Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Иҡтисад
5 Августа , 11:05

Айыуҙы күберәк ауларға ярай

Һуңғы ваҡыттарҙа айыуҙар ауылдарға яҡынланы. Һеҙгә урман батшаһы менән күҙмә-күҙ осрашырға тура килгәне булдымы? 

Айыуҙы күберәк ауларға ярайАйыуҙы күберәк ауларға ярай
Айыуҙы күберәк ауларға ярай

 

Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экологик министрлығы 2026-2027 йылдарға һунар итеүҙең яңы ҡағиҙәләре күрһәтмәһе проектын әҙерләне. Документҡа ҡул ҡуйылғандан һуң ҡырағай хайуандарҙың өс төрө буйынса һунар итеү лимиты арттырыласаҡ.

Айыуҙы, тағы ике ҡырағай хайуанды күберәк ауларға тәҡдим итәләр

Был миҙгелдә 3391 мышы (үткән миҙгелдә 3256 ине) алырға рөхсәт ителәсәк. Себер илектәренә квота 3272-нән 3529-ға тиклем, һоро айыуға һунар лимиты 600-ҙән 631-гә ҡәҙәр арттырыла.

Башҡа ҡырағай тереклеккә ҡарата һунар ҡағиҙәләре йәки ҡатылана төшә, йәки элеккесә ҡалдырыла. Мәҫәлән, һеләүһенгә лимит былтырғы кимәлдә – 77 баш.  Боланға (пятнистый олень) 16 берәмектән 11-гә ҡалдырырға тәҡдим ителә, бурһыҡҡа – 880-дән 843-кә.

Фото: Гульфия Акулова | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас