Шоңҡар
+16 °С
Дождь
Иҡтисад
15 Июля , 15:25

Башҡорт биатлоны бөйөк спортсыһын юғалтты

Галина Куклева ватан тарихына үҙенең исемен алтын хәрефтән менән яҙҙы. 1998 йылда Наганолағы Олимпиадала 7,5 километрға спринтта ул алтын миҙал яулай. Эстафетала көмөш миҙалға лайыҡ була. 2002 йылда Солт-Лейк-Ситилағы Олимпиадала «бронза»ға өлгәшә. Ишембай биатлонсыһы оҙаҡ ваҡыт Төмәндә йәшәй һәм йәш спортсыларҙы тәрбиәләүгә күп көс һала. 

Башҡорт биатлоны бөйөк спортсыһын юғалттыБашҡорт биатлоны бөйөк спортсыһын юғалтты
Башҡорт биатлоны бөйөк спортсыһын юғалтты

 

Төмәндә биатлон буйынса Олимпия уйындары чемпионы Галина Куклева мәрхүм булған. Сығышы Ишембай ҡалаһынан булған күренекле спортсының иртә баҡыйлыҡҡа күсеүе илебеҙ һәм башҡорт спорты өсөн оло юғалтыу, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Галина Куклева ватан тарихына үҙенең исемен алтын хәрефтән менән яҙҙы. 1998 йылда Наганолағы Олимпиадала 7,5 километрға спринтта ул алтын миҙал яулай. Эстафетала көмөш миҙалға лайыҡ була. 2002 йылда Солт-Лейк-Ситилағы Олимпиадала «бронза»ға өлгәшә. Ишембай биатлонсыһы оҙаҡ ваҡыт Төмәндә йәшәй һәм йәш спортсыларҙы тәрбиәләүгә күп көс һала. 

Башҡорт биатлоны ветераны Павел Мөслимов әйтеүенсә, Куклева Башҡортостандың иң атаҡлы биатлонсыһы булып иҫәпләнә.

«Галина Куклеваның ҡапыл вафат булыуы бөтә Рәсәй спорты өсөн ғәйәт ҙур юғалтыу. 1998 йылға тиклем беҙ уның менән бергә Өфөлә шөғөлләндек. Артабан Нагано Олимпиадаһында Куклева спринтта алтын яуланы, ә беҙ эстафетала бронза алдыҡ. Ул йәш спортсыларға тәжрибәһен еткерҙе, Төмән дәүләт университетының физик культура институтында эшләне Беҙҙең өсөн ул башҡорт биатлонында иң атаҡлы спортсы булып ҡала», — тине Павел Мөслимов.

«Башинформ» әңгәмәсеһе Галина Куклеваның һуңғы айҙарҙа ҡаты сирләүе хаҡында белдерҙе. Мәғлүм булыуынса, олимпия чемпионы яман шеш менән яфаланған.

Галина Куклева менән хушлашыу сараһы 17 июлдә Ишембай ҡалаһында үтә. Район хакимиәтенән «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, матәм сараһы «Ишембай-Арена» боҙ һарайында көндөҙгө 11 сәғәт 30 минутта башлана.

Фото: ural-meridian.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас