Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Иҡтисад
3 Августа , 17:35

Башҡорт геройын бүләкләнеләр

  Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Тельман Уралбаевҡа генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы.

Башҡорт геройын бүләкләнеләрБашҡорт геройын бүләкләнеләр
Башҡорт геройын бүләкләнеләр

 

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә сираттағы тапҡыр махсус хәрби операция геройы тәбрикләнде. Матур йолаға ярашлы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙакәрлеге, батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн РФ Оборона министрлығының 01005 ғәскәри часы батальоны командиры, Рәсәй Геройы Тельман Уралбаевҡа генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы.

– Мин 27-се мотоуҡсылар дивизияһының 506-сы полкының мотоуҡсылар батальоны командиры. Батальонымдың 70 проценты Башҡортостан хәрбиҙәренән тора. Беҙ Красноармейскиҙы азат итеүҙә ҡатнаштыҡ. Был бурысты бергәләп үтәнек. Һеҙҙең республикалағы егеттәрҙе билдәләп үтергә теләйем – улар геройҙар, ҡыйыуҙар, тәрбиәле һәм тәүәккәлдәр. Командованиенан һәм үҙемдән үҙ иленә һәм халҡына тоғро булған ошондай хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерергә теләйем. Шулай уҡ һеҙгә махсус хәрби операция яугирҙәренә даими ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Тельман Уралбаев.

Фото: "Башинформ". 

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас