхимә.

– Эсе йыуылған, таҙартылған, әйҙәгеҙ балта менән ыуаҡлап ана күршеләргә таратайыҡ, ҡалғанын ҡаҙан төбөнә май һалып кискелеккә ҡыҙҙырып ашайыҡтар, – тип Зәнзәбилә егеттәргә балыҡты бүлгеләргә ҡушты. Аҙаҡ егеттәр  күрше- күләнгә балыҡты бүлгеләп таратып сыҡтылар.  Кис,  имән төбөндә бергә ултырып ҡыҙҙырылған йәйен ашанылар.  Өҫтәл артында әҙ һүҙле Мәһәҙей ҙә йәнләнеп китте:

– Был ысын мин тота алмаған йәйен. Минең атайым, Ғәбит ҡартатағыҙ,  мин бала саҡта уҡ һөйләй торғайны, Йылайыр йылғаһында Яйыҡтан күтәрелгән бер нисә ҙур йәйен йәшәй тип. Улар бәләкәйерәк балыҡтарҙы, һыу эсергә төшкән һарыҡ-кәзәләрҙе йоталар ғына тип, кешегә лә   лә йәбешәләр, ти ине. Хөсәйен, Сәғәҙей, һеҙ икәүләп, мин нисә йыл тота алмай ҡаңғырып  йөрөгән йәйенде тотҡанһығыҙ инде. Ит кеүек бик туҡлыҡлы был йәйен, һимереп киткән, майы ла күп сыҡҡан бит эсенән.

– Атай, Хөсәйен тотто, Хөсәйен! Мин ярҙам итеп кенә йөрөнөм, – тип ҡустыһын маҡтап алды Сәғәҙей.

– Хөсәйен  оҫта һунарсы ла ул. Ағас башында ултырған тейендең күҙенә атып ала ул. Урманды ла бик яҡшы белә! Әле Байҡас башына менеп тоҙаҡ ҡуйып ҡайтты, – тип маҡтап алды улын Мәһәҙей ҙә.

– Хөсәйенгә һүҙ юҡ инде. Беҙҙең өҫтәлдән ит тә, балыҡ та өҙөлмәй! Хөсәйен ашатып ҡына тора беҙҙе. Инде уға ла   берәр матур кәләш алып бирһәк инде, – тип  һүҙгә ҡушылды  Зәнзәбилә.

Күктә йондоҙҙар ҡалҡҡансы, ир-егеттәр өҫтәл артында төрлө-төрлө ваҡиғалар һөйләшеп ултырҙылар.  Сәғәҙей шахта тураһында, Хөсәйен хайуандар, балыҡтар, урман тураһында, Әбдерәхмән колхоз малдары тураһында һөйләне. Мәһәҙей, эстән генә шатланып, барыһын да ҙур ҡәнәғәтлек менән тыңланы ла тыңланы. Зәнзәбилә менән Рәхимә бер туҡтауһыҙ самауырға һыу өҫтәп, сәй яһап  өлгөрҙөләр. Бик һуң ғына яттылар йоҡларға.

Зәнзәбилә төндә һаташып уянып китте.  Төшөндә ап-аҡ ҡына һарыҡ бәрәсе йорт буйлап, һикергеләп, сабып йөрөй ине. ”Минең туп кеүек тәгәрәп торған бәпесем булыр”, – тип юраны Зәнзәбилә.

Ул  үҙенең әсәй булырға йөрөгәнен белһә лә, был турала Мәһәҙейгә лә,  башҡа бер кемгә лә әйтергә уңайһыҙланып йөрөй ине. Әммә бөгөнгө төштән һуң, серҙе сисергә ваҡыт еткәнен аңланы, тик көнө буйы Мәһәҙейҙең үҙе генә ҡалған сағын тап итмәне.

Төштән һуң  Мәһәҙей атын ҡарарға Мишәр туғайы яғына юл тотто. Зәнзәбилә лә көйәнтә-күнәктәрен күтәреп  шул уҡ яҡҡа сөбөрләккә һыу алырға тип сығып китте.

Һалҡын һыу менән йыуынып алғас, тау итәгенән  әскелт кенә бөрлөгән йыйып ашаны, мөтлөк үләне йыйып алды, аҙаҡ тау итәгенә  ултырып, күҙҙәрен йомоп йырлап ебәрҙе:

– Һыҙлана ла йөрәк, әй һыҙлана, 

Менһәм Сусаҡайҙың башына.

Алып китәр, бәлки, көслө елдәр,

Һағышымды һалһам, ташына... 

Алып китәр, бәлки, көслө елдәр

Һағышымды һалһам ташына!

Рәхәтләнеп ҡысҡырып йырланы ла йырланы Зәнзәбилә. Бер аҙҙан  уны кемдер күҙәткән кеүек һиҙелде. Ул ҡапыл һикереп торҙо ла, арт яғына  боролоп ҡараны.

Ысынлап та, аҡ ҡайындар араһынан  ат тышаған ебен тотоп  Мәһәҙей сығып килә ине.   Зәнзәбилә уны күргәс, Мәһәҙей: “Эһем, эһем, –тип йүткергән кеше булды.

– Аһ, аһ, һин күптән күҙәтеп тораһыңмы мине? – тип аптырап китте Зәнзәбилә

– Юҡсы, юҡ!

– Әтеү нишләп тауыш бирмәйһең һуң?

– Йырыңды тыңлайым...

– Һе, кеше ҡурҡытып...

– Юҡ, ҡурҡытмайымсы. Бигерәк моңло, йәлләткес йыр булды.

– Тыңлама әтеү.

– Зәнзәбилә, әгәр һиңә бында оҡшамаһа, әллә атаң йортона ҡайтаһыңмы, былай ыҙалап йәшәгәнсе?

– Кем һиңә ыҙалай тип әйтте, Мәһәҙей? Мин ыҙаламайымсы. Зәнзәбилә ҡыҙа башланы.

– Туҡта, Зәнзәбилә, ҡыҙма! Мин һиңә бында толҡа тапмаһаң, Һынташты һағынһаң тип кенә әйтәм бит.

Зәнзәбилә бер аҙ өндәшмәй торҙо, шунан илап ебәрҙе:

– Мин бер ҡайҙа ла бармайым! Минең тиҙҙән балам тыуасаҡ!

Мәһәҙейҙең ҡулындағы ептәре, ыңғырсаҡтары,  ергә  төшөп китте. Ул ней көлөргә, ни иларға  белмәй аптырап китте.

– Ней, Зәнзәбилә, ней... бала тинеңме?

– Эйе, бәпәй көтәм бит, – тип илауын дауам итте Зәнзәбилә

– Эээ, әлхәмдулиллах, ярай, бик мәслихәт, бик мәслихәт, әйҙә ҡайтайыҡ, һалҡынайта башланы...

Биш айҙан һуң  Зәнзәбилә, ысынлап та, Мәһәҙейҙең малайҙарына оҡшап торған ҡара ҡашлы, ҡара күҙле малай тапты. Уға  Ибраһим тип исем ҡуштылар. Тағы ярты йылдан Мәһәҙей ҡартатай булыу бәхетенә лә өлгәште. Сәғәҙей менән Рәхимәнең дә Рәшит тигән улдары тыуҙы.

Зәнзәбилә, бала таптым тип торманы, колхозда быҙауҙар ҡарауын дауам итте. Эштә  лә, өйҙә лә өлгөрөр өсөн, Мәһәҙейҙең атын атланып, өй менән колхоз кәртәһе араһында сабып йөрөй башланы.

Мәһәҙей менән Хөсәйен ҡара таңдан тороп колхоз эшенә  сығып китәләр. Бала ҡарау, Әбдерәхмәнде мәктәпкә оҙатыу ҙа Зәнзәбилә елкәһенә төшә. Тора һалып самауырын шыжлатты ла,  Әбдерәхмәнде уятты:

– Әбдрәхмән, тор, мәктәпкә һуңлап ҡуйма! Әйҙә, берәр кәсә сәй эсәбеҙ ҙә, мин дә быҙауҙарға  колхоз һарайына сығып китәм. Ибраһим йоҡлаһын әйҙә. Уята күрмә.

Әбдерәхмән бөгөн насар йоҡланы, төнө буйы түҙҙермәй башы ҡысыны, сәстәрен йолҡоп ташларҙай булып этләнде. Шуға йоҡоһо туймай, уяныр-уянмаҫ ҡына, урынынан торҙо. Уның һүлпәнлегенә Зәнзәбилә лә иғтибар итте:

– Әбдерәхмән, әллә берәй ерең  ауыртамы? –тип һораны аптырап. Малай  өндәшмәй генә кейенде лә  мәктәпкә сығып китте. Зәнзәбилә һәр ваҡыттағыса  атҡа һыбайлап колхоз кәртәһенә сапты.

Ҡашҡар бисәләре уның һыбай сабып йөрөгәнен яратып бөтөрмәйҙәр. Ҡай саҡ артынан бармаҡ менән төртөп күрһәтеп “сәйнәнеп”  ҡалалар. Әммә Зәнзәбиләнең  быға иҫе китеп бармай, сөнки колхоз кәртәһе уларҙың йортонан арыуыҡ ҡына алыҫлыҡта ике ауыл: Исҡужа менән Ҡашҡар араһында урынлашҡан. Һыбай йөрөү Зәнзәбиләгә уңайлы ла, тиҙ ҙә, колхоз эшенән башҡа уны өйҙә бәләкәй Ибраһим, тағы  бер кәртә мал да көтөп тора. Барыһына ла өлгөрөргә кәрәк.

 Зәнзәбилә яңы тыуған  быҙауҙарҙы ҡарай,  көсһөҙөрәктәрен үҙе ашата, эсерә, аҫтарын да таҙалай. Былай  уның эше менән ферма мөдире Хәсән ағай ҙа, бригадир Әхмәт тә бик  ризалар, урыны менән Зәнзәбиләне маҡтап та ҡуялар. Кешегә ни  бер йылы һүҙ етә. Зәнзәбилә тағы ла дәртләнеберәк тотона эшкә. Әле лә  быҙауҙарҙы ашатып бөтөрөп, аҫтарын алыштыра башлағайны, бригадир Әхмәт күренде, әллә ҡайҙан уҡ ҡулын болғап Зәнзбиләне һарайҙың икенсе башына саҡырҙы.

– Зәнзәбилә, әле  кантур  янында, Фәриҙә  Харисовнаны күрҙем, һиңә тиҙ ген килеп етергә ҡушты.

– Аһ, аһ. Әллә мәктәптә Әбдерәхмәнгә берәй нәмә булғанмы? Иртәнсәк бик һүлпән генә тороп киткәйне...

– Юҡтыр, бер нимә лә әйтмәнесе. Бар, тиҙерәк бул.

Зәнзәбилә тиҙ генә ҡоро-һары бесәнде быҙауҙар аҫтына йәйҙе лә, ашығып атҡа атланды. Шәп сабыуҙан, башындағы яулығы ысҡынып, һары  сәстәре ебәктәй  елгә таралып китте. Кантур янында Фәриҙә Харисовнаны уратып  бер нисә ҡатын-ҡыҙ  тора ине. Зәнзәбилә, атынан һикереп төштө лә, сәстәрен яулыҡ аҫтына  йыя-йыя, ҡатындарға яҡынлашты.

– Битһеҙ, ирҙәргә ҡошап атта сабыуың етмәгән, хәҙер сәстәреңде лә йыймай башланыңмы? – тип ташланды уға Фәүзиә исемле ҡатын.

Фәүзиәгә  башҡа ҡатындар ҙа ҡушылды.

– Эйе  шул, битһеҙ! Мәһәҙей ағайҙы хурлап йөрөйһөң! Сәстәрең ҡутарылып!

– Ирен эшкә һанамай, шуға күрә нимә теләй, шуны эшләй!

– Кит инде, битһеҙ!

– Иманһыҙ...

Ҡатындар, уларҙы туҡтатырға тип ҡулдарын күтәргән Фәриҙә Харисовнаны ла күрмәй, ҡысҡырҙы ла ҡысҡырҙылар.

 Башта Зәнзәбилә  ни әйтергә белмәй аптырап китте, бер аҙҙан  өҫтөнә менеп килгән ҡатындарға ҡаршы бер-ике аҙым яһаны ла  уҫал итеп яуап бирҙе:

– Һеҙ нимә? Мине аҡыл өйрәтер өсөн саҡырҙығыҙмы ни? Эшегеҙ булмаһа, ана ҡайтығыҙ ҙа донъяғыҙ менән булышығыҙ! Әгәр донъяғыҙ юҡ икән, сысығыҙ ҙа буғығыҙ менән булышығыҙ! Мине балаларым, донъям, быҙауҙарым көтә. Һеҙҙең менән ирешеп торорға ваҡытым юҡ. Һеҙҙең кеүек урамға йыйылып ғәйбәт һөйләргә, кеше тикшерергә лә ваҡытым юҡ.  Сәйнәнеп тормағыҙ.

Зәнзәбилә атҡа  һикереп менде лә йорттары яғына сапты. Фәриҙә Харисовнаның: “Туҡта, Зәнзәбилә, туҡта әле!” – тигән һүҙҙәре генә  елгә таралып ҡалды.

Уҡытыусы, йыйылған ҡатындарға ҡарап,  ҡыҙып китте:

–  Эй, ояты ни тора! Мине ғәйепле  иттегез! Ниңә сүз әйтергә ирек бирмәй, кешегә ташландыгыз! Мин бит аны улы турында сөйләшергә саҡырғайным.  “Вәт ҡыҙыу бу Зәнзәбилә! Ел ҡызы! Осоп ҡына йөрөй!”  – тип ҡайтып  барған юлынан кире  боролоп Зәнзәбиләнең артынан Мәһәҙейҙең йортона йүнәлде.

Зәнзәбилә өйгә ярһып ҡайтып инде. Ауыл ҡатындарының тиктомалдан үҙенә бәйләнеүен аңламаны ул. “Мин ней насарлыҡ эшләгән уларға, – тип ярһыны ул, – әллә рәхәт тормоштан  мине ауылдың бер башынан икенсе башына атта сабып йөрөй тип уйлайҙар микән?! Һеҙгә генә бирешеп тормаҫмын! Күрһәтермен мин һеҙгә ысын Зәнзәбиләне! Мин егерме йыл үгәй атайға бирешмәнем әле, һеҙгә лә бирешмәҫмен!”

Әммә өйгә инеү менән уның иғтибары тулыһынса икенсе нәмәгә  йүнәлде. Ҡысыныуҙан башын ҡайҙа тығырға белмәгән Әбдерәхмән, илай-илай бет тарағын башына  батырып сәстәрен тарай ине.  Башын, сикәләрен ҡанатҡансы тырнап бөткән.

Зәнзәбилә Әбдерәхмәнгә ташланды:

– Нимә булды? Нишләнең,Әбдерәхмән?

– Белмәйем... ба-башым ҡы-ҡыссый ғәләмәт ныҡ, ту-туҡтатып булмай...

Малай илауын дауам итте.

– Әллә бетләнеңме икән? Хәҙер...

Зәнзәбилә башындағы аҡ яулығын иҙәнгә йәйеп һалды, мейес артынан лампаға тип тотҡан кәрәсинде  сығарҙы, ике ҡулын кәрәсинләп малайҙың башына һөртөп сыҡты ла, бет тарағы менән батырып, аҡ яулыҡҡа сәстәрен тарай башланы. Әммә бер бет тә төшмәне,  тараҡтың тештәренә йәбешеп сәстәре ҡойолдо.

– Юҡсы, бетең юҡ, яулыҡҡа төшмәнесе.  Тик нишләп сәстәрең ҡойола ул? Яулыҡ тулды сәсең менән...

Шул саҡ ишек асылып китте лә  Фәриҙә Харисовна килеп инде.

– Бу малай бик кычына! Башына таз төшкән буғай, Зәнзәбилә!

– Таҙ төшкән?

– Ҡайҙан төшһөн ул?

– Зәнзәбилә, ул хайуандарҙан да эләгергә мөмкин.

– Әбдерәхмән мал ярата, әммә беҙҙә таҙ төшкән мал юҡсы.

– Бәлким, берәй икенче урында булашҡандыр мал белән,  – тип аптыранды уҡытыусы апай.

Әбдерәхмән, әллә уҡытыусынан ҡурҡып, әллә оялып, илауҙан туҡтаны.

– Зәнзәбилә, син аның башына керосин сөрттөңме ни? Йортоғозға керосин исе тулған.

– Эйе, Фәриҙә апай, мин уны бетләгән тип уйлап, кәрәсин менән сәстәрен тараным, бер бете лә төшмәне.

– Зәнзәбилә, таз төшөүдән керосин ярамайдыр ул. Колхоздың ветврачы ла юҡ бит әле. 

Кискә табан Мәһәҙей ҡайтып инде, ҡысынған Әбдерәхмәнде күреп, Зәнзәбиләгә үҙенсә кәңәш бирҙе:

– Бер төн түҙербеҙ, иртәгә таң менән атты егеп,   Ҡашҡатҡа алып барайыҡ. Унда  кеше имләгән  Шәрифә исемле бер ҡатын бар.  Мин аяғым түҙҙермәй һыҙлағанда, бер нисә тапҡыр булдым ул ҡатында, файҙаһы тейҙе. Тик арыуыҡ ара – ун дүртләп саҡрым бар инде!

Иртән  таң һыҙылыу менән Мәһәҙей, Зәнзәбилә менән арбаға ҡушлап ултырып, артҡа, тире тунға төрөп Әбдерәхмәнде һалып, юлға сыҡтылар.  Ҡашҡатҡа барып еткәндә, төш ауған ине.

Мәһәҙей юлды яҡшы белә, атты туп-тура Шәрифәләрҙең йортона борҙо. Йорттары   бейек, матур күренә. Сит кешеләр килеүен белдереп болдорҙа эт өрә башланы. Күп тә үтмәй оҙон буйлы, ҡара бөҙрә сәсле, аҡ йөҙлө бер һылыу  малай килеп сыҡты.

– Һаумыһығыҙ! Һеҙ беҙгә килдегеҙме? – тип һораны малай.

– Әле  һаумы, улым! Шәрифә өйҙәме? – тип яуапланы Зәнзәбилә.

– Эйе, әсәйем өйҙә, үтегеҙ. Эт өрә генә, тешләмәй ул, ҡурҡмағыҙ – тип малай йортҡа  саҡырҙы.

Ихата бик иркен: бер мөйөшөндә, урыҫтар кеүек кәртәләп алып, баҡса ла сәсәләр икән. Йорт эстән дә бик оҫта эшләнгән: башта тырансанан эшләнгән бүлмәлә аяҡ кейемдәрен сисәһең, шунан йортҡа үтәһең. Йорт ике бүлмәнән тора, ситке бүлмәлә – ҙур мейес, урындыҡ, өҫтәл. Төпкө бүлмәнән   бейек буйлы, күк күҙле, ҡулына ҡыҙ бала күтәргән ҡатын килеп сыҡты.

– Әйҙүк, үтегеҙ! Мәһәҙей ағай, һеҙ килдегеҙме ней, нихәл? – тип ике ҡулын биреп күреште Шәрифә.

– Эйе, Шәрифә һылыу, мин малайҙы – Әбдерәхмәнде алып килдем әле һиңә, ҡуштаным Зәнзәбилә менән.

– Әйҙә үтеп ултырығыҙ! – тип урындыҡҡа күрһәтте Шәрифә, үҙе ҡулындағы баланы улына тотторҙо:

– Мырҙағәле, мә, Мөслимә ҡайтҡансы, Гөлйемеште ҡарап тор төпкө яҡта. Юлдан килгәнһегеҙ, әйҙәгеҙ эҫе сәй булһа ла  ҡояйым, –тип Шәрифә өҫтәлгә ул-былдарын ҡуйыштырҙы, кәсәләргә көлдөксәлә шыжлап торған самауырҙан сәй ҡойҙо.

Зәнзәбилә өндәшмәй генә Шәрифәне күҙәтте. Бик асыҡ, кешелекле ҡатын икәне  күренә, һөйләшеүе буйынса өс балаһы бар, шикелле. Мейесе ап-аҡ, иҙәндәре ҡырып йыуылған – һап-һары. Йорто бөхтә, бөтә нәмә үҙ урынында. Эшлекле, матур ҡатын!

Икешәр кәсә сәй эскәс, Зәнзәбилә һүҙ башланы:

– Әбдерәхмән   ҡайҙандыр таҙ эләктереп ҡайтҡан. Мал менән булыша ла йөрөй, берәй малдан йоҡто  микән? Ҡараштырғайным да ул, әммә беҙҙең малда таҙ күренмәй. Ҡысына ла ҡысына, нишләргә лә белмәйбеҙ. Аптыраған инде.

Шәрифә Әбдерәхмәнде ултырғысҡа ултыртты, уның башына бәйләнгән  яулығын систе. Өйгә кәрәсин еҫе таралып китте.

– Әллә кәрәсин һөрттөгөҙмө? – тип аптырап китте Шәрифә.

– Ҡысынғас, әллә бетләгән микән тип, кәрәсинләп тарағайным шул,  – тип  үҙен ғәйепле тойоп ҡына яуапланы Зәнзәбилә.

Шәрифә, мейес артынан ҙур тас тартып сығарҙы, ҡаҙандан йылы һыу һалып, кер һабыны менән бер ҡабат, дегетле һабын менән икенсе ҡабат Әбдерәхмәндең башын йыуып алды. Аҙаҡ таҫтамал менән яҡшы итеп ҡоротто. Шунан сепрәккә уралған осло ғына бәке сығарҙы ла:

– Иремдең ҡырынған бәкеһе. Мәһәҙей ағай, мә, улыңдың сәсен ҡырып ал! – тип бәкене Мәһәҙейгә тотторҙо.

Мәһәҙей,  бәкене алып, иғтибар менән ҡарап алды:

– Бәкеһе бик үткер, тимере бик шәп, – тип, ипләп кенә улының сәсен ҡыра башланы.

Сәсен ҡырған һайын, малайҙың башында ала-сола сәсе ҡойолоп, ҡутырлаған урындары күренә башланы, бәке ҡутырға эләккән һайын Әбдерәхмән ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәрә. Шулай итеп сәсен саҡ ҡырып бөттөләр.

 Шәрифә  һүнеп барған  мейестән, йәмкә менән күмер алды ла:

 – Мәһәҙей ағай, нығыраҡ тот малайыңды, – тип  йәмкәләге тере күмер менән малайҙың ҡутырҙарын яндыра башланы. Өйгә өтөлгән тире еҫе таралды.

Шәрифә  Әбдрәхмәндең ҡутырҙарын яндырып бөткәс, яулығын мейескә ташланы ла  малайҙың башына икенсе яулыҡ бәйләне.

– Өс көндән һуң    башын асып ҡарағыҙ, көл төнәтмәһе менән яраларын һөртөп алығыҙ, әгәр яңы ҡутырҙар сыҡһа,  ҡысытһа, интектермәгеҙ, тере  күмер йәки минең кеүек торонбаш менән булһа ла  ҡысытҡан яраһын  көйҙөрөп алығыҙ, – тип Шәрифә   Мәһәҙей менән Зәнзәбиләгә кәңәштәрен бирҙе. Аҙаҡ Шәрифә Әбдерәхмәндең арҡаһынан тупылдатып   һөйөп алды ла:

– Ҡысытмаймы хәҙер? – тип һораны.

– Юҡ, ҡысытмай. 

– Ярай, бер-ике айҙан үтеп китер. Һиңә нисә йәш һуң, әле? – тип һораны малайҙан  Шәрифә.

– Ҡыш ун өс тула, – тип яуап бирҙе Әбдерәхмән.

– Шулаймы ни,  минең Мырҙа менән бер йылғы икәнһең, – тип аптырабыраҡ малайҙы баштан-аяҡ ҡарап алды  ҡатын. Ысынлап та,  Әбдерәхмән Мырҙагилде янында сибек кенә, кәүҙәгә лә бер-ике башҡа тәпәшерәк   ине. Уларҙы ҡорҙаштар тип әйтерлек түгел.

Шәрифәнең аптыраулы ҡарашын  күреп ҡалған Зәнзәбилә:

– Әсәһен бик иртә юғалтҡан, кәзә имсәген һурып ҡына тере  ҡалған Әбдерәхмән, шуға бик сибек, – тип аңлатты.

– Ярай, һөйәккә ит ҡуныр, Алла бирһә! Башҡаса сирләмәһен!

Оҙаҡламай ҡашҡарҙар ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалдылар.  Шәрифә, ғәҙәт буйынса, урамға сығып, күҙҙән юғалғансы  ҡарап, уларҙы  оҙатып ҡалды.

Кеше яҙмышы ҡуласа кеүек инде. Зәнзәбилә менән Шәрифәне тормош яңынан,  ун  йылдан һуң ғына осраштырҙы, әммә бөгөнгө осрашыу Зәнзәбиләнең күңелендә Шәрифә тураһында мәңгелек йылы тойғолар ҡалдырҙы.

Башында яулыҡ булғас, оялып, Әбдрәхмән мәктәпкә йөрөмәне. Өс көндән һуң  Зәнзәбилә уның яулығын сисеп ҡараны ла  ҡысытҡан бер-ике яңы яраһын көйҙөрөп алырға булды. Шул саҡ өй ишеге асылып, уҡытыусы Фәриҙә Харисовна күренде.

Әбдерәхмәндең башына тере ҡуҙ төртөп торған Зәнзәбиләне күреп, уҡытыусының күҙе маңлайына менде.

– Нәрсә эшлисез! Туҡтағыз, баланы имгәтәсез бит! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ул.

Зәнзәбилә башта юғалып ҡалды, аҙаҡ  үҙен ҡулға алды ла:

– Фәриҙә апай, беҙгә  имләүсе Шәрифә шулай  ҡушты, – тип эшен дауам итте.

Өйгә көйгән сәс еҫе таралды. Әбдерәхмән ҡымшанмай ултыра бирҙе.

– Уй  Аллам, ауыртмаймы ни, балаҡай? Зәнзәбилә, туҡта, булышма юҡ белән! – тип уҡытыусы нишләргә белмәй яндарында сәбәләнде. Әммә Зәнзәбилә үҙенең эшен бөтөрмәйенсә туҡтаманы. Яраларын яндырып, көл төнәтмәһе менән таҙалап, малайҙың башына яулыҡ бәйләне лә:

– Аллаға тапшырам, Әбдерәхмән тиҙҙән һауығыр, – тип ҡарашын уҡытыусыға төбәне.

Ысынлап та, ике айҙан Әбдерәхмәндең башын ҡуйы, тулҡынланып торған ҡап-ҡара сәс   ҡапланы.

* * *

1940 йылдың  ҡышы ыжғыр буран менән башланып китте. Мәһәҙей һуғымға һуйған башмаҡтың бер ботон Сәғәҙей улының ғаиләһенә әҙерләп ҡуйғайны, әммә буран арҡаһында  оҙаҡ юл төшмәне. Сәғәҙей үҙе лә ҡайта алманы, сөнки  Рәхимә  тупылдатып икенсегә  Гөлсирә тигән ҡыҙ ҙа табып бирҙе. Хәҙер ике бала менән  үҙҙәрен генә  ҡалдырып китеп булмай.  “Нимә генә ашап яталар икән  ике бала менән?” – тигән һорау Мәһәҙейҙе генә түгел, Зәнзәбиләне лә бик борсой, сөнки ул үҙе лә  икенсегә йөклө!

“Көнөнә бер ҡоротлап һурпа эсмәһәм, тамағым туймай, шикелле. Әллә ҡарынымда ятҡан балама күп кәрәк микән?  – тип уйлап ҡуя ҡай саҡ  Зәнзәбилә. Сәғәҙейҙең ҡыҙын бигерәк ярата Зәнзәбилә, һөйөп туя алмай. “Бигерәк һөймәлекле ҡыҙыҡай – Гөлсирә, Рәхимә килен кеүек ҡыҙ тапһам, үҙемә иптәш булыр ине бынау ирҙәр араһында!” – тип хыяллана Зәнзәбилә.

 Буран әҙерәк баҫылыу менән, Мәһәҙей юлға йыйынды. Тик  атаһына иптәш булып барырға йыйынған Хөсәйен, Ишбулды ауылы яғына һунарға  сығып киткән еренән, ваҡытында  әйләнеп ҡайтманы. Шуға күрә Зәнзәбилә  Мәһәҙейгә иптәшкә   үҙе барырға булды.   Баштан-аяҡ ҙур  толопҡа төрөнөп, санаға сығып ултырҙы.  Мәһәҙей Зәнзәбиләне  күреп аптырап ҡалды:

– Аһ, аһ, һин ҡайҙа йыйындың? Ҡышҡы юлда йә туңырһың, йә сирләп китерһең! Юл эше уйын түгел бит, Зәнзәбилә.

– Барам, мин дә барам! Оҙон юлда дилбегәне алмашлап тоторбоҙ. Кәрәк булһа, атты ла ҡыуырмын. Беләһең, Буҙат мине тыңлай! – тип ай-вайына ҡарамай Зәнзәбилә сананан төшмәне.  Мәһәҙей аптырағас, Әбдерәхмәнгә Ибраһимды  ҡарарға ҡушып, Зәнзәбилә  менән юлға сыҡтылар.

Буҙат бик матур юртаҡлап барҙы ҡышҡы юлдан. Ишмырҙа ауылына  инеп, Мәһәҙейҙең ағай тейешле кешеләренә туҡтап  сәй эсеп, атты һуғарып, бесән ашатып алдылар ҙа  юлдарын дауам иттеләр.

Баймаҡ тирәһе ҡола ялан икән! Быға тиклем был яҡты күрмәгән Зәнзәбилә иғтибар менән юл буйын күҙәтеп килде. Йыраҡта, офоҡ ситтәрендә генә бейек тау баштары суҡайып, ҡарайып күренәләр. Сикһеҙ дала ап-аҡ, унда-бында ғына өйкөм-өйкөм  әҙ-мәҙ  ағаслыҡ күренеп ҡала.

Мәһәҙей ауыҙ эсенән генә үҙенсә нимәлер көйләп бара...

Һөйләшергә артыҡ яратмай шул Мәһәҙей, биргән һорауыңа ла  уның ике һүҙ – “эйе” йәки “юҡ”. Ҡолаҡ итен ашай башлаһаң, ул бер һүҙһеҙ тыңлай-тыңлай ҙа, тик аҙаҡ үҙенсә эшләй ҙә ҡуя. Өйрәнеп бөттө инде уның холҡона Зәнзәбилә.

Бәлки, шулай яҡшыраҡтыр, сөнки яндырайыраҡ холоҡло Зәнзәбиләне тағы нисек тынысландырыр инең? Санала бәүелеп, тирә- яҡты күҙәтеп килә торғас, Зәнзәбиләне йоҡо баҫа башланы. Ҡышҡы һауа һалҡынса, әммә толоп эсендә бик йылы, рәхәт. Зәнзәбилә күҙҙәре йомолғанын үҙе лә һиҙмәне. Йәм-йәшел бөтә донъя! Эй матур Һаҡмар буйҡайҙары. Аһ, аһ, әллә әсәһе кер сайҡай инде. Эйе шул. Ап-аҡ ҡына йәрпесле күлдәк кейеп алған, оҙон ҡара сәстәрен икенән сикәләп  үреп төшөргән, шарҡылдап  көлә, шатлана нимәгәлер. Зәнзәбилә яҡыныраҡ килде. Аһ, аһ, яр аҫтында атаһы балыҡ тотоп ултыра ла баһа, әсәһен ул көлдөрә икән. Улар Зәнзәбиләне күреп ҡалдылар, атаһы урынына тороп ҡыҙына ҡаршы атланы.

– Атай... был һинме ул?

– Аһ, аһ, танымайһыңмы ни, Зәнбей?

– Таныным, атай, таныным...

– Улыңа  Ибраһим тип матур пәйғәмбәр исемен ҡушҡанһың!  Икенсеһенә Исмәғил  тип ҡуш, йәме!

– Ярай, атай, ярай...

Ҡапыл Зәнзәбилә торған еренән ҡанатланып күккә осоп китте. Хәҙер инде атаһы менән әсәһе уға аҫтан ҡул болғайҙар, көләләр. Зәнзәбиләгә рәхәт, күбәләк кеүек оса ла оса....

Атаһы менән әсәһе ниҙер ҡысҡыралар түгелме? Эйе, нимә типтер әйтәләр кеүек, туҡта, яҡыныраҡ төшә бирәйем...

– Уңға борма, урман, тауҙар яғына барма, туп-тура дала уртаһынан тот юлыңды, туп-тура баааар! Боролмаааа!

– Әллә нимә һөйләйҙәрсе... Борма юлыңды тип, туп-тура бар тиҙәр әллә...

Зәнзәбилә уянып китте, күргән төшөнән арына алмай, күҙҙәрен асты.

 Ҡараңғы төшкән. Буҙат ниндәйҙер ағаслыҡ янында туҡтаған. Әллә шәп сабыуҙан, әллә һыуыҡтан, ат ап-аҡ бәҫ менән ҡапланған. Мәһәҙей, биленән ҡар кисеп, атты һөртөштөрөп йөрөй.

– Беҙ ҡайҙа ул, Мәһәҙей, ни булды?

Мәһәҙей ашыҡмай ғына  атты һөртөп бөттө лә  санаға килеп ултырҙы:

– Көслө буран үткән, юл юғалды, ат көрттән бара алмай. Лыс тир булып китте, тире һыуыҡтан туңа  башланы.

– Аһ, аһ, нишләйбеҙ һуң? Мында ҡалып булмай бит! – Зәнзәбилә өҫтөнән толобон сисә башланы.

– Сисмә толопто, өшөрһөң! Уйлап ултырам, ҡайһы яҡҡа тартырға теҙгенде! Йондоҙҙар ҙа күренмәй бит, болотло. Хәҙер әҙерәк ат та ял итһен.

Зәнзәбилә, ҡапыл төшөн иҫкә төшөрөп, ҡысҡырып ебәрҙе:

– Аңланым хәҙер. Мәһәҙей тауҙар ҡайһы яҡта, уңдамы?

– Эйе, тауҙар уң яҡта ҡалды, – тип сыбыртҡыһын төртөп күрһәтте Мәһәҙей.

– Беҙгә дала уртаһынан туп-тура барыр кәрәк, уңға ла, һулға ла боролмай! Әле төшөмдә атайым шулай ҡушты!

Мәһәҙей бисәһенә, зиһене буталған кешегә ҡараған кеүек, аптырап ҡараны:

– Инде төштө юрап йөрөйбөҙмө мынау төндә, – тип мығырланы танау аҫтынан ғына.

– Эйе, төш буйынса йөрөйбөҙ. Минең бала саҡтан төштәрем дөрөҫ була. Атайым әйтте, улығыҙ тыуа, тине. Исемен Исмәғил тип ҡушырһығыҙ, тип әйтте, Ике улығыҙ ҙа пәйғәмбәрҙәр исемен йөрөтһөн, тине.

Мәһәҙей бисәһенә ҡарышманы, сананан төшөп атты етәкләне лә туп-тура дала уртаһынан атланы...

 

***

Дауамы бар

Зәнәзәбилә  Повесть (6)  Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Зәнәзәбилә Повесть (6) Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас