Шоңҡар
+9 °С
Облачно
Иҡтисад
29 Августа , 16:25

Һәр кемде һөт эсереп ҡаршыланылар

Бөгөн Өфөнөң “Ҡашҡаҙан” паркы майҙансығында “Һөт иле” XIV ғаилә фестивале булды. Сарала республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул ауыл хужалығы етештереүселәренең продукцияларын ҡараны, тармаҡ ойошмалары вәкилдәре менән үҫеш мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.

Һәр кемде һөт эсереп  ҡаршыланыларҺәр кемде һөт эсереп  ҡаршыланылар
Һәр кемде һөт эсереп ҡаршыланылар

 

"Һөт иле": уңыштар ҙа, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә күп

 

“Һөт иле” быйыл төрлө аҙыҡ-түлек сығарған 150 етештереүсене бергә тупланы. Билдәле булыуынса, беҙҙең республика тауарҙары тотош ил, шулай уҡ сит дәүләттәр ҡулланыусылары араһында киң билдәле.

Фестивалдә, ғәҙәттәгесә, һәр кемде стакан тулы һөт тәҡдим итеп, сәләмләп ҡаршыланылар. Быйыл ошо маҡсатта “Росмол” төркөмөнөң Стәрлетамаҡтағы филиалы файҙалы эсемлекте 60 меңдән ашыу кешегә етерлек итеп әҙерләп килтергәйне. Майҙанда төрлө тематик локациялар – һөт йәрминкәһе, фермер баҙары, сыр, бал кибеттәре ойошторолдо, шулай уҡ “Ҡымыҙлы ауыл”, “Ит бульвары” тип аталған айырым киңлектәр булдырылды.

Башҡортостан Башлығы һөт аҙыҡ-түлектәре етештереүселәрҙең экспозицияларын, фермер тауарҙары йәрминкәһен ҡараны. “Башҡорт һыуығы” компанияһы вәкилдәре туңдырма һатыуҙың ыңғай барыуын билдәләне һәм келәт биналарында энергияның һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән инвестиция проектын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Билдәле булыуынса, был башланғыс 2024 йылдың декабрендә “Инвестиция сәғәте”ндә хупланғайны. Эште киләһе яҙҙа тамамлау планлаштырылған.

Бөрө һөт аҙыҡ-түлеге комбинатында ла етештереү ҡеүәттәре яңыртыла. Унда май әҙерләү буйынса яңы цех ҡорамалдарын монтажлайҙар. Предприятиела сығарылған һөт әле үк илдең 65 төбәгендә һатыуға таратыла. Ошо күләмде тағы ла арттырыу планлаштырылған.

“Ҡарламан шәкәре” компанияһы стенды янында республика етәксеһе ҡуйыртылған һөт етештереүҙе үҫтереү мәсьәләләре буйынса һөйләшеү ойошторҙо. Билдәле булыуынса, был аҙыҡ төрө илебеҙҙә танылған. Предприятиела уны сығарыу дауам ителә, күләмде айына бер миллион банкаға ҡәҙәр арттырғандар.

Өфө ҡалаһының һөт заводы ла етештереү тармағында киң билдәле. Унда 70-тән ашыу төр продукция сығарыла. Заманса ҡорамалдар, аҙыҡ-түлекте төрөүҙең һигеҙ төрө файҙаланылыуы халыҡ өсөн киң ассортимент әҙерләү мөмкинлеген бирә.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров шулай уҡ Kumpan брендын булдырған Михаил Кумпан менән аралашты. Йүнсел фестиваль ҡунаҡтары өсөн “Өфөчино” фирмаһынан 1200 кешегә етерлек ҡәһүә әҙерләргә планлаштырыуҙары тураһында һөйләне. Был эсемлек башҡорт балы, үҙебеҙҙең яҡтың үләндәре ҡушып яһаласаҡ. Һөйләшеүҙә был селтәрҙе үҫтереү мөмкинлектәре тураһында ла һүҙ булды.

“Йәшел ауыл” брендлы аҙыҡ-түлек етештергән “КОМОС ГРУПП” агрохолдингы етәкселеге ҡатнашлығында “Һөт академияһы” проектын үҫтереү хаҡында фекер алышыу булды. Был эш Башҡортостан дәүләт аграр университеты менән уртаҡ тормошҡа ашырыла. Башланғыс, тармаҡта белгестәр резервын көсәйтеү маҡсатында, мәғарифты, фәнде һәм бизнесты берләштереүгә йүнәлтелгән. Шуға ярашлы, уҡыу-ғилем лабораториялары асыу, урта һөнәри белем биреүҙән аспирантураға тиклем кимәлдәге уҡытыу программалары булдырыу, студенттарға практикалар ойоштороу эшен көсәйтеү, ғәмәли тикшеренеүҙәр үткәреү һ.б. хаҡында һүҙ бара.

Төбәктең ауыл хужалығы продукциялары баҙарында “Һөт кухняһы” проекты мөһим урын биләй. Уға ярашлы, балалар, йөклө ҡатындар, сабый имеҙгән әсәйҙәр өсөн тәбиғи аҙыҡ-түлек етештерелә. Улар былтыр 20 меңдән ашыу кешегә бушлай бирелгән. Тауарҙарҙы таратыу географияһы ла киңәйә: хәҙер уларҙы фирма пункттарында ғына түгел, сауҙа селтәрҙәрендә лә алырға мөмкин.

Башҡортостан Башлығы “Ҡымыҙлы ауыл” тематик биләмәһендә лә булып, етештереүселәр менән милли эсемлегебеҙҙе экспортҡа сығарыу эшен көсәйтеү хаҡында һөйләште. Ул фестивалдең урындағы аҙыҡ-түлекте киң танытыуға, төбәктең агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә тос өлөш индереүен билдәләп, башланғысты юғары баһаланы.

Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ:

– “Һөт иле” халҡыбыҙ араһында киң танылыу яулай, һөт аҙыҡ-түлектәрен ҡулланыусыларҙы арттырыуға булышлыҡ итә. Йолаға ингән байрамдың иҡтисади нигеҙе лә бар. Башҡортостан илдең алдынғы һөт етештереүселәре рәтендә. Был - еңел булмаған бизнес. Шуның өсөн дә ҙур индустриаль малсылыҡ фермаларын, заманса эшкәртеү производстволарын үҫтерергә тырышабыҙ. Һөтсөлөк тармағының киләсәге – тап шундай предприятиеларҙа.

Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас