

Юғары йәки махсус урта белем алырға теләүселәр күп, әммә бюджет урындары сикле. Шуға күрә коммерция нигеҙендә уҡыу мөмкинлеге тәҡдим ителә. Рәсәйҙә белем алыу өсөн ташламалы кредиттан файҙаланыу мөмкинлеге бар, һәм ул йылдан-йыл әүҙемләшә. Рәсәй Һаҡлыҡ банкының рәсми мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылда белем алыу өсөн илдә 50 мең кредит бирелгән. Был һан 2023 йылда – ике, 2024 йылда өс тапҡыр артҡан. Быйыл күрһәткес 220 меңгә етәсәк, тип күҙаллана. Ссуда кемдәргә бирелә һәм уны алыу тәртибе нисек? Ниндәй шарттарҙы үтәргә һәм ҡасан түләргә кәрәк?
Белем алыу өсөн кредит кисә-бөгөн генә барлыҡҡа килгән яңылыҡ түгел. Ул Рәсәйҙә 2007 йылда уҡ ғәмәлгә индерелеп, 12 – 30 процентлы ставка менән тәҡдим ителгән. Ә 2020 йылдан ил Хөкүмәте ҡарары менән ставка өс процентҡа тиклем кәмене, һәм льготалы осор арттырылды. Был ҡарарҙың маҡсаты – урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарындағы түләүле бүлектәрҙә уҡыған студенттарҙың матди хәлен еңеләйтеү, шулай уҡ илдәге кадрҙар проблемаһын кәметергә ярҙам итеү.
Түбән процентлы ссудаға ихтыяж ҙур. Һуңғы йылдарҙа вуздарҙа белем алыу хаҡтары арта, күптәрҙең уны ваҡытында түләр мөмкинлеге булмай. Икенсенән, берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балға тапшыра алмаған уҡыусылар бюджет урындарға конкурстан үтә алмай. Дәүләт шундайҙарға хыялынан баш тартмаҫҡа, артабан да белем алырға ярҙам итә лә инде.
Был кредит уҡырға теләге булған 14 йәштән 75 йәшкә тиклемге Рәсәй граждандарына бирелә. Ул уҡыу осоронда һәм диплом алғас тағы ла туғыҙ ай ғәмәлдә буласаҡ. Был ваҡыт эсендә студент ай һайын кредиттың проценттарын ғына түләй. Бурыстың төп өлөшөн ул, уҡып бөтөргәс, 15 йыл дауамында ҡаплаясаҡ. Алдан түләп бөтөрөргә лә ярай. Ә инде студент уҡыуҙан ҡыуылһа йәки үҙ теләге менән китһә, ташламалы осор юҡҡа сыға һәм процент ставкаһы арта. Кредит алыусы вафат булһа йәки хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә инһә, банктың бирелгән аҡсаны уның туғандарынан да, вариҫтарынан да талап итергә хоҡуғы юҡ.
Кредитҡа алынған аҡса студент исеменән уҡыу йорто иҫәбенә күсә. Шуға күрә уны башҡа маҡсатта ҡулланыу мөмкин түгел. Шуныһын да белеү мөһим: кредитты уҡыу барышында юллай алаһығыҙ. Мәҫәлән, тәүге өс курсты уҡығанда түләү өсөн мөмкинлегегеҙ булып, аҙаҡ ауыр хәлдә ҡалһағыҙ, банкка мөрәжәғәт итегеҙ. Белем алыу баҫҡыстарын үткәндә лә (бакалаврҙан – магистрға, магистрҙан – аспирантҡа) льготалы осорҙо банкка барып оҙайта алаһығыҙ. Академик ял алғанда, әрме хеҙмәтенә саҡырылғанда, декрет ялына киткәндә льготалы осор оҙайтыла. Тик был мөмкинлекте бер тапҡыр ғына ҡуллана алаһығыҙ. Әйткәндәй, уҡыу хаҡы артҡан осраҡта, кредит күләмен күбәйтеүҙе һорап ғариза яҙырға мөмкин. Бюджет урынға күскән студентҡа ла борсолорға кәрәкмәй – банк аҡсаны семестр һайын күсерә. Тимәк, килешеүҙәге кредит күләме кәмеһә йәки артһа, банк студентҡа шул уҡ шарттар менән яңы суммаға килешеү төҙөй.
Шуныһы ла уңайлы: студент рәсми рәүештә эшләп йөрөһә, 150 мең һумға тиклем һалым иҫәбенән аҡсаһын кире ҡайтара ала.
Кредит юллау өсөн студентҡа паспорт, СНИЛС, ғариза, лицензияһы булған уҡыу йорто менән түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү тураһында килешеү һәм түләү өсөн иҫәп кәрәк. 18 йәше тулмаған граждандар ата-әсәләренең йәки законлы вәкилдәренең паспортын һәм рәсми ризалығын алып килергә тейеш. Аҡса алғанда залог, яуаплы кешеләр (поручителдәр), страховка кәрәкмәй. 2026 йылда уҡыу өсөн түбән процентлы кредиттарҙы өс банк – Сбер, Алмазэргиэнбанк һәм Т-Банк бирә. Ғаризалар өс эш көнөнә тиклем ҡарала һәм ғариза яҙыусыға рәсми яуап бирелә.
Белем ул – үҙ киләсәгеңде инвестициялау. Шуға күрә сифатлы белем алыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙе лә файҙаланырға кәрәк. Ә уҡыу өсөн бирелгән түбән процентлы кредит – ул ошо мөмкинлектең иң уңайлыһылыр, моғайын. Уны ҡулланып, хыялдарыңды тормошҡа ашыра, маҡсаттарыңа тура бара алаһың.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.