Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Иҡтисад
28 Июль , 03:25

"Певец" - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Ҡариҙел районында тыуып үҫкән Марсель Фархетдинов Махсус хәрби операция биләмәһендә «Певец» позывнойын алған. Ул «Башҡортостан» полкының инженер-юл взводы командиры булып хеҙмәт итә.

"Певец" -  Башҡортостандың  атҡаҙанған артисы"Певец" -  Башҡортостандың  атҡаҙанған артисы
"Певец" - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы дуҫыбыҙ Марсель Фархетдиновҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.

 Ҡариҙел районында тыуып үҫкән Марсель Фархетдинов Махсус хәрби операция биләмәһендә «Певец» позывнойын алған. Ул «Башҡортостан» полкының инженер-юл взводы командиры булып хеҙмәт итә. Контракт төҙөгәнгә тиклем ул республика һәм төбәк-ара конкурстар лауреаты булған, ә хеҙмәт иткән ваҡытта яуҙаштары алдында концерт номерҙары менән сығыш яһаған.

 "ЮЛДАШ" радиоһы

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас