+18 °С
Ясно


Айгиз Баймөхәмәтов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе:
"Һайлауға тантанаға йыйынған кеүек хис итеп барҙым. Өфөнөң беҙ йәшәгән яңы микрорайонында үткәнендә һайлау участкаһы яңы төҙөлгән спорт һарайы үҙәгендә урынлашҡайны. Был юлы иһә ошо уҡ йорт янында төҙөлгән яңы мәктәптә үтте. Уйлап ҡараһаң, был микрорайонда ҡыҫҡа ғына ваҡытта ниндәй матур объекттар сафҡа ингән! Шуға бөгөн мин тауышымды илдең именлеген хәстәрләй алырҙай, берҙәмлекте көсәйтә алырҙай командаға бирҙем. Башҡаларға ла һайлауҙарҙа ҡатнашырға кәңәш итәм".